АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Ял минуттары
21 Августа 2022, 16:57

Көлөп алайыҡ!

Бөгөн Ашҡаҙар радиоһында тыңланым. Хәйбулла районында булған тарих.

СССР осоронда ауыл мәктәбендә уҡытыусы бер уҡыусының имтиханда яҙған иншаһын тотоп, директорға килгән. "Уҡығыҙ, ни эшләйек", тип. Иншала - хап-хаталы биш кенә һөйләм ти: "Аттестат бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә, мин Әнүәр ағай кеүек тракторист булам.  Миңә "икеле" ҡуйған уҡытыусыларға утын-бесән килтермәйем". Директор уҡытыусыға: "Хаталарын төҙәтеп, "өслө" ҡуй. Киләсәкте уйлайыҡ", - тигән .

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас