Ял минуттары
17 Августа 2022, 04:30

Һай! Көрәгәләр һыпырып, дуҫ-иш йыйып, ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып...

ОҘОН КӨЙҘӘР ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ МОҢО, ТӘРӘН АҺӘҢЕ ҺӘМ САҒЫУ ҺҮРӘТЛӘҮ АЛЫМДАРЫ МЕНӘН АЙЫРЫЛЫП ТОРА. Улар башҡорт халҡының поэтик һәм музыкаль мәҙәниәте үҫешендә ҙур роль уйнаған. Беҙгә шул осор кешеләренең тормошо һәм яҙмышы менән тығыҙ бәйле күп йырҙар килеп еткән. Шуларҙың береһе “Баяс” Баяс тураһында тәүге легенда.

Һай! Көрәгәләр һыпырып, дуҫ-иш йыйып, ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып...Һай! Көрәгәләр һыпырып, дуҫ-иш йыйып, ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып...
Һай! Көрәгәләр һыпырып, дуҫ-иш йыйып, ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып...

Йылдар уҙа,

урындағы байҙар килмешәк тип Баясты

күрә алмай башлай. Бер заман улар ялған ялыу

яҙып уны Себергә оҙатырға һөйләшәләр. Быны белеп ҡалған Баяс тауҙар араһына ҡаса.

Шул уҡ ваҡытта ул йыш ҡына

кеше йөрөмәгән һил урындарҙа ҡатыны менән осрашыу мөмкинлеге таба. Йәйҙең бер көнөндә Баястың ҡатыны бер

аҙ аҙыҡ һәм кейем алып, юлһыҙ урындан йәшенеп-йәшенеп

ире эргәһенә юллана. Тик уның артынан эҙәрләүселәр һиҙҙермәй генә күҙәтеп бара.

Улар осрашҡас та икәүһен дә ҡулға алалар. Аяуһыҙ туҡмалған, аяғы-ҡулы бәйләнгән Баясты ауылға алып киләләр. Нисек

кенә язалаһалар ҙа, Баястың ауыҙынан бер һүҙ ала алмайҙар, ул зарланмай, һыҙланыуҙарға түҙә. Себергә ебәрер алдынан уны бығаулап, ике һыбайлы

ауыл буйлап йөрөтә.

Был ваҡытта Баяс матур һәм көслө тауыш менән йырлап ебәрә:

Баястың һағышлы йырын

тыңлап, барлыҡ ярлылар, ҡыҙҙар

һәм ҡатындар, балалар һәм ҡарттар әсе күҙ йәштәрен түгә. Баясты алып киткәндән һуң уны бер кем дә күрмәй.

«Сал Уралдын мондары» К. Дияров

Урмандарҙа
ҡасып йөрөгәндә ул йыр сығарған:

Һай! Ҡыҙырым ғына буйы йәшел сауҙа,
Йөрөһәң ине Ҡыҙырым буйлатып.
Һай! Көрәгәләр һыпырып, дуҫ-иш йыйып,
Ултырһаң ине ҡурайҙы уйнатып.

Һай! Үтәһең дә ғүмерем, ай, үтәһең,
Ҡиблаларҙан иҫкән ел кеүек.
Һай! Һағынырһың әле, һарғайырһың,
Һабағынан төшкән ел кеүек.

Киске тынлыҡта Баяс шул ҡаяға менгән дә йыр
һуҙып ебәргән. Аҫта йәйләүҙә йөрөгән халыҡ
уның йырын ишетеп ҡалған. Кем йырлай икән унда, Баясмы юҡмы, тип бәхәсләшкәндәр. Бер нисә
кеше тауыш килгән яҡҡа күтәрелгән.

Ҡараһалар, ҡая башында Баяс күкрәк киреп,
бар Ирәндекте яңғыратып йырлап тора. Уның
менән иҫәнләшкәс, кире әйләнеп ҡайталар.
Баястың әйләнеп ҡайтыу ҡыуанысынан халыҡ
байрам ойоштора. Баястың йырлауын үтенәләр, аҙаҡтан был йырҙы «Баяс» йыры тип атай башлайҙар.

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы уҙаманы, ҡурайсы Рәмил Хәсәнов ҡурайҙа “Баяс” көйөн уйнай.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас