Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
27 Июнь 2022, 09:55

КУВЫРКАЮСЬ

Бер егет яңы ғына 10-сыны бөтөп Магнитогорск ҡалаһына уҡырға барған. Автобусҡа ултырып ҡайтыр юлға сыға. Юлда күңеле болғана башлай. Урыҫ шоферға, автобусты туҡтат, күңел болғана, тип аңлатып әйтер кәрәк. Егеттең урыссаһы әллә ни түгел. Шулай ҙа шофер янына бара ла былай, ти:- Я кувыркаюсь.Шофер аптырап ҡарай ҙа юлын дауам итә. Егеттең күңел болғаныуы алҡымына тығыла. Автобусты нисек туҡтатырға белмәй тағы ла шул һүҙҙе ҡабатлай.- Кувыркаюсь!Был юлы теләген ымлап күрһәтә. Егеттең нимә әйтергә теләгәнен аңлап ҡалған шофер көлә-көлә автобусты туҡтата ла: --Иди, иди, кувыркайся,--ти.

КУВЫРКАЮСЬ
КУВЫРКАЮСЬ

Бер егет яңы ғына 10-сыны бөтөп Магнитогорск ҡалаһына уҡырға барған. Автобусҡа ултырып ҡайтыр юлға сыға. Юлда күңеле болғана башлай. Урыҫ шоферға, автобусты туҡтат, күңел болғана, тип аңлатып әйтер кәрәк. Егеттең урыссаһы әллә ни түгел. Шулай ҙа шофер янына бара ла былай, ти:
- Я кувыркаюсь.
Шофер аптырап ҡарай ҙа юлын дауам итә. Егеттең күңел болғаныуы алҡымына тығыла. Автобусты нисек туҡтатырға белмәй тағы ла шул һүҙҙе ҡабатлай.
- Кувыркаюсь!
Был юлы теләген ымлап күрһәтә. Егеттең нимә әйтергә теләгәнен аңлап ҡалған шофер көлә-көлә автобусты туҡтата ла:

--Иди, иди, кувыркайся,--ти.

Райхана БУЛАТОВА.

 

Ә һеҙ ниндәй мәҙәктәр, лаҡаптар беләһегеҙ? Беҙгә яҙып ебәрегеҙ.

Фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева