АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
8 Июнь 2022, 21:55

ҠЫР ҠАҘҘАРЫ КИТӘ, ҠЫР ҠАҘҘАРЫ...

--Һай, матурлыҡ! – тип, яурын һөйәктәрен шатырлатҡансы ирәйеп кирелде Сәлим, яр ситенә килеп баҫҡас та. --Эйе-е... – Әлфиә лә, усын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, шаҙра тулҡындарында ҡояш нурҙары йүгерешкән күлде байҡаны, — Хөрриәт... Һәм был илаһилыҡта иреп, онотола биреп йәнәш баҫып торҙолар. Ваҡыттары тығыҙ икәнде лә иҫтән сығарҙылар. Ҡайта һалып етеп, мал-тыуарҙы ҡарап, кискә ирҙең ағаһының юбилейына барырға тейеш икәндәрен дә. --Нимә ул? – кинәт Әлфиә айнып китте, күлдең ағаслы, һөҙәк яғына текәлеп ҡалды. – Ишетәһеңме? Ире йөҙөн күл еленә ҡуйып, рәхәтлектән хатта күҙҙәрен йомған: --Йоҡ. Ҡатын һағая биреп тыңланы ла, тағы өндәште: --Ана бит... Бер тауыш бар. Тик Сәлимдең иҫе китмәне: --Тал араһында балыҡ ҡарпыйҙыр... --Юҡ... был икенсе... Шулай тине лә, йүнәлде лә. Күл тирәләп бара биреп, ағаслыҡ араһына инеп тә китте. Һәм оҙаҡламай һөрән дә һалды: --Сәли-им! Сәлим, тейем!

ҠЫР ҠАҘҘАРЫ КИТӘ, ҠЫР ҠАҘҘАРЫ...
ҠЫР ҠАҘҘАРЫ КИТӘ, ҠЫР ҠАҘҘАРЫ...

Нисек кенә ҡабаланғанда ла, кәйефе ҡайһылай ғына булғанда ла ошо күлгә туҡтай Сәлим. Ҡатыны Әлфиә лә быны белә. Юл буйында юҡтан хасил булған күл ул. Ниндәйҙер белгестәр йәшмә төрҙәрен эҙләп ҡаҙҙылар, ахыры, тау аҫтындағы был соҡорҙо ла, уныһына тиҙ арала һыу тулды ла ҡуйҙы. Шишмә юлы булдымы – һайыҡмай, кәмемәй, таҙа, үтә күренеп ята. Ә төбөндәге таштары уны йәшкелт-шәмәхә итеп сағылдырып, бер ҡыҙыҡтырыр күренеш яһай. Шуға ла юлда йөрөгәндәр ошонда туҡтайҙыр. Был яҡта күлдәр юҡ тигәндәй, тау-таш араһында етеҙ йылғалар ғына. Һәм бына, Хоҙай ҡөҙрәте менән яһалған әлеге һыу ятҡылығын, әллә ниндәй ҡәҙерле нәмәләй итеп, күптәр махсус туҡталып тамаша ҡыла, һоҡланып тороп китә.

--Һай, матурлыҡ! – тип, яурын һөйәктәрен шатырлатҡансы ирәйеп кирелде Сәлим, яр ситенә килеп баҫҡас та.
--Эйе-е... – Әлфиә лә, усын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, шаҙра тулҡындарында ҡояш нурҙары йүгерешкән күлде байҡаны, — Хөрриәт...
Һәм был илаһилыҡта иреп, онотола биреп йәнәш баҫып торҙолар. Ваҡыттары тығыҙ икәнде лә иҫтән сығарҙылар. Ҡайта һалып етеп, мал-тыуарҙы ҡарап, кискә ирҙең ағаһының юбилейына барырға тейеш икәндәрен дә.
--Нимә ул? – кинәт Әлфиә айнып китте, күлдең ағаслы, һөҙәк яғына текәлеп ҡалды. – Ишетәһеңме?
Ире йөҙөн күл еленә ҡуйып, рәхәтлектән хатта күҙҙәрен йомған:
--Йоҡ.
Ҡатын һағая биреп тыңланы ла, тағы өндәште:
--Ана бит... Бер тауыш бар.
Тик Сәлимдең иҫе китмәне:
--Тал араһында балыҡ ҡарпыйҙыр...
--Юҡ... был икенсе...
Шулай тине лә, йүнәлде лә. Күл тирәләп бара биреп, ағаслыҡ араһына инеп тә китте. Һәм оҙаҡламай һөрән дә һалды:
--Сәли-им! Сәлим, тейем!
Ир хафаланып ҡатыны артынан ашыҡты:
--Йә, нимә булды? Күҙ йомоп ынтыла бит ул...
Таллыҡты йырып килеп инде лә, бер мәлгә хайран булды: ҡатыны бот төбөнән һыуҙа йөрөп, күлгә эйелеп ятҡан ағас ботаҡтары араһында ҡамалып сыуалышҡан бәпкәләрҙе ҡыуа ине. Эләктергәндәрен кендегенә хәтле күтәреп бөрөп алған итәгенә тыға. Ә бәләкәйерәк кенә ҡара инә ҡаҙ, йылан тауышы менән ыҫылдап, ҡанаттарын йәйеп-елпеп, уға ҡамасауларға маташа. Маташа ғына түгел, суҡышы менән эләктермәк, ҡанаттары менән һуҡмаҡ булып йән асыҡҡа айҡаша.
--Ҡыу! Ҡыу мынау ҡаҙҙы! Әл-ләү, суҡый би-ит!
--Ты чье? – ире шул ҡәҙәр албырғаны ки...
--А-ай! Нимә ҡарап тораһың?
Ахырҙа, кроссовкиҙарын сисеп ырғытып, Сәлим дә һыуға төшә, ҡатыны менән ҡаҙ араһына инеп, ҡулдарын һелтәй-һелтәй инәлектең һөжүмен кире ҡаға. Әлфиәһе уның ғайын ҡыйыуланып, пипелдәшеп эркелешкән бәпкәләрҙе баҫтыра ғына. Теге бахырҙарға сыбыҡ-сатыр араһында артыҡ ҡасыр урын юҡ, мөйөштәргә һырынышып тороуҙан ары үтә алмайҙар. Унда ла ҡапыл һикереп, ялтарып ҡараған булалар, тик ҡурҡыуҙары хаттин ашҡан, тумалаҡ ҡына баштарын муйын эсенә тартып, бөршәйә лә ҡуялар. Шулай ҙа ике бәпкәне тотоп булманы. Нисектер сатыр араһынан ҡыҫылып инәләре яғына сығып, уның артына боҫтолар. Ә әсәләре инде ҡотҡарып алып ҡала алғандары яғына ынтылырға бирмәне, осоп-осоп ҡунып алышты, ярҙам эҙләп асырғанып ҡаңғылданы. Был хәтлем ҡаршы тороуға ир ҙә сигенде.
--Алайыҡ тегеләрен дә! – тип ныҡышмаҡсы ине ажарланып алған ҡатыны, Сәлим уға үҙенән яман итеп екерҙе:
--Етәр, ҡомһоҙланма! Сыҡ давай!
Ирле-ҡатынлы шаптырлап кисеп ярға ыңғайланылар. Ҡыр ҡаҙы һаман ҡаңғылдай-ҡаңғылдай ҡалған ғына бәпкәләрен ҡамалап йөҙҙө, уларҙы йәһәтләп эйәртеп алып китмәксе булып аҙапланды.
Әлфиә итәген бөрөп тотҡан килеш машинаға ашыҡты. Барып артҡы ишекте асып ебәреп, байлығын шунда ауҙарҙы:
--Өсәү... бишәү...алтау...һигеҙ... туғыҙ... Ҡарале, туғыҙ булған!
--Атаң башы! – тип асыуланды уның артынан килеп еткән ире. – Нишәп тейҙең аларға? Башың бармы ул һинең?
--Ҡаҙҙар уңмай ҙа һаң, беләһең. Икенсе йыл һатып алып ҡушам. Ә былар бушлай...
--Күрәләтә инәһенән тартып алдыҡ... Ҡырағайҙарҙан хуже!
--Әй, һөйләнмәле! Кәрәкмәгәндә гуманный була ла китә! Барыбер кейек-ҡош алып бөтә уларҙы. Икәүһе ҡалды ла инде, улары ла әллә йөрөй, әллә юҡ.
--Йөрөмәгәндә беҙҙең ней эш?..
--Урламаным да инде, урманда йөрөгәнде алдым. Әйҙә, тиҙерәк ҡуҙғал...
Сәлим һаман ризаһыҙ бурылдаһа ла, ҡатыны ҡушҡанды үтәй. Шулай ул, һәр ваҡыт. Ҡатыны нимәгә кәрәк булғанда ла еңә, ризалата, ыңғайлата ирен. Әле лә, һүҙен өҫкә сығара алмаҫын аңлап, йәмерәйеп килеп ултырҙы ла, асҡысын борҙо.

Ҡатырға йәшниктә сурылдашҡан бәпкәләрҙе янына индереп ултыртҡас, нисә йыл рәттән серек йомортҡалар баҫып аҙапланған инә ҡаҙ, аңшайып башын ҡаҡайтты ла ҡатып ҡалды... “Был ни хәл?” тигән кеүек ине уның бөтөн ҡиәфәт-торошо.
--Аңра! – Әлфиә йәшникте ҡаҙға ҡарай этәрҙе. – Бына, һиңә балалар алып килдем. Тораһың шунда...
Ҡаҙ уны аңлағандай шыла биреп, шыла биреп кенә килеп етте лә, йәшник эсенә муйынын һуҙҙы. Унан “ғы-ғы-ғы” тип тауыш бирҙе. Эстәгеләр тағы ла нығыраҡ сорлашты. Инәлек тағы ғыуылданы.
--Йә, ҡабул итәңме?
Бәпкәләрҙе ауҙарып ебәреүе булды, тегеләр, терегөмөш етеҙлеге менән һикереп торошоп, инәлеккә ташландылар ҙа, һырып алдылар. Ә инәлек, хас бала күрмәгән ҡатын шикелле баҙап, аяҡтарын алмаш-тилмәш күтәргеләп, муйынын бер төшөрөп-бер ҡалҡытып, сәбәләнде.
--Тыныслан... тыныслан. Алйыма инде! – тип шелтәләне уны хужабикә, унан бармаҡ янап та ҡуйҙы, — Суҡып ҡара!
Суҡыуын суҡыманы ҡаҙ, шулай ҙа бәпкәләрҙән ҡасырға теләгәндәй тегеләй-былай ынтылды, әрһеҙләшеп инеп килгән нәмәләрҙе суҡышы менән эткеләне һәм, аңлайышһыҙ хистәрен белдерергә теләгәндәй, ҡолаҡ тондороп ҡысҡырҙы:
--Ҡыя-ҡа-ҡа-ҡаҡ! Ҡый-ғаҡ!
Ахырҙа бәпкәләр тубы еңде йыуаш ҡаҙҙы. Күмәкләшеп һырыныша торғас, инәлекте сигендереп алып барып пошмаҡҡа ҡыҫтылар ҙа, тегене ятҡырып, ашығышып ҡанат-түштәре араһына тишеп инеп бөттөләр. Бәтмәкәйҙәрҙең үҙҙәренең дә ҡоттары осҡан, өшөгәндәр ҙә ине. Хор менән һерелдәшеп-сеүелдәшеп йылы эҙләнеләр һәм шул теләгәндәрен табып алып, ҡапыл тындылар. Ҡайҙа тәпәй, ҡайҙа суҡыш йә осалары ғына һерәйешеп ҡалды. Ҡаҙ ғына һаман шаңҡыған хәленән сыға алмайса, күҙ алмаларын тегеләй-былай йүгертте.
--Уй, һиңмай. Был хәттем дә һиңмай булмаҫмы? – тип көлдө ахырҙа уның ҡылығынан ҡатын. – Өйрәнерең, ярай...

Ике аҙна тирәһенән инәлек бәпкәләрен эйәртеп урамға ла алып сыға башланы. Оло кәүҙәле, яй хәрәкәтле аҡ ҡаҙ янындағы үтә ыуаҡ һәм үтә йылғыр ҡара бәпкәләр ҡыҙыҡ ине. Быны, әлбиттә, күрше апай ҙа аңғарҙы һәм ҡойма аша күҙәтеп тороп, һүҙ ҡушты:
--Ай-һай, ҡырҙыҡы әллә бәпкәләре?
Әлфиә аңламамышҡа һалышты:
--Ниндәй ҡырҙыҡы, ти?..
--Ҡыр ҡаҙына оҡшағандар бит.
--Ыста! Ҡайҙан булһын алар бында? Баҙарҙан апҡайттым. Ошондай тоҡом сос, әрһеҙ була тигәнгә алғайным, үҫмәйҙәр... Ашауҙары ла рәтһеҙ.
Күршеһе генә уның хәбәрен ишетмәгәндәй, үҙенекен һөйләп тик торҙо:
--Беҙ бер ҡыр өйрәге йомортҡаларын табып алып баҫтырғайныҡ, өй тамағын мөрхәтһенмәнеләр, һыу буйында ылымыҡ-ҡом эҙләп тик йөрөнөләр... Һимермәнеләр ҙә.
--Әллә... ҡыр өйрәген күргәнем юҡ минең, белмәйем, — тигән булды өндәшмәй ҡала алмаған Әлфиә.
--Үҫә бара ҡанат остарын ҡырҡмаһаң ни... осорға ынтылыр ҙа торорҙар ул.

Августың ҡыҙыу мәлендә, көн аяҙҙа, бесәнен тамамлап ҡуйырға ашыға Сәлим. Отпускыһы ла бөтөп бара. Әле утынын, унан ҡала ваҡ-төйәген йүнләйһе бар.
--Тағы бер һыуһын ҡалды... Остағы яланда ике күбәләй генә ул, — ҡатыны алып килеп тотторған сәй банкаһын ике уртлауҙа түңкәрҙе лә, һәнәк-тырмаһын елкәһенә һалып, ҡуҙғалды ир. – Һин, бар, йыйына тор, мин был яҡты үҙем дә... хәҙер.
Әлфиә эргәләге һоло баҫыуы ситендә йүгерешкән ҡыҙҙарына һөрәнләп ҡул болғаны ла, ҡыуышҡа ҡарай атланы. Сәлим оҙон яландың осон бүлеп торған сауҡалыҡҡа инеп китте. Көн оҙоно тәҡәтһеҙ ҡыҙҙырған ал ҡояш ҡайһы аралалыр офоҡҡа тәгәрәп төшкән дә, һыҙылып ҡына ҡыҙарып байып бара. Иртәгә лә эҫе булыр, ахыры...
Ҡыуыш төбөндәге әрмәк-түшәктәрҙе өҫтәге урҙаға элеп, ҡайһы бер ризыҡтарҙы шишмә сөмөнә ҡуйып, тоҡ-моҡсаларҙы, кейем-һалымды машинаға тултырып, усаҡ төбөн һүндереп, балаларын барып алмаҡсы булып юлланды ҡатын. Эйәрергә ҡушҡайны бит шуларға, уйынға әүрәп оноттолар инде.
Барып етһә – ҡыҙҙар юҡ. Аталарына тағылдылармы икән? Туҡта, сеү...
— Тәпәй!.. Сыҡ тинем... Тәпә-әй..
Һоло ярып алға ынтылды ҡатын:
--Сәлимә! Тәнзилә!
Күп тә бармай өлкән балаһының өҫтөнә барып сыҡты. Илап бөткән тегенеһе, үкһеүҙән тауышы ла саҡ һығылып сыға:
--Тәпә-әй... – һеңлеһенең исемен әйтә алмай шулай тей ҙә ҡуя ул, уның шул теленә ата менән әсә лә эйәргән.
Әсәһен күреп тағы ла нығыраҡ быуылды. Ҡатын уны ҡосаҡлап ҡалды:
--Балам, нимә булды?! Ҡайҙа һеңлең?..
--Йәшенде лә... сыҡмай...
--Йәшенде лә?.. – хәлде шундуҡ төшөнгән әсәнең тауышы һоло баҫыуының өҫтөн яңғыратты:
--Тәнзилә-ә-ә!!! Ҡыҙым! Тән-зил-әәә!
Күп тә үтмәй уның тауышына йүгереп килгән ире күренде:
--Нимә ҡысҡырышаһығыҙ?
--Бәләкәс юғалды! Тапмайым!
--Нисек юғалды?.. – тиһә лә, тырмаларын атып бәреп, баҫыу эсенә инеп сумды ир. Ҡай тәңгәлдә икәнен тауышы ғына аңғартты:
--Тәнзилә-әү!Тәпә-әй! Ҡыҙым, сыҡ! Ҡыҙым, әйҙә, машинаға ултыртам... Ҡыҙы-ым!
Ата менән әсә ашлыҡ тапап баҫыуҙы йырғыланы. Уларҙың һөрәне ике яҡтағы тауҙар араһында шаңдау булып ҡаҡлығып йөрөнө:
--Бала-ам! Балаҡайы-ым!..
--Тән-зил-ләәә!!!
--Ҡыҙы-ым!! Ҡыҙы-ы-ым!!
Баҫыу юлы буйлап эйәртенешеп килгән ике арба, тауышты ишетеп ҡалып, туҡталды. Бесәнселәр баҫыу ситендә һаман илап торған бәләкәс ҡыҙҙан төпсөндө:
--Нимә булды? Нимә эҙләйҙәр унда?
Ҡыҙыҡай үҙәген тарта-тарта яуаплай:
--Бәпәй юғ-ғалды...
Халыҡ бот сапты:
--Ай, Алла!
--Бәпәй тигәненә күпме икән һуң?
--Өс йәш тирәһе микән? Беҙҙең бәләкәй ейән менән бер сама, буғай...
--Йә, Хоҙа... Ҡайҙа китһен ул? Ошо тирәләлер, йоҡлап яталыр йә?..
--Ҡана, тарала биреп һөҙөп китәйек әле! Хәҙер табабыҙ беҙ аны.
Ялан тағы күмәк тауышҡа күмелде:
--Эһе-һе-ей!
--Ау-уу!
--Кил, балам, кил!
--Тәнзилә-әү!
--Һай-һай-һа-ай!!

...Ҡараңғы ҡуйырҙы. Һыбай сабып ҡайтып хәбәр иткән егеттең артынан урман-тауҙы фар яҡтыһында теткеләгән машиналар ылауы килеп етте. Халыҡ күбәйгәндән күбәйҙе. Фонарҙәр, факелдәр, кеҫә телефондары тотҡан ауылдаштар тотош яланды һәм тау итәктәрен ҡыҙырҙы. Төн ауышыуға полиция отряды килеп ҡушылды. Эргәләге ҡаланан эҙәрмән эттәр саҡыртылыуын хәбәр иттеләр. Тик быларҙың береһе лә әсәнең хәлен еңеләйтә алмай ине. Ул әле иҫен юйып китте, әле торҙо ла тағы ынтылды:
--Тәпәйе-ем... баламмм...
Уны тотоп һалырға иттеләр, һыу эсерергә, укол ҡаҙарға маташтылар. Тик Әлфиә сәбәләнеп барыһынан да ысҡынды, бер нәмәгә лә әүрәмәне һәм тынманы:
--Аллаҡайым, үтенәм... Үтенәм, Аллам?.. Мине ал! Ал йәнемде! Бир баламды...би-ирррр?...

...Таң һыҙылды. Урман-тау-ҡырҙар һаман тынманы:
--Ау-у-у!
--Ауууу!
--Ааааа!
--Ууууу!
Машиналар янында, усаҡ тирәһендә тамаҡ сылатҡан, кәңәшләшкән кешеләрҙең күҙ ҡарашына тәрән борсолоу, хафа ятҡан ине. Күптәр инде нимә уйларға, нисек фаразларға ла белмәй.
--Берәй нәмә алып китте микән ни?.. Аптыраҡ...
--Нимә, мәҫәлән? Һолоға айыу төшкән булһа, тиер инең... тота килеп балаға теймәҫ...
--Балалы айыу булһа, кем белә?
--Улай булғанда ла, кәүҙәһе табылыр ине. Айыу әҙәм балаһын тотоп китмәй бит инде.
--Кеше ашаусы айыуҙар юҡ беҙҙең яҡта. Юҡтыр! Булмаҫ!
--Бүре тем более. Бында икенсе хикмәт...
--Китте лә барҙы микән башайҙанып?
— Алыҫ китерлек хәле юҡтыр ул, сабый бит...
--Ҡурҡып иҫен юйып ҡына ятмаһа... йә йөрәк кенәһе ярылып.
--Аллам һаҡлаһын...

...Ҡояш тағы тәҡәтһеҙ ҡыҙҙырҙы. Эҙләү туҡталманы. Әлфиәнең инде йүгерерлек көсө юҡ. Тороп баҫырлыҡ та хәле ҡалмаған. Иларлыҡ та, балаһын саҡырырлыҡ та... Уның бары түше ҡалҡынып-ҡалҡынып, тәне ҡалтыранып китеүе генә тере икәнлеген белгертә. Янындағы шәфҡәт туташы әленән-әле ҡан баҫымын үлсәй, укол ҡаҙай. Эргәһендә йомарланып ҡына өлкән ҡыҙсығы ята, уныһы ла илап арып йоҡлап киткән. Бәләкәй булһа ла, һеңлеһен юғалтыу ҡурҡыуынан ныҡ тетрәнгән.
Сәлим аяҡтарында әле, бирешмәҫкә тырыша. Ваҡыты-ваҡыты менән аңы буталғандай булып китә китеүен, әммә ир ныҡлығы ташламай. Күҙҙәре убылып эскә батһа ла, аяҡ быуындары ҡалтыраһа ла, йөрәге ана туҡтайым, бына туҡтайым тип ҡыҫҡанда ла ҡыбырлап китеп бара. Һәр ҡыуаҡ төбөн, һәр таш аҫтын, һәр үҙәк-соҡорҙо ҡарай. Тауышы ҡарлығып ултырған, шунда ла ирендәре шыбырлап йөрөй:
--Ҡыҙ-ҙы-ым... Ҡошсоғо-ом...

...Көн ауышыуға ҡаланан ике овчарка менән эҙәрмәндәр килде, һауаға вертолет күтәрелде. Төнө буйы йөрөгәндәрҙе ауылдаштарҙың яңы көсө алмаштырҙы. Әсә янында ҡатын-ҡыҙ ултырҙы, усаҡ тирәһендә аш-һыу яраштырҙылар, эҙләүселәрҙе ашатып ебәрҙеләр. Атаны булдыра алған тиклем йыуаттылар, көс бирергә тырыштылар:
--Ҡустым... ныҡ бул. Ҡулыңды төшөрмә.
--Сәлим, ҡорҙаш, инде бынау эттәр эҙенә төшөр ул, туп-тура юл алдылар бит.
--Өмөтһөҙ шайтан ғына... Яҡшыға өмөттәнәйек инде...
Эй, был өмөт тигән нәмә! Әгәр ул булмаһа был донъя күптән хаосҡа төшөп батыр ҙа, кешелек юҡҡа сығыр ине. Йәшәтә торған, йәшнәтә торған һәм ҡабат-ҡабат йәшелләндерә торған өмөт. Өҙөләм-өҙөләм тип тирбәлгәндә лә, әллә ни ҡөҙрәттәр менән ҡабаттан ялғанып китә һәм тормошҡа бәйләп тота торған өмөт. Өмөтлө өмөт... О, бөйөк өмөт! Һин тағы ла үҙеңә һис шикһеҙ ышанырға һәм инанырға икәнде иҫбатланың. Тағы ла йән өрҙөң һәм терелттең...
--Ана! Эттәр!
--Тапҡандармы әллә?!
Усаҡ тирәһендәгеләр аяҡ үрә баҫты. Баштарын эйеп алып, йөк һөйрәгәндәй хужаларын тартҡан овчаркаларҙы етәләгән егеттәргә бер өйөр халыҡ эйәргәйне. Уртала бәүелә-бәүелә саҡ килһә лә, балаһын ҡыҫып ҡосаҡлаған Сәлим. Ҡолап китмәһен тип, уның беләктәренән йөгөн алырға итәләр, тик ул ҡыҙын ҡулдарынан ысҡындырмай.
--Арығанһың бит, ҡана, ағай, үҙем күтәрәйем?
--Йо-оҡ...
--Ял итеп ал, ҡорҙаш...
--Үҙ-ҙем...
Ҡыуышҡа еткәс, ынтылған табипҡа ла буйһонмайынса, балаһын, ике яҡтан ике ҡатынға терәлеп саҡ ҡалҡынған ҡатынына алып килде:
--Тере... табылды... табылды... тыныслан.
--Ы-ы-ыһ... – Әлфиәнең күҙҙәренән йәштәре субырлап аҡты, ә ярылып ҡатҡан ирендәре ҡалтыранып йылмайып маташыуҙан йыртылып ҡанап китте.
Ҡыҙыҡай себен-серәкәйҙән таланып тубалдай булып шешенгән, үлән-селектән сыйылып-һыҙырылған, ҡолап-бәрелеүҙән тубыҡ-терһәктәре ҡыҙарып-күгәргән, әммә етди зыян күрмәгән ине. Хатта кисерештәренән дә тиҙ арынып, әсәһенә йәбешеп, уның йомшаҡ түшенә ҡулын тығып ебәреп һырынды ла, тынысланып шымды.
--Ҡайҙа булған? – тип шыбырлашып ҡына ҡыҙыҡһынды ҡайһылар.
--Баҫыу ситенә сығып, тау ҡырлап барып селек араһындағы кәзә һуҡмағынан үрмәләгән дә киткән икән. Менә-менә кире боролоуҙы белмәгән инде... Бер селек шырлығында кофтаһы сиселеп эләгеп ҡалған булған... Арыуыҡ үткән былай. Бара-бара, ҡырҡма таштар араһына ингән дә ҡыҫылып ултырған...
--Арыһа, асыҡһа, илап туйһа, ятты ла йоҡланы инде, сабый ғына...
--Бала аҡылы менән ҡурҡманы инде.
--Йә, Хоҙам, ҡөҙрәттәрең киң...

Йоҡлаған балаһын ҡосаҡлап, тәрән уйҙарына батып, машина сайҡалтыуына бәүелә-бәүелә килә торғас, кинәт иренә йөҙөн борҙо Әлфиә:
--Сәлим, һин ҡаҙҙарҙың ҡанатын ҡырҡманыңмы?
Ире уға “йәлп” итеп ҡарап алды:
--Йоғ әле.
--Ҡырҡып ҡуйма. Ишетәһеңме? Тейә күрмә.
--Былай ҙа улайтмаҫ инем...
Инде Әлфиә уға һынап ҡарап алды.
— Төшөндөңмө һин дә, Сәлим, төшөндөңмө? Нигә ошо хәл булғанын? Балаһыҙ ҡала яҙғаныбыҙҙы? Уй, Хоҙайым! Минең алйотлоҡ, ҡомһоҙлоҡ арҡаһында ҡыҙыбыҙҙы...
Йәштәренә быуылып бүленде. Һыҡтап алды ла, тағы буталанып дауам итте:
--Ҡыр ҡаҙының рәнйеше генә башыма төштө был... Тик шул ғына... Уй, аңһыҙлыҡ, уй...
--Мин дә урманда йөрөгәндә шул хаҡта ҡырҡ уйланым. Неужели был ҡаҙ ҡарғышы, тинем...
--Шул ғына... Бахырҙы... Үҙем ятам һуҙылып ҡыуышта... Ҡолағымда шул ҡаҙҙың ҡаңғылдауы ғына... башҡа бер нәмә ишетмәйем... Аллаһынан үтенеп һорайым... Баламды ғына ҡайтар, хатамды төҙәтәм, тейем...

Картуфы алынған иркен баҡсала йөрөгән ҡаҙ өйөрө һуңғы көндәре үтә лә тынысһыҙ. Сағыу тауыштары менән көҙгө һауаны телеп, ҡупшы баштарын ҡаҡайтып күкте күҙләйҙәр ҙә, ҡанаттарын елпеп ғауғалашалар. Теге бәләгә тиклем, ялан кәртәнән осоп сығып йонсотҡандарында, Әлфиә иренә әллә нисә ҡат “ҡырҡ ҡанат остарын” тип ныҡышһа ла, быныһы ыжламай йөрөй ине. Хәҙер килеп шулай итеп ҡуймағандарына һөйөнәләр.
...Башта торналар тубы осоп үтте. Ауыл өҫтөн һағышҡа күмеп сорнашып хушлаштылар. Бер-нисә көндән шәп тиҙлектә аҫтан ғына өйрәктәр үтте. Ҡанаттарының “фью-фью” тип һыҙғырғаны ғына ишетелеп ҡалды. Ә ҡаҙҙарҙың күктә пәйҙә булыуын баҡсалағы ҡараҡайҙар һиҙҙерҙе. Улар бер арауыҡ ҡына ҡаңғылдашты ла, муйындарын уҡ кеүек итеп һуҙып, ҡапыл ҡалҡынып бер-бер артлы ҡуптылар. Үҫтергән инәләре ыңғайҙарына йүгереп ҡараған булды ла, тегеләре ерҙән ысҡынғас, туҡтап, өҫкә шаҡайып ҡарап ҡалды. Ә теге туғыҙ ҡаҙ, баҡсаны бер осоп урап, унан икенсе түңәрәкте тағы ла киңерәк һәм бейегерәк итеп алғас, алыҫлаша барған өсмөйөш сылбыр артынан йомолдо. Ҡаҙҙар тауышына күлдәксән көйө йүгереп сыҡҡан Әлфиә, шул тупҡа барып ҡушылған ҡара нөктәләрҙе күҙҙән юғалтҡансы торҙо. Сикәләре буйлап йәштәре тәгәрәне, ә теленә, әллә ҡайҙан, онотолоп бөткән бер йырҙың һүҙҙәре килде:
--Ҡыр ҡаҙҙары китә... ҡыр ҡаҙҙары... Китә микән улар... йыраҡҡа...

Миләүшә Ҡаһарманова.

 

Автор:Гульдар Кадаева