АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
7 Апрель 2022, 11:05

КӘБЕҪТӘ МАЖАРАҺЫ

Мин төҙ генә йүгерекләп китеп барған ерҙән киттем эләгеп, ҡултыҡтағы кәбеҫтәләр китте һәр береһе һәр яҡҡа тәгәрәп. Мин һөрлөгөп киткәнгә туфли китте айырылып, кәбеҫтәне эйелеп алам тигәнсе башым менән машинаның ишегенә төкөп, китте күҙҙән осҡон сәсрәп. Эстән генә: "Ашамағаның кәбеҫтәме, мәсекәй," - тип үҙемде әрләйем.

КӘБЕҪТӘ МАЖАРАҺЫ
КӘБЕҪТӘ МАЖАРАҺЫ
Ирем Рәмистең тағы бер эшкә киткән мәле ине. Ҡайным м-н эш буйынса Сибайға барҙыҡ. Эйәртенешеп улай-былай йөрөнөк тә, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Юлда ҡайным әйтә инде : "Килен, анау ауылға инеп кәбеҫтә алып ҡайтайыҡ. Кәбеҫтәһе һутлы, тәмле була, тоҙларға яҡшы,"-тей инде. "Ярар," - тинем инде, хотя минең яуап все равно бер нимә лә решать итмәй, беҙ уже ауылға боролоп инеп киттек.

Осо - ҡырыйы булмаған кәбеҫтә яланына килеп туҡтағайныҡ, хужа унда юҡ икән. Өйөнә барҙыҡ. Ҙууур гаражмы, әллә склад тейемме икән, эсе тулы кәбеҫтә. Ҡайным мул һөйләргә яратҡан кеше:"150 кг кәбеҫтә кәрәк," - тине лә, ыңғайы бер миңә :"Ана, бар, әйҙә тейә," - тип фарман биреп тә ебәрҙе.

Мин, тыңлаусан килен, йүгерә - атлай, ике ҡултыҡҡа ике кәбеҫтә ҡыҫтыра- ҡыҫтыра машинаға ташый башланым. Эстән генә : "Үңәсең элмәйә икән былай булғас, ул 150 килоны ҡасан ташып бөтәм инде" - тип уйлап йөрөп ятам. Ә теге кәбеҫтә батшаһы м-н ҡайным гәпләшеп бер ҡырҙа торалар.

Бер заман теге ағай эйәк м-н генә минең яҡҡа ымланы ла:"Был еңгәй буламы?" - тейсе😱🤣🤣🤣

Мин төҙ генә йүгерекләп китеп барған ерҙән киттем эләгеп, ҡултыҡтағы кәбеҫтәләр китте һәр береһе һәр яҡҡа тәгәрәп. Мин һөрлөгөп киткәнгә туфли китте айырылып, кәбеҫтәне эйелеп алам тигәнсе башым менән машинаның ишегенә төкөп, китте күҙҙән осҡон сәсрәп. Эстән генә: "Ашамағаның кәбеҫтәме, мәсекәй," - тип үҙемде әрләйем.

... Иҫемде йыйғанда ҡайным :"Ыста, юк, юк,бәләкәй малайҙыҡы килен, бергә йәшәйбеҙ, малай северҙа эштә" - тип аңлатып маташа ине. Теге ағай еще:" Әллә хәҙерге йәштәрҙе кем белә," - тип өҫтәп ҡуйҙы 😆😆😆 ҡайтҡансы ләм-мим һөйләшмәй ҡайттыҡ. Маңлайҙы күптереп🤕 туфлиҙы айырып👣 кәбеҫтә һатыусының еңгәһе👀 була яҙып ҡайтып индем🚶‍♀️

Ҡайныма гел генә эйәрәм дә йөрөйөм, белмәгән кеше шулайтып әллә нимәләр уйлап тороп ҡалалыр инде. Бынау ҡатын ғына ҡалайтып йөрөп ята, тейҙәр микән, әстәғәфируллаһ.
 
Зөлфирә Таһирова.
Йылайыр районы.
 
Автор:Резеда Валиева