Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
21 Март 2022, 22:40

Бала төҫө күрмәһен..

Күп кенә ҡатындар ирҙәренең һөйәркәһе бармы-юҡмы икәнен белгеһе килеп телефонында соҡона, кейемен тикшерә, эҙәрлекләй, баҫтыра, тигәндәй. Ә мин улайтмаһам да хыянат беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Иң ҡурҡынысы шул: иремдең был аҙымы беҙҙе башҡа бала һөйөүҙән мәхрүм итте...

Бала төҫө күрмәһен..
Бала төҫө күрмәһен..

Ришат менән уҡып йөрөгәндә үк дуҫлашып, бер-беребеҙҙе яҡшы белгәс кенә өйләнештек. Икебеҙ ҙә бер предприятиеға эшкә урынлаштыҡ. Ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп улыбыҙ тыуҙы. Ирем ғаилә башлығы ғына булмаһын, хеҙмәтендә лә үрләһен, тип тырыштым. Ысынлап та , ситтән тороп институт тамамлауға, етәксе вазифаһын да ышанып тапшырҙылар. Шунда башланды уның һулға йөрөүе. Ҡатындар үҙҙәре түшәлеп ятты. Улар араһында баш бухгалтеры айырыуса иғтибар күрһәтте. Араһында йөрөгәс, барыһын да белеп-күреп йөрөнөм. Белмәгәндәрен алып килеп еткереп торҙолдар. Шулай бер мәл ирем беҙҙе ташлап теге йәш бухгалтер һөйәркәһенә китте. Уныһына йәш егеттәр бөткәнме инде, эргәһендә уралған эшсе егеттәрҙе күҙенә лә элмәгән була, бисараҡай. Беҙ фатир алғанбыҙ, күсенеп йөрөйбөҙ, ирем бөтә нәмәне лә аша атлап, сыҡты ла китте. Инәлеүҙәрем, ялбарыуҙарым һөҙөмтә бирмәне.

Яңы йыл алдынан бөтә коллектив менән бал-маскарадҡа йыйылдыҡ. Шунда иремдең янына барып:

--Ришат, һин бит сихырланғанһың. Шуға ла беҙгә күңелең тартмай. Әйҙә, өшкөрөл, үҙ аңыңа, асылыңа ҡайт, улым менән барыһын да ғәфү итәбеҙ,-- тинем инәлеп.

--Һин сихырлағанһың ул мине ваҡытында! Бына хәҙер сихырың бөттө лә минең күҙ асылды. Яратмайым һине! – тип мине кисәнән бөтә кеше алдында артыма тибеп тигәндәй, сығарырға ла оялманы.

Үҙемдә ниндәй көс тапҡанмындыр башҡаса уға әйләнеп тә ҡарамам, тип илай-илай ҡайтып киттем.

Бер аҙҙан барыһы ла урынына ултырҙы: ирем дә бер ни булмағандай бер көн ҡайтып инде. Уны башҡа ерҙә минең кеүек хәстәрләмәүҙәрен, баҡмауҙарын бик тиҙ төшөндө. Йәш ҡатынға аҡса ғына кәрәк булып сыҡты. Моронона еткән ауыры ла бар ине, унан да бик тиҙ ҡотолдо. Күп тә үтмәй ул һөйәркәһе артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән теге эшсе егеткә кейәүгә барҙы. Ике аяғына ултыртырға тип ике ул табып бирҙе, тип һөйләнеләр аҙаҡ.

Ә беҙҙең башҡа балабыҙ булманы. Булмаҫлыҡ итеп эшләгән шул теге ҡара уйлы ҡатын. Сихырсыларға йөрөгән. Шунда әйткән:

--Ришат башҡа бала төҫө күрмәйәсәк. Эшләттем мин уны, кире ғаиләһенә ҡайтҡан булып минең йән ингән баламды алдыртты. Башҡа ул атай булмаясаҡ!—тип әйткән бер танышҡа.

Ысынлап та, шулай булды. Бер туҡтауһыҙ дауахана юлын тапаһаҡ та, башҡа ауырға ҡала алманым...

 

Автор:Гульдар Кадаева