Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
20 Март 2022, 17:20

Аҡса ҡоло

...Һис белмәгән кеше менән йәшәп китеүе ауыр булды. Төндәр буйы һыуыҡ мунсала илап сыҡҡан саҡтар аҙ булманы. Улар – мине, мин уларҙы ҡабул итә алманыҡ. Ҡәйнәм һәр ваҡыт ризаһыҙ йөҙ менән йәшәне. “Етемгә өйләнмәһә, ҡыҙ бөткәнме? Ни мал килмәне килен артынан, ни дан. Эшенең рәте юҡ. Писанный красавица булһа, бер хәл ине...” 

Аҡса ҡоло
Аҡса ҡоло

Аҡса ҡоло

Автобус туҡталышында Сулпан еңгәйҙе күреп, аптырап ҡалдым. Бер аҙ текләшеп торҙоҡ та, ҡоластарҙы йәйеп, бер-беребеҙгә ташландыҡ.

– Еңгәм!

– Һылыуым!

Ул миңә ниңәлер һәр ваҡыт шулай тип әйтә торғайны. Ғәҙәттә, еңгәйҙәр ир яғынан ҡыҙ туғандарына бикәс тип өндәшә. Хәйер, уның элекке ире Илһамға һис кенә лә туғанлығым юҡ. Бары тик бер урамда йәшәйбеҙ, өйҙәребеҙ ҡыялатып урам аша урынлашҡан. Артыҡ аралашып та йәшәмәнек. Сулпан еңгәй беҙҙең ауылға килен булып төшкәс, ярты йыллап бөтөнләй урамда күренмәне. Уны бит хатта кешесә туйлап та алманылар. Тәүҙә, балалы йәки ирҙән айырылған ҡатын, тип уйланыҡ. Улай тиһәң, бер нисә тапҡыр кәләш алып уңмаған Самат ағайым былтыр тағы бәхетен һынап ҡарамаҡсы булды. Күрше ауылдан тол ҡалған Әлфиә исемле ҡатынға өйләнде. Ике яҡтан утыҙлап ҡунаҡ йыйылып, матур ғына табын ҡороп, ҡоҙа-ҡоҙалашып ҡуйҙыҡ. “Әйҙә, тип эйәртеп кенә ҡайтып булмай инде. Кемдең кем икәнен таныштырып, туғанлашып ҡуяйыҡ. Донъя көткәндә яңғыҙ ғына булмай, туғандар кәрәк!” – тигәйне Рәсимә инәй.

Ә Илһам ағай – бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән егет – туйһыҙ, никахһыҙ ҡайҙандыр кәләш алып ҡайтты. Ауыл бит, ҡапҡа тышына сығып йөрөмәһә лә, йәш киленде күреүселәр булды. Имеш-мимеш тә таралды.

– Ирҙә лә булмаған, балаһы ла юҡ. Етем генә ҡыҙ бала икән. Был һаран нәҫелдәргә шул ғына кәрәк инде. Туйһыҙ алып ҡайтты ла ҡуйҙы, ана. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, вис һыпырып эшләп йөрөй бахырҡай...

Сулпан еңгәй менән беҙ участка дауаханаһында таныштыҡ. Ул, тәүге сабыйына ауырға ҡалып, иҫәпкә торорға килгәйне. Ә мин йәйге ялымда аҡса эшләү өсөн отпускка киткән санитарка урынына ҡалғайным. Бик алсаҡ булып сыҡты еңгәй, сират көтөп ултырғансы байтаҡ һөйләшеп алдыҡ. Шунан һуң беҙҙең дуҫлыҡ башланды ла инде. Быға тиклем ҡапҡаларын ҡаҡҡан юҡ ине, Илһам ағайҙарға юлым йышайҙы. Бер аҙҙан йәш ғаиләнең улы тыуҙы, сабыйға Роберт исеме ҡуштылар. Еңгәй бер ваҡытта ла тормошона зарланманы. Быға мөмкинлек тә юҡ ине: мин барып инеү менән, башлаған эшен туҡтатып, йә Илһам ағай, йә уның әсәһе Юлбикә апай килеп инә.

– Илай. Көнө менән төнө буталды инде бахырҙың. Күҙ тейҙереп бөтөрҙөләр. Элек сит кешегә баланы бөтөнләй күрһәтмәгәндәр. Хәҙер йолаларҙы һанға һуҡмайҙар бит. Ишек ябылғаны ла юҡ: эте-бете ҡалмай, тигәндәй. Баланы ауырыуға һабыштырып...

Ҡартаймаҫ элек әбейгә әйләнгән Юлбикә апайҙың был һүҙҙәре миңә ҡағылғанын бик яҡшы аңлайым. Тик башты алйотҡа һалам да, бәләкәй бәпесте күтәреп уйнайым ғына. Үҙем дә һөйләнәм әле:

– Бына бит, иламайым, тигән Роберт. Егет кешегә күҙ теймәй ул, эйе бит? Һин бит егет! Әйҙә әле, холҡоңдо күрһәтеп ал! Ҡысҡырып ила. Иламайһыңмы? О-ой-й! Көлә бит был малай!

Тик Илһам ағай менән Сулпан еңгәй, биш-алты йыл тирәһе йәшәгәс, ҡапыл ғына айырылышты ла ҡуйҙы. Шунан һуң беҙҙең юлдар айырылды, дуҫлыҡ ебе лә өҙөлдө. Еңгәмдең ҡайҙа, кем менән йәшәүен дә, ниңә айырылыуын да белмәнем. Тау менән тау ғына осрашмай, тиҙәр. Бына беҙ ҙә уйламағанда баш ҡала урамында күрештек.

– Хәлең нисек, еңгәй? Ҡайҙа эшләйһең, йәшәйһең, тигәндәй...

– Һәйбәт кенә, һылыуым. Бына яңы ғына “Магнит” магазинының филиалына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Шуға бына төп офисҡа килгәйнем, һине осратыуға булған икән. Ә былай минең эш тә, йорт та Шаҡша биҫтәһендә, ҡала үҙәгенә йылына бер нисә тапҡыр ғына киләм.

– Роберт ҡайҙа? Үҙең менәнме?

– Эйе. Быйыл 8-се класҡа уҡырға бара инде. Башҡаса кейәүгә сыҡманым, икәүләп кенә йәшәп ятыш. Ә һинең хәлең нисек? Кейәүгә сыҡтыңмы?

– Нимә тип тә әйтергә белмәйем. Рәсми рәүештә никах теркәлмәгән. Туғандар менән дә таныштырманым әле. Мәсеткә барып, никах уҡыттыҡ та, ҡуртымға фатир алып, йәшәп ятабыҙ. Бер-беребеҙгә өйрәнергә кәрәк, тип уйлайым...

– Бик дөрөҫ, һылыуым. Барлыҡ йәш ҡыҙға үҙ тормошомдо миҫал итеп, шул аҡылды өйрәтәм. Әйҙә, анау кафеға инеп, сәй эсеп алайыҡ. Телефон номерҙары менән алмашырбыҙ. Ҡунаҡҡа килеп сығырһың. Тик уныһы тиҙ генә булмаҫ инде. Ҡаланың үҙ ритмы бит: күрешергә, йөрөшөргә ваҡыт юҡ. Үҙем дә ике урында эшләп йөрөйөм, ипотекаға фатир алғайным. Шуға күрешкәндә булһа ла иркенләп сәйләп алайыҡ, – еңгәм,  кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй, етәкләп алды ла, кафеға әйҙәне.

Ҡаршылашманым, сөнки яратҡан еңгәмдең хәл-әхүәлен, айырылыу сәбәбен, бөгөнгө йәшәйешен белгем килә ине. Белмәһә, Илһам ағайҙың да ғибрәтле үлемен һөйләрмен, тип уйланым. Сәй артында һүҙгә һүҙ ялғанып, кискә тиклем ултырҙыҡ. Был арала Сулпан еңгәй үҙенең мөхәббәт тарихын да бәйән итте.

– Мин бит балалар йортонда үҫтем. Атай-әсәйем юл фажиғәһендә үлгәс, ҡартайып барған өләсәйем, ҡарауы ауыр булыр, тип шунда алып барған. Үлгәнсе килеп, хәлемде белеп йөрөнө. Мәктәпте тамамлағас, беҙҙе һөнәрселек училищеһына уҡырға бирҙе­ләр. Аҙаҡ ашнаҡсы булып эшкә урынлаштым. Илһам эш менән килгәнендә ашарға ингән булған, шунда таныштыҡ. Менюны ныҡлап өйрәнде лә, кеҫәһенән бөтәрләнеп бөткән 50 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса һәм тинлектәр сығарҙы. Бик оҙаҡ иҫәпләгәс: “Миңә майһыҙ ғына тары бутҡаһы менән уха бирегеҙ”, – тине. Сәйҙе лә шәкәрһеҙ һораны. Үҙем аҡсаһыҙ интегеп йәшәгәс, уны ла үҙем кеүек етем йәки эскән атай-әсәй менән яфаланып йәшәгән егет тип уйланым. Яраттыммы уны әллә йәлләнемме – аныҡ ҡына әйтә алмайым. Шулай ҙа бутҡаны норманан күберәк һалдым һәм кассир күрмәһен өсөн май киҫәген төпкәрәк төртөп, өҫтөн бутҡа менән һылап ҡуйҙым. Ул быны күреп, йылмайҙы. Яратыу булғандыр ул, Илһам төҫкә лә матур ине бит. Бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, ул тағы килде. “Һинең турала уйлап тик йөрөйөм. Шуға танышырға тип килдем”, – тип тураһын әйтте. Нимә әйтергә белмәй, аптырап тора инем, ашханалағы олораҡ ҡатындар көлә-көлә, мине эштән иртәрәк  ебәрҙе. Парктағы эскәмйәгә сығып ултырҙыҡ. Нимә һөйләшкәнде хәтерләмәйем инде. Ул әсәһе менән генә йәшәүен, атаһының вафат булыуын һөйләне. Мин үҙ тормошомдо бәйән иттем. Бер аҙнанан Илһам тағы килде һәм өйләнешергә тәҡдим итте. “Тик туй үткәрергә мөмкинлек юҡ. Әсәйем дә, ғаилә ҡорорға теләүемде әйткәс, артыҡ шатланманы. Бында йыш килеп йөрөргә аҡса яғы самалы, шуға, әйҙә, оҙаҡҡа һуҙмай ғына өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ”.

Һәр ҡыҙ кеүек, мин дә аҡ күлдәк кейеп, гөлләмә тотоп кейәүгә сығырға, туй үткәрергә хыяллана торғайным. Илһамдың тәҡдименә лә аптырап ҡалдым. Быға тиклем дуҫлашып йөрөгән егетем бөтөнләй булманы. Шуға ла кейәүгә сығыу уйымда ла юҡ ине. “Беҙ бит бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәйбеҙ!” – тиеүемә ул, иҫе китмәй генә: “Нимәне белергә кәрәк һуң ул? Йәшәй-йәшәй белербеҙ әле”, – тип яуапланы. Ни булһа ла бер аҙнанан ул мине әйберҙәрем менән үҙҙәренә күсереп алып ҡайтты. Ярай  законлы никах талап итергә башыма етте. Юғиһә улым ошо көндә “атайһыҙ” тигән мөһөр менән йәшәр ине.

Һис белмәгән кеше менән йәшәп китеүе ауыр булды. Төндәр буйы һыуыҡ мунсала илап сыҡҡан саҡтар аҙ булманы. Улар – мине, мин уларҙы ҡабул итә алманыҡ. Ҡәйнәм һәр ваҡыт ризаһыҙ йөҙ менән йәшәне. “Етемгә өйләнмәһә, ҡыҙ бөткәнме? Ни мал килмәне килен артынан, ни дан. Эшенең рәте юҡ. Писанный красавица булһа, бер хәл ине...” Балалар йортонда үҫкәс, мин һәр ваҡыт кешеләр менән аралашып йәшәүгә өйрәнгәйнем. Ә уларға айҙар буйы бер кем килмәй, үҙҙәре лә кешеләр менән аралашмай. Бейек ҡапҡаларын көндөҙ ҙә бикләп ултыралар. Ә аҡса улар өсөн Алла урынында була торғайны. Магазиндан тоҙ, шырпы, сәй кеүек кәрәкле әйбер алыу өсөн дә янсыҡ ҙур ауырлыҡ менән асыла. Бала тыуыу улар өсөн шатлыҡ булдымы, юҡмы – әйтә алмайым. Ә бына кейем-һалымға, дарыуға аҡса һорай башлағас, мине әрләү, битәрләү  тағы ла йышайҙы. Балаға тигән аҡса уларҙың кеҫәһенә инеп ятты.

Иң ауыры – Илһам менән бөтөнләй уртаҡ тел таба алманыҡ. Мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға күпме генә тырышһам да, килеп сыҡманы. Бынан ҡала, иремдең йәшереп эсә торған холҡо асыҡланды. Башҡалар шикелле ҡунаҡта йәки байрамда түгел, ә өйҙә, бикләнеп эсә ине. Кеше уның был холҡон белмәне. Ә иҫерек сағында уның барлыҡ агрессияһы тышҡа бәреп сыға. Күрше-күләнде, класташтарын, хеҙмәттәштәрен әрләй башлай. Ә мин шул һүҙҙәрҙе тыңларға, уны хупларға тейешмен. Яңылыш йоҡлап китһәм йәки кире һүҙ әйтһәм, аяҡҡа тибеп уята. Робертҡа биш йәш тулғайны инде. Алдына ултыртып, улына сираттағы “дәрес”те уҡыта башланы. “Әсәйең – ноль! Әгәр мин уға өйләнмәгән булһам, ошо көндә йәшәр урынығыҙ ҙа булмаҫ ине. Ә ул минең ҡәҙерҙе белмәй...” Шул саҡ улым: “Әсәйҙе яратам. Һинән һаҫыҡ еҫ килә!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бындай һүҙ көтмәгән Илһам баланы иҙәнгә бәреп төшөрҙө лә типкесләй башланы. Йән әрнеүе менән аралап, баламды ҡосағыма алдым да, урамға сығып ҡастым. Шунда китергә хәл иттем. Ауыл советы башлығы, мәктәп директоры менән бергә ҡайтып, документтарҙы, кейемде алдым да, Өфөгә сығып киттем. Бында ниндәй ыҙаланыуҙар, алданыуҙар күреүем, эшкә урынлашып китеүем, фатир алыуым – үҙе бер китап яҙырлыҡ. Шулай ҙа күңелем тыныс. Үҙем етем үҫкәнгәме, матур, ҙур ғаилә тураһында хыялландым. Тик уйламай яһалған аҙым менән тормошом боҙола яҙҙы. Шуға күрә, һылыуым, кейәүгә сыҡҡанда иғтибарлы бул. Ирең буласаҡ кешенең мотлаҡ холҡон һынап ҡара, иҫерткәнсе бер эсерергә лә кәрәк. Ҡайһы бер арыу ғына кешеләрҙең дә енен күтәреп ебәрә ул. Хәҙер бит “гражданлыҡ никахы” киң таралған, бер яҡтан, бик уңайлы нәмә ул...

– Илһам ағай менән аҙаҡ осрашманығыҙмы?

– Рәсми айырылышыу алдынан күрҙем. “Алимент юлламаһаң ғына ризалыҡ бирәм!” – тине. Ярар, тинем.

– Үлемен ишеткәнһеңдер?

– Эйе... Мин уны ғәфү иткәйнем. Күңелемдә үпкә юҡ. Робертҡа ла уны яманлап һөйләмәйем. Тик яҙмышы аяныслы булыуы йәл...

Бынан дүрт йыл элек Илһам ағайҙарҙың өйөнә ут ҡапҡайны. Ике сәғәт тирәһе ауыл халҡы ут һүндереүселәр менән бергә янғынға ҡаршы көрәште. Тик ҙур йорттан торомбаштар ғына тороп ҡалды. Икенсе көндө хужаны һарайында аҫылынған килеш таптылар. Алдында ҡара көйгән ҙур төйөнсөк булған. Ә уның эсендә янғында зыян күреп, яраҡһыҙға әйләнгән мең, 5 мең һумлыҡ банкноталар булған, ти. Балаһын, ҡатынын юғалтыуға битараф ҡала алған кеше аҡсаһының күмергә әйләнеүен күтәрә алмаған...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

 

Аҡса ҡоло
Аҡса ҡоло
Автор:Гульдар Кадаева