АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
9 Март 2022, 18:10

СГИНЬ, ВЕДЬМА, СГИНЬ...

Үҙем ҡурҡып киттем дә :"Тәлғәт, был мин бит Гөлназ, Тәлғәт, был мин бит, "-тип артынан йүгерҙем...

СГИНЬ, ВЕДЬМА, СГИНЬ...
СГИНЬ, ВЕДЬМА, СГИНЬ...


Уҡыу йылының аҙағы, ана-бына июнь тыуырға торғандыр. Бер ваҡыт эштән ҡайттыҡ та килендәшем (мәрхүмә) менән ғәҙәттәгесә беҙгә инеп көлөшә-көлөшә сәй эстек.

Унан ул ҡайтып китте. Күп тә тормай :"Тәлғәт ишекте бикләп тороп сығып киткәнсе, асҡыс та ҡалдырмаған," - тип кире килеп инде. Арыуыҡ ваҡыт булып, инде ҡайтҡандыр инде, тип ҡайтып китте.

Ҡайтһа ишек һаман бикле, ти. Улай-былай йөрөгән, эштән һуң бит инде, арыған еңгәм тәҙрә аша инергә булған. Форточка асып, үрмәләп өйгә ингән. Хәҙер бының йәне көйгән бит инде. Эштән ҡайтып тора, ишек бикле, асҡыс юҡ, үҙе һаман ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Күп уйлап тормай, ятҡан да йоҡлаған был.

Бер ваҡыт йоҙаҡ сылдырлаған тауышҡа уянып киткән. Был ишекте асҡансы, ырғып торҙом да, тиҙ генә сәсемде туҙыраттым да, тараҡ алып начёс эшләп, өс бөртөк сәсемде өҫкә ҡаратып ҡуйҙым, ти. Ҡайҙан кәрәк өҫтөмдә мул ғына аҡ төҫтә сорочка.

Йүгереп соланға сыҡтым да, ике ҡулымды өҫкә күтәреп ишек төбөндә торам👻👻👻 Тәлғәттең ишекте асыуы булды:"Бааааххх," - тип килеп ҡысҡырҙым. Тәлғәттең күҙе аҡайып, ҡапыл артҡа сигенеп китте лә, ялт әйләнеп :"Сгинь, Сгинь ведьма! Помогите, ведьма! Сгинь, пошла, ведьма," - тип ике ҡулын болғап, руссалап тороп ярҙам һорап, йән фарман ҡасып бара ти😂😂😂😂.

Хәҙер үҙем ҡурҡып киттем дә :"Тәлғәт, был мин бит Гөлназ, Тәлғәт, был мин бит, "-тип киттем артынан йүгереп тей😂😂😂Артынан баҫтырып килгән мине күреп тағы шәберәк йүгерә, ҡысҡыра торғас тауышы сыйылдап сыға башланы, тей 😂😂😂

Кәртә яғына барып саҡ ҡыуып еттем. Ҡалтырап төшкән, дерелдәп, тыныслана алмай тора, ти. Еңгәй үҙем эсем ҡатып көләм, һөйләй алмайым да ҡуям, тей. Тағы Тәлғәт ҡуйырҙан-ҡуймай :"Был ысын һинме?" - тип тотҡослап ҡарай ҙа арта сигә биреп ҡуя тей😂😂😂

Тәлғәт ағай тынысланғас :"Ишек тыштан бикле, нисек индең ул? "-тип һораған була ти. Культурный ғына кейенгән , осло тағалы туфли кейгән уҡытыусы кәләше тәҙрә аша йөрөп ята, тип башына ла килмәгәндер инде...

Зөлфирә Таһирова.
Йылайыр районы Сәләх ауылы.

Автор:Резеда Валиева