Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
9 Март 2022, 17:10

БАРМАҠТАРЫҢ НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?

Бөгөн һәр төрлө психологик тестар бар. Уларға яуаптар биреп йә иһә күҙәтеүҙәр аша кешенең холоҡ-фиғелен белергә була. Әйҙәгеҙ, бармаҡтар формаһына ҡарап, кешенең характерын асыҡлайыҡ әле. Үҙебеҙҙең бармаҡтарға ла иғтибар итәйек. Яуаптар тап киләме?

БАРМАҠТАРЫҢ НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?
БАРМАҠТАРЫҢ НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?

А тибындағы бармаҡ эйәләре

  • Башлыса хис-тойғоларығыҙҙы йәшәрәһегеҙ. Һеҙ көслө, үҙаллы кеше булып күренергә тырышаһығыҙ.
  • Хисле булһағыҙ ҙа тойғоларығыҙҙы йәшерәһегеҙ.
  • Үҙегеҙ яратҡан кешегә тойғоларығыҙҙы күрһәтмәһәгеҙ ҙә ят кешеләр алдында хистәрегеҙҙе йәшермәйһегеҙ.
  • Тойомлауығыҙ көслө.
  • Ике йөҙлөлөктө, алдашҡан кешеләрҙе, нимәнелер һөйләп бөтмәгән кешеләрҙе яратмайһығыҙ.
  • Бер аҙ һауалы ла һеҙ. Ҡайһы саҡ түҙемһеҙ булып китәһегеҙ.
  • Мәрхәмәтлеһегеҙ, ярҙам итергә тырышаһығыҙ. Кешеләрҙең үтенесен, был һеҙгә оҡшап етмәгән эш булһа ла, үтәйһегеҙ.
  • Йылмайырға, көлөргә яратаһығыҙ.

 

В тибындағы бармаҡтар:

  • Һеҙ үҙегеҙҙе үҙегеҙ яратҡан кешегә арнайһығыҙ.
  • Хислеһегеҙ, тик күрһәтеп бармайһығыҙ.
  • Алдығыҙға эш алһағыҙ, аҙағынаса алып барып етәһегеҙ.
  • Яңғыҙлыҡтан ҡурҡмаған һымаҡ ҡыланһағыҙ ҙа, ысынында былай түгел. Ҡурҡаҡ булып күренмәҫкә тырышаһығыҙ.
  • Бик йомшаҡһығыҙ, һеҙҙе үпкәләтеү ҡыйын түгел, әммә быны кешегә күрһәтмәйһегеҙ, көслө кеше булып күренергә тырышаһығыҙ.
  • Фантазияға бирелергә яратаһығыҙ. Идеаль киләсәк хаҡында хыялланаһығыҙ.
  • Эстән ҡара янып йөрөһәгеҙ ҙә тышҡа сығармайһығыҙ.

 

C тибындағы бармаҡтар:

  • Башҡалар фекерен ихтирам итәһегеҙ.
  • Кешеләрҙең һеҙгә ышаныуын, һеҙгә бойһоноуын яратаһығыҙ.
  • Негативты күңелегеҙгә яҡын алмайһығыҙ, һөйләнсек, мыжыҡ кеше түгелһегеҙ.
  • Бик хислеһегеҙ, ауыр хәлдәрҙән ҡасаһығыҙ. Яңы, билдәһеҙ эшкә тотонмайһығыҙ.
  • Бик йомшаҡһығыҙ. Ауыр һүҙҙе күтәрә алмайһығыҙ. Шулай ҙа тиҙ ғәфү итәһегеҙ, кеше араһындағы иреште яратмайһығыҙ.
  • Бәхәстән һуң беренсе булып ғәфү үтенеүҙе өнәп етмәйһегеҙ.
  • Проблемаларығыҙҙы кеше менән уртаҡлашмайһығыҙ, үҙегеҙ хәл итергә тырышаһығыҙ.

 

Автор:Резеда Валиева