Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
8 Март 2022, 16:25

НИНДӘЙ ЗАТТАН ҺИН,ҠАТЫН-ҠЫҘ?

БАЙМАҠ РАЙОНЫНЫҢ ИҪӘНБӘТ АУЫЛЫНАН ГӨЛЗИФА ИСРАФИЛОВА 8 МАРТ—ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ УҢАЙЫНАН ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҒА, ӘСӘЛӘРГӘ АРНАЛҒАН ШИҒЫРЫН ҺЕҘГӘ ТӘҠДИМ ИТӘ.  

НИНДӘЙ ЗАТТАН ҺИН,ҠАТЫН-ҠЫҘ?
НИНДӘЙ ЗАТТАН ҺИН,ҠАТЫН-ҠЫҘ?

НИНДӘЙ ЗАТТАН ҺИН,ҠАТЫН-ҠЫҘ?


Ауыр инде,көс еткеһеҙ
донъяның йөгө,
шуны йөкмәп китеп бара
ҡатын-ҡыҙ бөгөн.

Иргә ярай,бала таба
Йортон баға,икмәк һала.
Йөрәгенең йылыһынан
Һәр-кемгә лә өлөш һала.

Тоғро ҡалып асылына
Йорт усағын һаҡлаусы ул,
Ғаиләһен сит-ят күҙҙән
Яуызлыҡтан яҡлаусы ул.

Ил-йортондағы хәлдәрҙән
Һис тә ситтә тороп ҡалмай
Сабыр,сибәр һәм белемле -
Заман менән бергә атлай.

Арыным тимәй,зарлана белмәй
Ә һуң ул да бит ҡәҙимге кеше
Тик нәфисерәк, нәҡ сәскә ише
Һин ниндәй заттан,әй ҡатын-кеше?!

Кемдеңдер ҡыҙы-йортоның наҙы
Кемгәлер ҡатын,кемгә өләсәй.
Берҙән-бер генә,ғәзиз һәм яҡын
Башланғысыбыҙ-ул беҙҙең ӘСӘЙ!

 

ӘСӘ ҺАБАҒЫ .
Әсәй булырға тырыштым
Үҙем белгәнсә .
Күңелемдең наҙ , йылыһын
Бирҙем бөткәнсә .
Әсәлек бурысым өҫтән
Төшмәҫ үлгәнсә .
Һеҙ тип тибер йөрәгем дә
Һүнеп киткәнсә .
Үҙемдә булғанды бирҙем ,
Үҙем белгәнде .
Нимәне яҡшы тип таптым ,
Изге тигәнде .
Бәлки , ниҙер булмағандыр
Һеҙ теләгәнсә .
Нимәнелер эшләмәһәм
Һеҙ үтенгәнсә ...
Һеҙ мине ғәйепләмәгеҙ ..,
Алығыҙ һабаҡ .
Мин яһаған хаталарҙы
Ҡуймағыҙ яһап !
Мин бары тик әсәй булдым
Үҙем белгәнсә ..,
Фәрештә затынан түгел ,
Ябай бер әсә.

**

ӘСӘ ТЕЛӘГЕ .
Әсә булыу бәхеттәрен
Татыттың . Рәхмәт , Аллам .
Емешеңден иң татлыһы ,
Иң әсеһе лә - Балам .

Беләккә көс булған сағын
Һиҙмәнем үткәндәрен.
Ояларын ташлап осҡас
Аңғарҙым үҫкәндәрен .

Ҡулдарымдан осорһам да
Осормайым йөрәктән .
Әсә күңеле балала шул ,
Кемдер бик белеп әйткән .

Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә
Һау булһын балаларым .
Ҡабул булһын улар өсөн
Ҡылған бар доғаларым .
* * *
Белдем , балдан татлы икәнен
Баламдың балалары .
Еҫтәре йәннәт һулышы ,
Йөрәгем парәләре .
Әсәйле булып үҫһендәр
Баламдың балалары .
Яҙмышымдың бүләктәре ,
Күңелем былбылдары .
Һау булһындар балаларым ,
Күҙемдең ҡаралары .
...Берсә йөрәк яралары ,
Берсә йән дауалары .

**

МИН ҠАТЫН - ҠЫҘ .
Мин ҡатын - ҡыҙ -
Донъялыҡтың ишегемен .
Мин ҡатын - ҡыҙ -
Кешелектең бишегемен .

Мин ҡатын - ҡыҙ -
Ерҙең тере сәскәһемен .
Мин ҡатын - ҡыҙ -
Кешелектең ӘСӘҺЕМЕН !

Мин ҡатын - ҡыҙ ,
Мин Йыһандың бер сере .
Мин Мөхәббәт !
Ә һин - уның әсире .
Мин ҡатын - ҡыҙ
Ҡулдарымда -
Донъя ҡото .
Мин ҡатын - ҡыҙ
Усағымда
Яна утым .

Мин ҡатын - ҡыҙ ,
Мин яҙ һымаҡ .
Наҙлы . Йылы . Илаҡ -
Мин боҙбармаҡ .
Ҡар аҫтында ҡышлаған
Сәскә төҫлө ,
Мин бик көслө !
Илатырмын , йырлатырмын -
Мин бик хисле .
Күңелеңә юл табырмын
Яҙҙар төҫлө .
Минһеҙ донъя -
Сәскәһеҙ ер өҫтө .

**

 

Автор:Гульдар Кадаева