АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
15 Февраль 2022, 18:20

Етем ҡыҙҙың туйына…

Өс йылдан үгәй әсәйем тағы бәхетен һынап ҡарамаҡ булып, бер иргә тормошҡа сыҡты. Аңлайым, ҡатын-ҡыҙға яңғыҙ донъя көтөүе ҡыйын. Иргә барып ҡына ҡалманы, ул бала тапты. Мин тағы ҡурҡыуға ҡалдым. Хәҙер әсәйем генә түгел, атайым да үгәй ине...

Етем ҡыҙҙың туйына…
Етем ҡыҙҙың туйына…

Әсәйем миңә 5 йәш булғанда гүр эйәһе булды. Атайым икенсегә өйләнде. Ул ҡатындың үҙенең ике балаһы бар ине. Татыу ғына итеп, бергә-бергә күңелле йәшәп киттек. Шулай бәхетле генә 9 йыл торҙоҡ. Тик көтмәгәндә ғаилә башлығы – минең атайым да баҡыйлыҡҡа күсте.

Үгәй әсәйем мине тормош ҡосағына ташлар, тип ҡурҡыуым бушҡа сыҡты, атайым барҙа нисек ҡараған, шулай бағыуын, хәстәрләүен, яратыуын дауам итте.

Өс йылдан ул тағы бәхетен һынап ҡарамаҡ булып бер иргә тормошҡа сыҡты. Аңлайым, ҡатын-ҡыҙға яңғыҙ донъя көтөүе ҡыйын. Иргә барып ҡына ҡалманы, ул бала тапты. Мин тағы ҡурҡыуға ҡалдым. Хәҙер әсәйем генә түгел, атайым да үгәй бит.

Ул ир мине урамға алып сығып көсөк кеүек ырғытыр инде, тип хафаландым. Әммә барлыҡ бошоноуҙарым юҡҡа булған икән: үгәй атайыбыҙ арыу, ипле генә кеше булып сыҡты. Балаларҙы һинеке, минекегә айырманылар, үҙҙәренең бәләкәстәрен дә, беҙҙе лә пар ҡанаттары аҫтына алдылар. Мине тәрбиәләнеләр, уҡытып, һөнәр алырға ярҙам иттеләр.

Һәм мин ошо көндәрҙә тормошомдағы иң бәхетле мәлдәрҙе кисерҙем: туй тантанаһында үгәй атайым мине етәкләп алып барып буласаҡ тормош иптәшемә тапшырҙы. Етемлегемде бөтөнләй тоймайым: үгәй әсәйем атайым үлгәс минән баш тартманы, уның ире миңә атайымды алмаштырҙы. Етем ҡыҙҙың туйына уның етем булыуын белмәһендәр тип туғандары шул тиклем ныҡ әҙерләнгәндәр, ти бит. Ә минекеләр өҫтәл тултырып һый әҙерләп кенә ҡалманы: үгәй әсәйемдең балалары туйыбыҙға фатир бүләк итте! Аллаһ Тәғәләмә ошондай әсәй-атай, туғандар бүләк иткәне өсөн мең рәхмәтлемен! Мин бәхетле, һеҙгә лә шуны теләйем!

Гөлиә Б.

 

Автор:Гульдар Кадаева