АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
12 Февраль 2022, 22:00

КҮҘЕҢДЕ АСЫП ҠЫНА ҠАРА ӘЛЕ...

--Фәниә, күҙеңде асып ҡына ҡара әле, минең аяғымды кемдер тота,--тип шыбырлауына уянып киттем.

КҮҘЕҢДЕ АСЫП ҠЫНА ҠАРА ӘЛЕ...
КҮҘЕҢДЕ АСЫП ҠЫНА ҠАРА ӘЛЕ...

Ауылда һәр кемдең йорто янында усаҡлығы (аласығы) бар. Йәй һәр кем шунда йәшәй...
Бала саҡта йәй һайын өләсәйҙәргә барабыҙ. Бер мәл ейән-ейәнсәрҙәренән мин генә барҙым. Яңғыҙымды ҙур йортта йоҡларға һалмайҙар бит инде, ә аласыҡта миңә урын юҡ. Үҙҙәре урындыҡҡа ятты ла, миңә матрас түшәп, иҙәнгә урын һалдылар. Һин дә мин йоҡлап киттем. Бер мәл ҡартатайымдың:
--Фәниә, күҙеңде асып ҡына ҡара әле, минең аяғымды кемдер тота,--тип шыбырлауына уянып киттем.
Уяндым да үҙем аңламайыраҡ торам. Ҡартатайҙың аяғына йәбешеп алғанмын да торам, әй))))
Өләсәйем торҙо ла: "Резеда, ҡыҙым, ят. Бисмилла, бисмилла", - тип миңә ятырға ҡушты.

 

Хәҙер өләсәйем дә, ҡартатайым да был донъяла юҡ инде. Йәндәре йәннәттә булһын.

Әммә ҡыҙыҡтары онотолмай. Ҡартатайымдың үҙенең күҙ йомоп ҡурҡып ятыуын, өләсәйҙе уятып ҡарарға ҡушыуына һаман да көлөп иҫкә алабыҙ.



Һүрәт интернеттан.

Автор:Резеда Валиева