Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
9 Февраль 2022, 20:45

Борон-борон түгел...

5 мартта 85 йәшен тултырасаҡ әсәйем янында ҡыш сығырға ҡаланан 62 йәшлек өлкән апайым ҡайтты. Икәүләп ҡаңғыр-көнгөр киләләр. Атайым үлгәнгә 18 йыл, шунан алып яңғыҙ йәшәп өйрәнгән әсәйем уның донъяһында кемдер хасил булыуын ауыр кисерә. --Бар, бар ҡайт, кейәү көтәлер, балалар асыҡҡандыр,--хәлен белә барып артығыраҡ ултырһаң да күп күрә ул. Ә бында өс ай уның менән берәү торһон әле! Өлкән балаң үҙең менән ҡуша ҡартая торғаны тиҙәрме әле, шул ике әбейҙең ҡыҙыҡтарын яҙайым әле.

Борон-борон түгел...
Борон-борон түгел...

Ҡайт!

Ялда мунсаға алып ҡайтам. Апайым алда, әсәй артта ултыра, күрәм быным илай.

--Ништәп мыршылдап киттең, әсәй? Әллә һыуыҡмы?—тип һорайым.

--Апайың мине үлтерергә уйҙай! Әллә ниндәй эсе боламыҡ эсерә!—тип түгелеп илап ебәрҙе. Беҙ апайым менән көләбеҙ.

--Әсәй, мин һине бағырға тип шәһәрҙе (Яр Чаллыла тора) ташлап ҡайттым! Иммунитетың яҡшы булһын тип “Сибирское здоровье”ның БАД-тарын ғына ашатам бит,--ти апайым аҡланып.

--Ҡайт!

Ҡышты сығайыҡ, шунан ҡарарбыҙ...

***

Әсәйемдең эте, соланында өс бесәйе бар. Апайым шуларға бешереп ашытырға күп итеп макарон изделиелары ала: мейес яҡҡас плитәгә һыу ултырта ла ҡайнаһа, рожки ташлай. Саҡ ҡына плитәнән күҙҙе яҙҙырҙыммы, кәстрүлем юҡ була ла ҡуя, ти апай.

--Ана, этенә, бесәйҙәренә көнөнә өстө тамаҡ бешереп ашата, ә миңә берҙе генә бешерә, -- тип зарлана миңә.

--Әсәй, улар бит һинең малың! Мин бит ҡаланан эйәртеп килмәнем уларҙы. Хайуандар асыға бит!

--Ана, яңы бешергән рожкиңды кәзәгә апсығып бирҙем мин. Эт кәбәк ашаһын!

Апайымды бар ҡалаға барып уны-быны алып кил, йомош тапҡан булып ебәрә лә бөтә нәмәһен йәшерә был. Тоғо менән макарон юҡ, хатта бесәйгә тип алған махсус аҙыҡ та юҡ. Ярай, рожкины үҙең бешереп ашап була, бесәйҙең аҙығын бит бесәй генә ашай!

--Белмәйем, мин бер нәмә лә күрмәнем! – яуап шул.

Шулай, кәзәһе макарон, эте кәбәк ашап ҡыш сығып килә...

**

Рәсүл кәләш алғанда түшәрһегеҙ

Оло кешенең бөтә нәмәгә лә һаҡсыл ҡарағаны билгеле. Әсәйем иһә саманан тыш килештерә. Синдром отложенной жизни көслө. Өсөнсө апайым әсәйҙең кейем-һалымына ныҡ иғтибар итә һәм ураған һайын әйбер ебәрә. Әммә уларҙың береһен дә әсәйем кеймәй. Нимәһе бар өҫтөндә, шуның менән йөрөй бирә. Янында торғанда шул кейемдәрҙе кейҙер, тиһәк өлкән апайға, улар береһе лә юҡ ул, тапмайым, ти. Диван ҡаҡ тип, бер буй юрған индереп түшәгәйнем, был бит ҡәйнәмдең ҡомартҡыһы, ништәп түшәнең тип, һыпырып алды ла шундуҡ йәшерҙе, ти.

Шул ҡомартҡыны тотонһаҡ, өләсәйгә сауап була, тип ҡарайбыҙ, юҡ бирмәй был.

Яңы балаҫ алдыҡ. Әсәй ҡарап торҙо ла:

--Түшәп ҡаранығыҙ, күрҙегеҙ, йомшаҡ. Хәҙер үк кире йыйығыҙ ҙа соланға сығарып һөйәп ҡуйығыҙ, Рәсүл кәләш алғанда түшәрһегеҙ әле,--тимәһенме!?

19 йәш менән барған Рәсүл, бәлки, 10 йылдан кәләш алыр, балаҫ уға хәтлем тороп та иҫкерә инде...

Автор:Гульдар Кадаева