Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Ғинуар 2022, 12:15

АРҠАМДЫ ТЫРНА ӘЛЕ

Йоҡоһона баш була алмаған егет тота ла уҡытыусыһының арҡаһын тырнай башлай.

АРҠАМДЫ ТЫРНА ӘЛЕ
АРҠАМДЫ ТЫРНА ӘЛЕ

Дәрес ваҡытында өлкән класс уҡыусыһы йоҡомһорап ултыра. Уҡытыусы егетте таҡта янына сығара. Уҡытыусы ултырғысының артына ғына баҫып, дәрес темаһын яҡшылап аңламаған уҡыусы таҡтаға нимәлер сыймаҡлап маташа. Оҙаҡлап киткәс, уҡытыусы: "Артымда торма әле",--ти асыуланып. Йоҡоһона баш була алмаған егет тота ла уҡытыусыһының арҡаһын тырнай башлай. Ҡапыл уҡытыусының һикереп тороуынан, класташтарының класс яңғыратып көлөүенән генә яңылышҡанлығын аңлай. Баҡтиһәң, егет “Арҡамды тырна әле”,--тип ишеткән…

Райхана Булатова.

Баймаҡ районы Билал ауылы.

Автор:Резеда Валиева