Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
17 Ғинуар 2022, 11:40

ХӘҘЕР ИҪЕРЕП КИЛӘМ...

--Балалар, һеҙ ултырып тороғоҙ өйҙә, мин хәҙер иҫереп киләм,--тип сығып китте.

ХӘҘЕР ИҪЕРЕП КИЛӘМ...
ХӘҘЕР ИҪЕРЕП КИЛӘМ...

Бер егеттең һөйләүенән:

 

Бәләкәй саҡта күрше инәйгә алыҫтан ейәне ҡунаҡҡа килә ине. Уның менән дуҫлашып алдыҡ, каникулға килеүен көтөп ала инем. Уның өләсәһе алсаҡ, эшкә әрһеҙ генә, яҡшы күңелле, йомарт инәй. Ейәнен дә, мине лә берҙәй яратты.

Бер мәл әллә эсе бошоп, әллә көйөп йөрөгән мәле булдымы икән, ул беҙгә:

--Балалар, һеҙ ултырып тороғоҙ өйҙә, мин хәҙер иҫереп киләм,--тип сығып китте.

Һәм, ысынлап та, күп тә үтмәй иҫереп ҡайтты.

 

Инәйҙе иҫерек күреп өйрәнмәгәс, беҙгә ҡыҙыҡ ине. Ә бына уның “Хәҙер иҫереп киләм” тигән һүҙҙәре беҙҙең өйҙә лаҡап булып ҡалды.

 

Һүрәт интернеттан.

Автор:Резеда Валиева