Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Ғинуар 2022, 11:10

Уйламаған ерҙән фатирлы булған

Торлаҡ эргә-тирәләге ҡаланан да түгел бит әле, ә Мәскәүҙең үҙенән...  

Уйламаған ерҙән фатирлы булған
Уйламаған ерҙән фатирлы булған

Бер әбей 99 йәше тулғас ҡына туғандарын эҙләй башлай. Ни өсөн тиһегеҙме?

Мөлкәтен ҡалдырыр өсөн, әлбиттә...


Мәскәүҙең престижлы Вoйкoвcкий районында йәшәүсе оло йәштәге ҡатын 99 йәшен билдәләгәс өс бүлмәле фатирын кемгә ҡалдырасағы тураһында ныҡлы уйлана. Торлаҡ баҙарында «Сталин»каның хаҡы 20 миллион һумға ҡәҙәр барып етә.

Үҙ көсө менән эшләп алған фатирын әбей дәүләткә тапшырғыһы килмәй һәм уны берҙән-бер яҡын кешеһе, ике туған ҡустыһына бирмәксе була. Әммә ул ир-егет менән ҡатын бер ваҡытта ла аралашмаған. Ҡустыһының Кузбастың көньяҡ баш ҡалаһында йәшәүен генә белгән. Уның исем-шәрифен, адресын да иҫләй алмағас милек хужаһы полицияға барған. Һөҙөмтәлә пенсионерканың туғаны табылған – ул 70 йәшлек Киселевск ҡалаһы кешеһе булып сыҡҡан. Мәскәүҙән мираҫҡа фатир ҡалдырылыу ихтималлығы уға шаҡ ҡатырлыҡ яңылыҡ булған.   

 

Донъяла ниҙәр генә булмай…

Автор:Гульдар Кадаева