Ял минуттары
1 Января 2022, 10:05

ЙОНДОҘНАМӘ

2022 символы--Зәңгәр һыу Юлбарыҫ. Көнсығыш календары буйынса ул 1 февраль башланып 2023 йылдың 21 ғинуарында тамамлана. Был йыл коммуникациялар, хеҙмәттәшлек, ижад, ҡырҡа үҙгәрештәр, рухи үҫеш йылы. Сағыу, бай осор булараҡ та иҫтә ҡалыр. Ниндәйҙер яңы аҙым эшләү өсөн ҡулайлы йыл. Тотороҡлоҡ көтөү кәрәкмәҫ, киреһенсә һәр төрлө үҙгәрештәргә әҙер булыу мөһим. Юлбарыҫ (Барыҫ) ҡыйыу, идеялар менән янып йәшәгәндәрҙе үҙ итер. Яңы йылда бер нәмәнән дә ҡурҡыу кәрәкмәй. Һәр төлө идея-проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы мәл етте. Һөйөүҙә, карьерала, спорт һәм ижади артылышта уңыш көтә.

ЙОНДОҘНАМӘЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

2022 символы--Зәңгәр һыу Юлбарыҫ. Көнсығыш календары буйынса ул 1 февраль башланып 2023 йылдың 21 ғинуарында тамамлана. Был йыл коммуникациялар, хеҙмәттәшлек, ижад, ҡырҡа үҙгәрештәр, рухи үҫеш йылы. Сағыу, бай осор булараҡ та иҫтә ҡалыр. Ниндәйҙер яңы аҙым эшләү өсөн ҡулайлы йыл. Тотороҡлоҡ көтөү кәрәкмәҫ, киреһенсә һәр төрлө үҙгәрештәргә әҙер булыу мөһим. Юлбарыҫ (Барыҫ) ҡыйыу, идеялар менән янып йәшәгәндәрҙе үҙ итер. Яңы йылда бер нәмәнән дә ҡурҡыу кәрәкмәй. Һәр төлө идея-проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы мәл етте. Һөйөүҙә, карьерала, спорт һәм ижади артылышта уңыш көтә.

Ҡуҙы. Һеҙҙең өсөн 2022 йыл финанс, карьерала уңыш, үҫеш, именлек йылы булыр. Был йылда күп кенә ҡуҙылар яңы кимәлгә күтәрелер. Һуңғы ике йылда булған уңышһыҙлыҡтар артынан, ниһайәт, уңыш йылмайыр. Йыл башында уҡ матди хәлегеҙ яҡшырыр, эштә үрләрһегеҙ. Яҙҙан алып йыл тамамланғансы күп эшләргә тура килер, уның ҡарауы һөҙөмтә ҡыуандырыр. Һөйөүгә бәйле мөнәсәбәттәрҙе февраль айына ҡалдырып тор. Мартта күләмле проекттар, мөһим килешеүҙәр, контракттар планлаштырырға мөмкин. Апрель башында теләктәр теләп, пландар төҙөп, рухи үҫеш менән ҡыҙыҡһынып алырға, йәшәү урынын алмаштырырға мөмкин. Яҙ уртаһынан октябрь аҙағынаса карьерала иң уңышлы осор, абруйығыҙ артыр. Эшегеҙҙе йә вазифаны алмаштырырға, өҫтәмә килеп эҙләргә була. Йыл буйына финанс темаһы актуаль булыр. Йә мираҫҡа, йә кредитҡа, йә өҫтәмә килемгә бәйлелек күҙәтелер. Көҙ командировкалар, һөйләшеүҙәр йышайыр. Аҡса артынан ҡыуып, шәхси тормошоңдо онотоп ҡуйма. Көҙ романтик осрашыуҙар, ғаилә ҡороу өсөн уңайлы осор. Һөйөү фронтонда яңы еңеүҙәр көтә. Һаулығыңа ла иғтибар ит.

Буға. 2022 йыл шәхси һәм эшлекле мөнәсәбәттәрҙә уңыш көтә. Позитив йыл, әммә тотороҡло түгел. Йыл башында, көҙ аҙағында ҡыҫҡа ваҡытлы ауырлыҡтар булыр. Ғинуар уртаһынаса эш менән булып, ыңғай үҙгәрештәргә юл эҙләгеҙ. Ай аҙағынан яңы танышлыҡтарға юл асылыр. Тәүге ярты йыллыҡта Буғалар оло һөйөүен осратыр. Мартҡа тиклем сит ит менән бәйле мәсьәлә хәл ителер. Апрелдә тырышлыҡ һөҙөмтәһен күрерһегеҙ. Яҙ уртаһынан октябрь аҙағынаса артыҡ тойолған йөктән ҡотолоп, үҙең теләгән ергә юлығырһың (йәшәү урынын алмаштырырһың, бәлки). Йыл

дауамында профессия өҫтөндә уйланырһың һәм ҡайһы йүнәлеш кәрәклеген аңларһың. Апрель уртаһынан июлгәсә финанс мәсьәләһе актуаль булыр: эшеңде үҙгәртерһең, кредит алырһың, мөлкәтле булырһың, ҙур әйбер һатып алырһың. Апрель аҙағы, ноябрь башында ла көтөлмәгән үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Йыл аҙағы уңышлы осор. Үткәндәр менән йәшәмәй, алға ынтылырға кәңәш ителә.

Игеҙәктәр

Күтәрелештәр һәм “йығылыуҙар” йылы. Профессия өлкәһендә ауыр, әммә перспектив осор. Финанс хәлегеҙ тотороҡло булмаҫ, шуға ла тәүәккәләргә ашыҡмағыҙ, шикле килешеүҙәргә бармағыҙ. Йылды һаулыҡҡа, рухи үҫешкә арнау яҡшыраҡ. Ғаиләгә, мөнәсәбәттәргә иғтибарлы бул, нығыт. Ғинуарҙа эш менән булыш, шәхси хәлеңде ситкә ҡуйып тор. Март башында килешеүҙәр алып барырға була. Апрель уртаһынан октябрь аҙағынаса бәйләнештәр булдырыу өсөн уңайлы ваҡыт. Май уртаһынан июль башланғансы ял итеп алыу яҡшыраҡ. Ошо мәлдә бер аҙ ауырлыҡ һиҙелер, мөһим эштәрҙән ситләшеп тор. Июль аҙағы-август башы үткән ауырлыҡтарҙан ҡотолорһоң. Икенсе ярты йыллыҡта уҡырға, сәйәхәт итергә, бизнесты үҫтерергә мөмкин. Йыл дауамында һаҡ бул, мутлашыусылар ҡармағына эләгә күрмә. 2022 йылда иң ҙур хыялың тормошҡа ашыуы ихтимал.

Ҡыҫала. 2022 йыл--үҙгәрештәр йылы. Бар ҡурҡыуҙарығыҙҙы еңерһегеҙ. Йыл башында уҡ тәүге планға һөйөү һәм мөнәсәбәт сығыр. 2021 йыл аҙағынан 2022 йылдың мартынаса ғаилә хәленә, ғаилә ҡиммәттәренә икенсе күҙлектән ҡарарһығыҙ. Ғинуар аҙағынан коммуникация, интернет өлкәһендә бизнес асыуға уңышлы осор башланыр. Апрель аҙағынан ноябрь башынаса ҡыҫалалалрҙы сюрприздар көтә. Март башында мөһим, юридик һорауҙарҙы хәл итергә мөмкин, һөҙөмтә яҡшы булыр. Шәхси тормошта үҙгәрештәр көтә: тормошоңдо ҡырҡа үҙгәртерҙәй кешене осратырһың. Апрель уртаһында күптәнге хыялығыҙ бойомға ашыр. Август аҙағынан йыл аҙағынаса һине түбәнгә тартҡан йөктән ҡотолорһоң. Һаулығыңа иғтибарлы бул.

Арыҫлан. Тормош үҙгәрештәр индерер. Күп эшләргә тура килер, әммә уңыш артыңдан ҡалмаҫ. Йыл никахҡа инеү өсөн уңышлы. Ғинуарҙа эшкә иғтибарлы булығыҙ, әммә яңы проект башламағыҙ. Ауырлыҡтар булыр, сабырлыҡ юғалтмағыҙ. Һаулыҡҡа иғтибар бүлеп, дөрөҫ туҡланыу файҙа килтерер. Февраль уртаһы шәхси тормош

көйләнер. Апрель аҙағы, ноябрь башы күптән яуап көткән һорауға асыҡлыҡ инер. Май уртаһы, октябрь аҙағы күсеү, мөлкәт һатып алыу, йәшәү урынын хәл итеү өсөн уңайлы осор. Май уртаһынан көҙ аҙағынаса уңышлы булыр: сәйәхәт итерһегеҙ, ҡаҙаныштар яуларһығыҙ. Командала проект өҫтөндә эшләп алырһығыҙ. Интернет тармағы уңыш килтерер.

Ҡыҙ. Һеҙҙе шәхси тормошта, ғаиләлә үҙгәрештәр көтә: йә ғаилә ҡорорһоғоҙ, йә айырылырһығыҙ, йә ғаиләгеҙ тулыланыр, йә башҡа үҙгәреш. Ғинуар аҙағынаса йондоҙҙар һеҙгә яңы эшкә тотонорға, никахҡа инергә кәңәш итмәй. Ғинуар аҙағынан май уртаһынаса, шулай уҡ ноябрҙә шәхси тормош һорауы көнүҙәк булыр. Үҙгәреш көт. Февралдә, март башында яңы танышлыҡ, мөхәббәт, ижад өсөн уңайлы. Ғаиләһендә тотороҡлолоҡ булғандарҙы эшлекле үҙгәреш көтә: килешеүҙәр төҙөү, яңы партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү. Апрелдең тәүге яртыһында теләктәрегеҙ бойомға ашыр, бүләктәр алырһығыҙ, еңеү яуларһығыҙ, юридик мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Май уртаһынан ноябрь аҙағынаса килемегеҙ артыр, үҫеш күҙәтелер. Күптәр эшмәкәрлеген үҙгәртер.

Үлсәү. Йыл әүҙемлек талап итер. Килем алыу сығанағың, килемең дә үҙгәреп торор. Йыл башында иғтибарҙы эшкә йүнәлт. Карьерала үҫеш, эш алмаштырыу күҙәтелә. Йылдың икенсе ярты йыллығы партнерҙар һәм мөхәббәт мөнәсәбәттәре өсөн ҡулайлы. Яҙмышты үҙгәртерҙәй осрашыуҙар, ғаиләлә тулыланыу булыуы ихтимал. Ғинуар аҙағынан март башынаса күсенеү, йәшәү урынын алмаштырыу, мөлкәт һатып алыу көнүҙәк булыр. Ғаилә составында үҙгәреш булыр. Йыл башынан май уртаһынаса, шулай уҡ ноябрь һәм декабрҙә тәүге урынға эш сығыр. Һаулыҡҡа бәйле проблеманы, алама ғәҙәттән ҡотолоу юлы ла хәл ителер. Февралдән март уртаһынаса яңы танышлыҡтар булыр, һөйөү өсөн сағыу осор булыр. Марттың тәүге аҙнаһында үҙгәрештәр көт, ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнерһең, килем алырһың. Апрель уртаһында хыялың тормошҡа ашыуы ихтимал.

Саян. Үҫеш, үҙгәрештәр өсөн яҡшы осор. Үҙеңә ышаныслыраҡ булырһың, ихтыяр көсө тупларһың. Танышыуҙар, ғаилә ҡороу, яңы эш асыу, эргә-тирәңде үҙгәртеү өсөн ҡулайлы йыл. Ғинураҙан май уртаһынаса, шулай уҡ ноябрь-декабрҙә ижад, романтик сәйәхәт өсөн яҡшы. Ошо мәлдә шөғөлөңдө бизнесҡа әйләндерә алаһың. Март башында фекерҙәштәр табырһың, улар үҙгәрештәргә этәрер. Апрель

башында күптәнге хыялың тормошҡа ашыр, яҙмышыңда хәл иткес осрашыу булыр. Май уртаһынан октябрь аҙағынаса күп эшләрһең. Эш эҙләү, яңы клиенттар табыу, эшлекле килешеүҙәр төҙөү өсөн ҡулайлы мәл. Шулай уҡ никахҡа инеү йә айырылыу, яңы мөхәббәтте осратыу, эргә-тирәңде үҙгәртеү ихтималлығы ҙур. Август аҙағынан финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Йыл дауамында янығыҙҙа кеше күп булыр. Конкуренцияның артыуы ла ихтимал.

Уҡсы. Күптән көтөлгән үҙгәрештәр булыр. Ғинуар финанс мәсьәләләр, ғаилә хәле ауырлыҡ тыуҙырыр. Ай аҙағынан үҙгәреш башланыр: эштән китеү, бизнес асыу, етәкселек алмашыныуы һ.б. Яңы кимәлгә сығыуығыҙ бар. Һаулыҡты яҡшыртыу, алама ғәҙәттәрҙән ҡотолоу ҙа ҡамасауламаҫ. Марттың тәүге аҙнаһында ҙур ғына килем төшөр. Апрель уртаһында ғаиләгә ҡағылышлы хыялығыҙ бойомға ашыр. Йыл башынан май уртаһынаса, ноябрь-декабрҙә мөлкәт алыу, күсенеү ихтималлығы ҙур. Йәй һәм көҙ ижадта һәм һөйөүҙә уңыш көтә. Ғаиләгеҙ артыуы ла бар. Апрель аҙағынан май уртаһынаса, октябрь аҙағынан ноябрь уртаһынаса сағыу мәлдәр булыр. Август башы—көтөлмәгән хәлдәр булыр, яңылыҡтар ишетерһегеҙ, яңы контракттар төҙөрһөгөҙ.

Кәзәмөгөҙ. Күптәр был йылда һөйөүен осратыр, бәпәйле булыр. Финанс өлкәлә тотороҡлолоҡ күҙәтелә Февралдән йыл аҙағынаса һөйөү һәм ижад өлкәһендә үҙгәреш булыр. Тормошоғоҙға ҙур шатлыҡтар, ҡәнәғәтлек тойғоһо урғылып инер. Мартта ҙур ғына килем көтөлә. Апрель уртаһында уҡыу йә сертификат алыуға бәйле һөйөнөс булыр. Май айынан октябргәсә ғаилә составы үҙгәрер, йә торлаҡ хәле яҡшырыр. Бәлки, йәшәү урыны ла алмашыныр. 2022 йыл сағыу ваҡиғаларға бай булыр: никахҡа инеү, бала тыуыу, үҙ эшеңде асыу һ.б. Берәй конкурста еңеү яулау, лотерея отоу мөмкинлеге лә бар. Йыл аҙағы тыныс булыр. Һаулығыңа иғтибарлы бул.

Һыуғояр. Ғинуар никахҡа инеү өсөн уңайлы осор. Мартҡаса финанс мәсьәләлә иғтибарлы бул. Кемгәлер ярҙам итергә тура килер. Ошо осорҙа серле, йәшертен һөйөү булыуы ла ихтимал. Йәшәү урынын алмаштырыу, мөлкәт алыу йә ремонт башлау ихтималлығы ҙур. Марттан апрелгәсә үҙегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Апрелдә килем артыр, бүләктәр, еңеүҙәр булыр. Йыл башынан май уртаһынаса финанс хәлегеҙ яҡшы ғына. Юл сығыуҙар, уҡыуҙар, яңы шөғөлгә өйрәнеү ҙә ситләп үтмәҫ. Август башында яңы мөмкинлектәр асыла.

Ғаиләгеҙҙең артыуы, балалар ҡыуанысы һөйөнөс килтерер. Бәлки, үҙ эшегеҙҙе асырһығыҙ.

Балыҡ. Һеҙҙең өсөн йыл уңышлы килә. Барыһы ла еңел бирелер. Ғинуарҙа мөһим нәмәләр планлаштырма. Март башына тиклем социаль әүҙемлек булмаҫ. Май уртаһына тиклем юлдарың, эштәрең уңып торор. Айырыуса апрель емешле булмаҡсы. Хыялдарың тормошҡа ашыр, пландарың уң барыр. Илһам килер, креатив проекттар уйларһың. Майҙан октябрғаса килем көт. Үҙ-үҙеңдең баһаңды арттырырһың, бизнесың киңәйер. Яңы бәйләнештәр булыр, эргә-тирәңдәгеләр үҙгәрер, сәйәхәт, күсеү өсөн ҡулайлы ваҡыт етер. Документ менән эштәр ҙә еңел хәл ителер.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас