Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
20 Декабрь 2021, 18:30

Гүр хәйере

Әсәй урындыҡ ситенә генә аяҡтарын бөкләп ултырып алған да ,сәй яһай,үҙе бәпесен имеҙә.Оло табаҡҡа икмәк баҫҡан да,уныһы ҙур тау һымаҡ ҡалҡа башлаған,ә мин көлдөксәләге ҡоро утынды мейес эсенә теҙәм-ут яғырға йөрөүем. Ишек асылып китте лә ,ыздарауай кәүҙәле Рәшит апа килеп инде,үҙе менән тыштан февраль һалҡынын эйәртеп индерҙе,һыуығы иҙәнгә таралды.Йоҡа ғына кәүҙәм дер ҡалтырап ,тәндәрем зымбырҙап китте. Йөкмәп килгән хәбәре уғата яман ине.

Гүр хәйере
Гүр хәйере
  • -Килен,Сәбилә апай китеп барған бит әле,-шулай тине лә,алама хәбәр килтергәненә үҙен ғәйепле һанап,, ишек тотҡаһын ысҡындырмай ғына тапанып торҙо,шунан сеңләп илап ебәрҙе лә,кәпәсе менән күҙ йәштәрен һөрттө.Был хәбәрҙе тәүләп беҙгә әйтеп тороуы ине.Мейес эсенә тығырға торған утынымды ,, таҡ!" итеп иҙәнгә төшөрөп ебәрҙем.
    -Ипләп,бәпәйем,аяғыңды имгәтеп ҡуйма,-Рәшит апа утынымды мейескә тығып,шырпы сыйҙы.
    -Атаҡ,атаҡ...Әле генә малға бесән ташлағанымда күрҙем үҙен.Һыйырын һауып сығып килә ине... кәртәһенән...-
    ҡайнағаһының хәбәре әсәйҙе һеңкәҙәтте булыр,бер торҙо,бер ултыра төштө.Иҙеүҙәрен эләктерә һалып,балаһын сәңгелдәккә һалды.Уныһы әллә туйманы,әллә имсәктән айырғанға үсекте-иларға тотондо.
    -Бар,балам,ҡустыңды әүрәт!-
    сөйҙә торған ҙур сатраш шәлен алып бөркәнде лә,апа менән эйәртенешеп өйҙән сығып киттеләр.Мин урындыҡҡа менә һалып,тәҙрә аша уларҙы оҙатып ҡалдым.
    -Йә ,йә,әүәй булабыҙ,-сәңгелдәкте бәүетәм,ике күҙем Сәбилә инәйемдең өйө яғында-күршелә генә ул.Мөрйәһенә күҙ һалам-төтөн-фәлән сыҡмай,усағына ла яғып өлгөрмәгән булһа кәрәк.
    Ҡустым һис әүрәмәй,илай,үҙем дә тамаҡҡа килеп торған төйөрҙө йотоп ебәрергә итәм,булдыра алмайым,ҡустыма ҡушылып илап ебәрәм.Күҙҙәрем һаман инәйемдәр яғында-буш хәбәр булыр ҙа,инәйем еңел генә йүгереп беҙгә килеп инер ,бәпесебеҙҙе сәңгелдәктә ятҡан килеш тупылдығы сығарып һөйөр,шунан күлдәк итәген күтәреп ебәреп,ҡуҙы баҙҙап ятҡан мейескә арҡаһын йылытыр һымаҡ ине.
    Ҡыштың сатлама һалҡынында иң яратҡан инәйебеҙ гүр эйәһе булды .Тыуымдан ҡалмағас,әжәлдән дә ҡалмайһың.Тик йәп-йәш кенә көйө китеп барыуы барыбыҙҙы шаңҡытты.Шулай булмаһа,түбә таҡтаһына етә яҙып торған Рәшит апа сеңләп илап торор инеме?
    Атайыбыҙ күмәк ыуаҡ мал араһынан ап-аҡ ҡына бөҙрә һарыҡ тәкәһен һайлап алды ла санаһына тейәп,Исхаҡ муллаға алып китте.
    -Ништәп муллаға һарыҡ?- тигәнемә атай былай тигәйне:
    -Хәйер ул,балам.Гүр хәйеренә тояҡлы мал тейеш.Сәбилә инәңдең эргәһендә көйшәп кенә ятыр шул аҡ тәкә.Иптәш булып...
    Атай бик ауыр кисерҙе апайының вафатын.Ябығып,күҙҙәре эскә батып китте.
    Усаҡ эргәһенә сүкәйеп тәмәке көйрәткәнендә гел генә оҙон көйләп,күҙҙәре сыланыр булды,шунан ауыр көрһөнөп:
    -Үәәәй...үәәәй...-тип ҡуйыр ине.
    Инәйҙең ике улы булып,береһе башлы-күҙле ине.Кесеһенә шул йылы бер ҡыҙҙы димләп,туйлап ҡуйҙылар.Апайым еңгәйҙең билен систе,беҙ, бәләкәстәр, еңгәйҙән һырға,ҡулъяулыҡтар алырға барҙыҡ.Ҡабат инәйҙең өйөн ашатлағаным булманы.Шул саҡтан алып инәйҙең үҙен дә, өйөн дә үҙәктәремә үтеп һағыныр булдым:
    дыңғыр-дыңғыр тирмән тартҡаныбыҙҙы,түңәрәк өҫтәл аҫтындағы шағараҡ -донъябыҙҙы,тәҙрә төптәрендәге йәйен-ҡышын сәскә атып ултырған тамсы гөлдәрҙе!
    Беҙ үҫтек.Уҡырға төштөк.Ҡустыбыҙ ҙа эшкә ашып,югереп йөрөй.Өлкән апайыбыҙ кейәүгә сығып китте,уға етәгеһе ҡырға уҡырға китте.Эстәрлегә ,тип яҙабыҙ хаттарҙы.
    Шул Эстәрлеләге апай ҡышҡыһын әсәйҙе саҡырып хат яҙҙы.Ата-әсәләр йыйылышы була,килегеҙ,тине.Кинйәкәүҙе үҙе менән алып,ике сумкаға көс еткеһеҙ күстәнәстәр тейәп,поездға ултырып китте әсәйҙәр.
    Атай ҡырҙа. Ике тәүлек эшләй,ике тәүлек өйҙә.Ул ҡырҙа саҡта мал беҙҙең өҫтә:бесән һалабыҙ,һыуға ҡыуабыҙ,һарыҡ-кәзәне тәрбиәләйбеҙ.Ыуаҡ мал күп кенә бәрәсләне,ул бәрәстәрен өйгә ҡуйғанбыҙ ҙа,көнөнә ике-өс тапҡыр бәрәстәрен йөкмәп сығарабыҙ, имеҙәбеҙ,кире өйгә ташыйбыҙ.Һыйырҙарға быламыҡ бешерәбеҙ.Быҙаулыларын ҡулдан килгәнсә һауып алабыҙ.
    Гел генә утынға сығып йөрөмәйек,тип,урындыҡ аҫтарын,мейес арттарын утын менән тултырҙыҡ,,соланға ла тауҙай итеп ташып ҡуйҙыҡ.
    Сатлама һыуыҡтар ине.Тәҙрә ҡапҡастарын төнгөлөккә ябып ҡуябыҙ,көнө тура килһә, көндөҙөн дә асмайбыҙ.
    Ҡай саҡ бәрәстәрҙе тышҡа сығармайбыҙ,әсәйҙәрен өйгә индерәбеҙ ҙә,йылыла ғына туйыналар бәрәстәр.
    Аҡ һарығыбыҙ игеҙ бәрәсләп бирҙе лә,һыңары мөсһөҙөрәк ине,имеү генәһенең дә рәте юҡ.Уға айырым шешәнән һөт имеҙәбеҙ,йә ҡалаҡлап ауыҙына ҡоябыҙ.
    Бала ғынабыҙ бит,тамам бәҫтән тайып,йонсоп алдыҡ.
    Ярай,төнгә ҡарай ике тәүлеген тултырып,атай эштән ҡайтты.
    Ул ҡайтыуға ыумас ыуып,сөсөләй икмәк һалып торҙоҡ.
    Апай,һеңлеләрем еңгәйҙәргә йоҡларға киттеләр ҙә,минең башым сатнап килгәс,анау хәтле ергә барып етмәҫемде аңғарып,мейес артында моңайып ятып ҡалдым.Бөтә тәнем дер ҡалтырап,өшөтөргә тотондо.Башты күтәрер әмәл юҡ.Иртәгәһенә тәнем тимгел-тимгел ҡыҙыл таптар менән сыбарланғайны.
    -Һыу сәсәге,-тине фельшер апай.
    Атай мейес артындағы һәндерәгә күлдәй толобон түшәп,миңә урын йүнәтеп бирҙе.
    -Ошонан төшмә!Тамаҡты ошонда ғына ташырмын.
    Ашау ҡайғыһымы,ауыҙға тамсы һыу алғым килмәй.
    Атай үҙе бәрәстәрҙе сығарҙы,кире ташыны.Игеҙҙең һыңары туймай ҡалалыр инде,башҡалар һикерешеп уйнағанда,быным ишеккә ҡарап баҡырып тик торҙо.
    Үҙәккә үтеп илап торһон дә бәрәсең,ней йөрәгең менән сыҙап ятмаҡ кәрәк?Йылы урынымдан һурылып төшөп,бәрәсемде тәрбиәләнем:һөт йылытып имеҙҙем,аҫтына бесәнде мулыраҡ түшәп,кире толоп эсенә сумдым.Шулай кис еткерҙем.
    Күҙемә шыпа ла йоҡо төйөлмәне.Бер ҡабырғамда ятып арыйым да,икенсе ҡабырғама әйләнәм.
    Атай ҙа йоҡламай,ахырыһы.Самауырҙың һәмәгенән шопторҙатып сәйме яһап эсте,шунан миңә һөрәндәне:
    -Әллә ҡоротлап ,майлап һурпа яһап бирәйемме?
    -Яҡ...Эсмәйем...
    -Әллә һөтөкәй йылытып бирәйемме?
    -Яҡ...
    -Нимә ашағың килә һуң?-
    атайым мейес ауыҙына килеп сүгә лә ,тәмәкеһен ҡабыҙа.
    -Бер нәмә лә ашағым килмәй.
    -Бөгөн числаның нисәһе ул,ҡыҙым?
    -Унынсы февраль.
    -Утарҙа ятып,числаны ла белгән юҡ.Унынсы февраль инде,әләйһәң.Бәй,Сәбилә апайымдың вафатына өс йыл да булып киткән икәәән,үәй,ғүмеееер...
    Бер тәмәкеһен яндырып бөтөп,икенсеһен тоҡандырҙы.
    Шунан үткәндәге таныш оҙоон көйҙө моңло ғына итеп көйләне,мыш-мыш танауын тартты.Илай ине.
    -Әсәңдәрҙе әйтәм,бынау мәлдә ҡуҡандашып,юл йөрөмәй торһалар ҙа булған,ҡамалып ятып ҡуйһалар...
    Былай ҙа сирләп арыным,етмәһә, бураны ҡоторҙо.Әсәйеңдәр ҡамалып ятып ҡуйһалар,тигәне лә мейене быраулап тик тора.Анау ҡыҙҙар ҙа киттеләр ҙә баттылар еңгәйҙәргә,дуғалы ҡунаҡтар,тиерһең,донъяларын оноттоларсы!Етмәһә,атай Сәбилә инәйемде иҫкә төшөрҙө лә,былай ҙа шыҡһыҙ,күңелһеҙ кисем уға та ҡараңғы ,һалҡын тойолдо:
    кеше ишетмәһен,тип толобомдың ярты салғыуын башым аша бөркәнеп һулҡылдығы сығып иларға керештем.
    ,,Ят инде япа-яңғыҙ ғына.Ҡәберҙә һымаҡ!"-
    Ыстағафирулла,был башҡа нимә генә инмәй,инде тымдым тигән ерҙә,тағы илай башлайым.
    -Атай...
    -Әү
    -Миңә анау оялағы торған аҡ бәрәсте генә алып бир әле...
    -Ҡуйсы,уны нимештәтәһең?
    -Эргәмдә ятһын көйшәп кенә, иптәш булып.Анауы Сәбилә инәмдең һарығы һымаҡ...
    Мин үлһәм,Исхаҡ ҡартҡа гүр хәйере итеп шул аҡ бәрәсте бирерһең..
    -Әллә һаташа инде...
    Шулай ҙа аҡ бәрәсте ояһынан һонолоп ҡына алып бирҙе .Ҡалтыранып ҡына торған икән,минең ҡуйыныма ингәс,морон ғынаһын сикәмә терәп йоҡлап та китте бөҙрәкәй.
    Йән эйәләренә яңғыҙлыҡ килешәме ни?Йылыға мөхтәж инек икебеҙ ҙә.
    Мейес менән толоп йылыта алмаған тәнемә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәт кенә йылылыҡ йүгерә лә,тәмле генә итеп әүәйгә китәм.
    Шулай мин дә ,аҡ бәрәс тә шәбәйеп киттек.
    Әсәйҙәр Эстәрле яҡтарынан имен генә ҡайтып төштөләр.
    Апай,һеңлеләрем бер урындыҡ булып сәсрәшеп ауырып яталар.Һыу сәсәге уларға йоҡто.
    ,,Бәрәс ҡосаҡлап ятһалар әллә,тиҙерәк йүнәлеп китмәҫтәрме?́-тим дә уйымдан кире ҡайтам-уларҙың ҡуйынында риза ғына булып ятырлыҡ мөсһөҙ бәрәс бармы әле?"

    С.Тамимдар.

 

Автор:Гульдар Кадаева