Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
13 Декабрь 2021, 16:25

МЫРТЫЙ

Миңә ҡарап: “Үт, әйҙә, мыртый”,--тине. Аптырап ҡараным. “Миңә, тәү күргән кешеһенә, ҡушамат та тағып торасы”,--тип уйланым. Бер аҙҙан “Матур ултыр”, “Матур ултыр тим бит мин һиңә”, тип бәйләнә башланы.

МЫРТЫЙ
МЫРТЫЙ

Бер мәл дуҫым йомош менән Ейәнсура районына барып киләйек тигәс, баш тартмай киттем бергә. Тау-урмандарға һоҡланып, алыҫ юлды тиҙ генә үттек. Бер ауылға барып етеп, дуҫымдың танышының йортона туҡтаныҡ. Мыҡты ғына кәүҙәле ир ҡаршы алды ла өйөнә саҡырҙы. Миңә ҡарап: “Үт, әйҙә, мыртый”,--тине. Аптырап ҡараным. “Миңә, тәү күргән кешеһенә, ҡушамат та тағып торасы”,--тип уйланым. Бер аҙҙан “Матур ултыр”, “Матур ултыр тим бит мин һиңә”, тип бәйләнә башланы. Ултырған еремдә шым ғына тик ултырһам да бәйләнгәс, аптырап сығып киттем. Дуҫымды машинала ғына көтөргә булдым... Юлда дуҫым “мыртый” һүҙенең “ҡусты”ны аңлатҡанын әйтте, тик ниңә матур ултырырға ҡушыуын аңлата алманы...
Был хәлгә 30-40 йыллап ваҡыт үткәндер. Әммә ул абзый менән тәүге һәм һуңғы осрашыу онотолмай. Әле булһа ла балаларыма, ейәндәремә тик-томалдан: “Матур ултыр тим мин һиңә”,--тип “бәйләнеп” алам. Ғаиләбеҙгә был лаҡап “оялап” алды әйтәгүр, мыртый!
Фәйзрахман Усманов.
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы.

 

Һүрәт интренеттағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева