АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Ноябрь 2021, 18:45

НИСЕК ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ЫШАНЫСТЫ АРТТЫРЫРҒА?

Беҙҙең башта күп төрлө һорауҙар, уйҙар ҡайнай. Улар алдында эске тауыш тоноҡланып ҡала. Ә ул бит беҙгә йүнәлеш биреүсе инстинкт һәм интуиция. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ!

НИСЕК ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ЫШАНЫСТЫ АРТТЫРЫРҒА?
НИСЕК ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ЫШАНЫСТЫ АРТТЫРЫРҒА?



 Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ.

Беҙҙең башта күп төрлө һорауҙар, уйҙар ҡайнай. Улар алдында эске тауыш тоноҡланып ҡала. Ә ул бит беҙгә йүнәлеш биреүсе инстинкт һәм интуиция. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ!


 Яңылыҡҡа әҙер булығыҙ.

Үҙ-үҙегеҙгә ышанысты арттырыр өсөн уңайлы мөхиттән сығығыҙ, яңы нәмәне ҡабул итергә, өйрәнергә әҙер булығыҙ. Әлбиттә, баштан уҡ барыһы ла ал да гөл булмаҫ, һөҙөмтәһен уйламай ғына яңылыҡты “тәмләп” ҡарағыҙ.

 Уңышһыҙлыҡтан ҡурҡмағыҙ.

Уңышһыҙлыҡ – тормоштоң бер өлөшө, килеп сыҡмаған нәмә өсөн үҙегеҙҙе әрләмәгеҙ. Еңелеүҙе тәжрибә кеүек ҡабул итегеҙ һәм яңынан ынтылырға ҡурҡмағыҙ!

 Идара итеү позаһына баҫығыҙ

Йәғни арҡалар тура, баш юғары, ҡулдар бөйөрҙә. Был оптимизмды арттырыр. Көнөнә бер нисә ҡат ошо позаға баҫығыҙ.

 Ҡаҙаныштарығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ

Ышаныслы кешеләр үҙҙәренең уңышына шатлана. Бәләкәй генә булһа ла ҡаҙанышығыҙ бар икән – һөйөнөгөҙ! Маҡсатығыҙға өлгәшһәгеҙ, ҡыуанығыҙ.

 Үҙегеҙгә ышанығыҙ

Беҙҙең аң – ҡеүәтле ҡорал. Үҙегеҙҙе яҡшы яҡҡа көйләгеҙ. Үҙегеҙгә ышанһағыҙ, уйығыҙҙа маҡсатығыҙға өлгәштек тип күҙ алдына килтерһәгеҙ, был һеҙҙең шансты арттырыр.

 Башҡалар менән ярышмағыҙ.

Үҙ үҙенә ышанған кешеләр башҡалар менән ярышмай. Уға башҡалар алдында маҡтаныуға ҡарағанда нимәгәлер өлгәшеү күпкә ҡиммәтлерәк. Тормоштан нимә кәрәк – шуны алыу өсөн ышаныслы аҙымдар менән алға атларға.

 

Автор:Резеда Валиева