АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
4 Ноябрь 2021, 20:20

Душагрейка

--Ҡыҙым, минең душагрейка һеҙҙәме ул? – тип һорай минән әсәйем, ауыҙын тултырып, баймаҡса итеп тороп а хәрефтәренә баҫым яһап. --Юҡ, уның күптән юҡ бит инде. --Нисек юҡ, теге юлы һеҙҙә ҡалдырған һымаҡмынсы. Әсәйемдең тел төбөн аңлап, нимә һорағанына төшөндөм дә көлдөм дә ебәрҙем. --Ааа, нимәһе көлкө? Душегрейка тигәс, күҙ алдыма шундуҡ тәржемә иткәндә тура мәғәнәләге һүҙ эйәһе килде шул. Ә һеҙҙең яҡта душегрейка нимәне аңлата? Ә беҙҙә...  

Душагрейка
Душагрейка

--Әсәй, душегрейка һөйгән йәр була ла инде, күңелде, йәнде йылытыусы. Ә һинең һөйгән йәрең—беҙҙең атай бынан 17 йыл элек үк гүр эйәһе булды. Шуға әйтәм бит, уның күптән юҡ тип.

--Әллә душагрейкамы, телогрейкамы миңә барыбер. Главное, күлдәк өҫтөнән кейергә күкрәксенем булһа булды. Көн һыуытты әле ул, өшөтә шуға. Күңел ҡайғыһы юҡ...

 

Автор:Гульдар Кадаева