Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
6 Октябрь 2021, 17:15

ҠАБАЛАНҒАНДА ОЙОҠ КЕЙӘЛӘРМЕ?

--Туҡта, туҡта, аяғыма ойоғомдо ғына кейәйем дә,--тигәндәй булды атайым. --Ай, Аллам. Ул ойоғоңдо кеймәй генә ишек асып булмаймы ни?—тип мин ишектең был яғынан ярһыйым.

ҠАБАЛАНҒАНДА ОЙОҠ КЕЙӘЛӘРМЕ?
ҠАБАЛАНҒАНДА ОЙОҠ КЕЙӘЛӘРМЕ?

КӨЛӨП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ

 

Был хәл студент саҡта булды. Каникулдамын. Өфөлә йәшәүсе апайымдың улы тыуыу сәбәпле, әсәйем баш ҡалаға юлланды. Атай менән икәү донъя көтөп ҡалдыҡ. Йәш кеше булараҡ, һәр кис дуҫтарым менән клубҡа дискотекаға сығам да таңға ҡайтам. Шулай итеп, бер көн ныҡ йоҡлап киткәнмен, барса халыҡ һыйырын көтөүгә ҡыуып бөткән, ә беҙҙеке һауылмаған да әле. Атайым усаҡлыҡта йоҡлай ине. Һикереп тороп, усаҡлыҡҡа йүгерҙем:

--Атай, ас ишекте, көтөүгә һуңланым,--тип ишекте даһырлата башланым. Эстән миңә һыйыр еленен майларға май кәрәк ине, шунһыҙ һауа алмай инем.

--Туҡта, туҡта, аяғыма ойоғомдо ғына кейәйем дә,--тигәндәй булды атайым.

--Ай, Аллам. Ул ойоғоңдо кеймәй генә ишек асып булмаймы ни?—тип мин ишектең был яғынан ярһыйым.

Шунан атам килеп сыҡты, ишек асылды, мин уны күрмәй ҙә тиерлек эскә атылдым, кәрәк әйберемде алып һарайға йүгерҙем. Тиҙ генә арлы-бирле һауып, һыйырҙарҙы йүгертеп алып барып, көтөүгә ҡуштым. Ҡайтҡас атайымдан һорайым: “Ҡабаланғанда ниңә ойоҡ кейеп ултыраһың инде?”

--Ойоҡ кеймәнем дә һуң!

--Ишекте ас тиһәм, ойоҡ кейәм тинең дә баһа!

--Юҡ, аяғым ойоған тинем бит. Ҡапыл ишекте шаҡыуыңа һикереп килеп торһам, аяғыма баҫа алманым, аяҡ ойоған да ҡуйған,--ти атайым.

Ошо хәлде ле булһа ла иҫләп көлөп алам.

Ә һеҙ ниндәй мәҙәк хәлдәргә тарығанығыҙ бар?

Автор:Резеда Валиева