АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
28 Июль 2021, 13:50

ҒАИЛӘ МЕНӘН ТӘБИҒӘТТӘ БУЛЫУ - ИҢ ЯҠШЫ ЯЛ!

Йәйҙең икенсе айы ахырына яҡынлашһа ла йәй дауам итә... Каникул да...Тимәк, ғаилә менән ял итеү өсөн иң ҡулайлы мәл. Бының өсөн үҙебеҙҙең республиканан ситкә сығыу ҙа кәрәкмәй. Сөнки матур урындар күп. Тәбиғәттә фотоға төшөгөҙ, акцияға ҡушылығыҙ.

ҒАИЛӘ МЕНӘН ТӘБИҒӘТТӘ БУЛЫУ - ИҢ ЯҠШЫ ЯЛ!
ҒАИЛӘ МЕНӘН ТӘБИҒӘТТӘ БУЛЫУ - ИҢ ЯҠШЫ ЯЛ!

Йәй һәм каникул дауам итә. Әле республикабыҙҙа #Башҡортостанды Һайла #ВыбирайБашкортостан тигән онлайн-флешмоб бара. Уға бик күптәр ихлас ҡушылды.

Мәҫәлән, Республика Башлығы Администрацияһының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөһрә Рәхмәтуллина акцияға ҡушылып, ғаиләһе менән туристик марафонға сыҡты.

--Уразбай быуаһы (Ишимбайский район) – Торатау - Аҡташ, Уҡлығая, Сәйетбаба (Ғафури районы) - Ассы, Шүрәле теше (Белорет районы) - Үләнде күле (озеро Улянды), Динопарк (Әбйәлил районы) - Яҡтыкүл (Мауыҙҙы, Банное). Үҙебеҙгә лә, балаларға ла ял оҡшаны, - тип яҙа Зөлфиә Рәхмәтуллина.

“Иң яҡшы ял—ғаилә менән тәбиғәттә булыу”, - тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм акцияға ҡушылып, Мораҙым тарлауығындағы фотоларын социаль селтәргә һалған.

--Был бик үҙенсәлекле урын, ҡала шау-шыуынан арынып, бар мәшәҡәттәрҙе онотоп ҡая һәм мәмерйәнең матурлығына һоҡланырға була. Саф һауа, хозур тәбиғәт, йәшәү өсөн уңайлы шарттар – был ғаилә ялы өсөн мотлаҡ шарттар. Бындай ялдар яҡынайта, йылы тәьҫораттар ҡалдыра. Тауға күтәрелеү, мәмерйәгә төшөү, Оло Эйектә һыу инеү балалар күңелендә мәңге һаҡланыр,--тип яҙа Зариф Байғусҡаров.

Онлайн-флешмобҡа Башҡортостандың балалар хоҡуғы буйынса упоолномоченныйы Милана Скоробогатова ла ҡушылды. Ул балалары менән Белорет районына барған: « Арский камень - уникальное место силы в Башкортостане!!! Буквально с первых вдохов чистейшего живительного воздуха - душа разливается, тело распрямляется и ты понимаешь, что место силы  помогает тебе вернуться к себе - настоящему, любящему и любимому...Башкиры именовали скалу "Арса-таш". В переводе с башкирского арса - вереск. Вполне возможно, что здесь, в светлом сосновом бору, имелись обширные вересковые заросли, откуда и пошло название. А первые русские поселенцы могли переделать для удобства "Арса-таш" в Арский камень», - написала уполномоченный по правам ребенка в республике.

Автор:Резеда Валиева