Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
29 Июнь 2021, 21:30

ТОТОЛДО!

Шулай бер эштән төшкө ашҡа ҡайтып киләм. Иремдең киске сменаға китер мәле яҡынлаша. Фатир ишегенә барып еткәс, ишекте шаҡыным. Асыусы юҡ. Әле һаман йоҡлаймы икән? Был ваҡытта уяна торғайны ла баһа. Аптырап асҡысты ишеккә тығып борғолай башланым. Асылмай. Эстән бикләнгән. Аһ-аһ... Ишекте тағы шаҡырға тотондом. Шул саҡ ишеккә табан атлаған тауыш ишетелде. Ирем килеп асып ебәрер тип көтөп торһам, ишекте ҡара сәсле, ҡарараҡ ҡатын ҡыҫып ҡына асты.

Ҡатын-ҡыҙ фантазияһы... Бик шәп ул, эйеме? Нимә генә уйлап сығармай ул?
Шулай бер эштән төшкө ашҡа ҡайтып киләм. Иремдең киске сменаға китер мәле яҡынлаша. Фатир ишегенә барып еткәс, ишекте шаҡыным. Асыусы юҡ. Әле һаман йоҡлаймы икән? Был ваҡытта уяна торғайны ла баһа. Аптырап асҡысты ишеккә тығып борғолай башланым. Асылмай. Эстән бикләнгән. Аһ-аһ... Ишекте тағы шаҡырға тотондом. Шул саҡ ишеккә табан атлаған тауыш ишетелде. Ирем килеп асып ебәрер тип торһам, ишекте ҡара сәсле, ҡарараҡ ҡатын ҡыҫып ҡына асты. Бер секунд эсендә башымдан ҡырҡ уй үтте:
--Ниндәйҙер ҡатынды алып ҡайтҡан. Уныһы сығып өлгөрмәгән. Әһ-һә, тотолдо!
--Юҡ, мин белмәгән берәй туғаны килгән.

Был вариант тап килмәгән һымаҡ. Ирем менән инде биш йыл йәшәйбеҙ, туғандарын белеп бөттөм, ахыры. Тимәк, беренсе вариант!
Башымда уйҙар ҡайнаған арала күҙҙәрем ишектәге һанға “йүгерҙе”. Аһ-һ-һ, был бит беҙҙең фатир түгел! Был бит аҫтағы күршенеке! Мин үҙем йәшәгән ҡатҡа күтәрелеп етмәгәнмен икән дә! Тиҙ генә “айнығып” киттем.
--Ғәфү итегеҙ, фатирҙарҙы бутап торам бит,--тип өҫкө ҡатҡа күтәрелдем.
Унда мине сәй ҡайнатып ирем көтә ине...

Ә һеҙ ошондай хәлдәргә тарығанығыҙ бармы?

Рәзилә. Сибай ҡалаһы.
Автор:Резеда Валиева