Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
3 Апрель 2021, 12:25

Бөгөнгөңә бул ҡәнәғәт

Әлеге мәлдә нимәгеҙ бар – шуның өсөн рәхмәтле булығыҙ! Шул саҡта ғына бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ янығыҙҙан китмәҫ.

33 тормош һабағы
  1. Бәхет – күңелебеҙҙә, эске торошта. Уны эҙләп бик күп ваҡыт юғалтаһығыҙ. Ә һеҙгә ни бары үҙ күңелегеҙҙе күрергә, тойорға кәрәк.
  2. Барыһы өсөн дә рәхмәтле булығыҙ! Яҡшыһына ла, яманына ла. Ғүмер – ҡиммәтле бүләк. Ә һөйөнөс һәм көйөнөс – уның өлөшө генә.
  3. Ҡарашығыҙҙы үҙгәртегеҙ – тормошоғоҙ үҙгәрер. Һеҙҙе ҡурҡыу, асыу, үпкә баҫып алһа, уға икенсе юҫыҡтан ҡарағыҙ.
  4. Барыһына ла ярап булмай. Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ. Кешегә оҡшайым тип ҡыланыу ауыр. Оҡшатмаһа оҡшатмаҫтар, сәйер тип ҡараһа ҡарарҙар, әммә үҙегеҙ булып ҡалығыҙ!
  5. Тирә-яҡ донъя – ул көҙгө. Кешелә нимәлер яратабыҙ икән – үҙебеҙҙәге шул сағылышты яратабыҙ. Кешелә нимәлер беҙҙең кәйефте төшөрә икән, күңелеңә күҙ һал.
  6. Бер кем дә беҙҙең тормошҡа юҡҡа килеп инмәй. Улар һабағында нимәлер өйрәнергәме, юҡмы – үҙегеҙ хәл итәгеҙ. Уның роле насар булған һайын, һабаҡ етдиләнә.
  7. Ышанығыҙ! Иң ауыр мәлдә лә илаһи көс ярҙам итеренә өмөттө юғалтмағыҙ.
  8. Бар нәмәне лә йөрөгегеҙгә яҡын алмағыҙ. Башҡаларҙың ҡылығы – уларҙың шәхси тормошоноң сағылышы. Унда һеҙҙең ҡыҫылыш юҡ.
  9. Тәбиғәт дауалай. Саф һауала йөрөү, матурлыҡҡа һоҡланыу башты яман, насар, ауыр уйҙарҙан таҙартыу, кәйефте күтәреү ысулы.
  10. Тормош тарафынан кәмһетелгән, нимәгәлер үпкәләтелгән кешеләр кешеләрҙе үпкәләтә. Әммә уларҙы барыбер яратығыҙ. Уларҙы алыҫ арауыҡтан яратыуҙы ла бер кем тыймай.
  11. Ҡурҡытҡан хәлгә табан атлау ҡыйын. Әммә уны барыбер үтергә кәрәк. Ҡурҡыуҙарҙы ситкә ҡуйып, яҡты уйҙар менән уны үтегеҙ.
  12. Тынысланығыҙ. Камиллыҡҡа ынтылығыҙ. Хата эшләүҙән ҡурҡмағыҙ. Һәр хәлдә лә үҙегеҙҙе бәхетле тип иҫәпләгеҙ.
  13. Тормошҡа күңел күҙе менән бағығыҙ. Ул матур!
  14. Еңеүҙәрегеҙҙе байрам итегеҙ. Бәләкәй генә уңышығыҙға ла ихлас ҡыуанығыҙ.
  15. Ғәфү итегеҙ. Һине үпкәләткән кешегә түгел, был үҙең өсөн кәрәк. Ғәфү итһәң, күңелең тынысланыр, иреклек тойор. Еңел һәм тиҙ ғәфү ит.
  16. Һәр кемдең интуицияһы бар. Туҡтап, уны тыңлап ҡарағыҙ, шул саҡта күңелегеҙҙән аҡыллы кәңәш ишетерһегеҙ. Йөрәгегеҙ бышылдауын тыңлағыҙ! Ул юлды белә.
  17. Күңелегеҙ йырлаһын! Ысын үҙегеҙ булып ҡалығыҙ! Ерҙә һеҙҙең кеүек берәү ҙә юҡ. Асыҡ, ихлас булығыҙ һәм киң һулап тын алығыҙ, маҡсатығыҙға тайпылмай барығыҙ!
  18. Беҙ барыбыҙ ҙа ижадсы. Ныҡышмал. Тырыш булһаҡ, барыһы ла килеп сыға.
  19. Үҙегеҙҙе яратҡан һәм ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр янында булығыҙ. Уларҙы ла яратығыҙ, ярҙам итергә әҙер булығыҙ. Ғүмер ҡыҫҡа ғына ул.
  20. Тормошта иркен өйөрөлөп бейегеҙ. Хыялығыҙ булһа, шуға табан барығыҙ.
  21. Күп биргән һайын – күберәк алаһың. Һөйөү, мәрхәмәтлек, һәләт менән бүлешегеҙ. Улар әйләнеп ҡайта.
  22. Үҙеңде тулыһынса “өләшмә”. Эске күңелең бушаһа, башҡа бирерлек әйбер ҡалмай. Баланс тот.
  23. Күҙегеҙҙә осҡон сәсрәтер һәр нәмәгә “эйе” тип яуаплағыҙ. Нимә оҡшамай, нимәгә ваҡытығыҙ юҡ, уға гел “юҡ” тип әйтегеҙ. Ваҡыт – иң ҡиммәтле ресурс, уны яңыртып булмай. Аҡыл менән уны ҡулланығыҙ.
  24. Ҡайһы саҡ дуҫлыҡты өҙәбеҙ. Был һеҙҙең йә уның насарлығын һөйләмәй. Ни бары юлдар аймылыша. Рәнйетһәләр, дистанция тоторға, дуҫлыҡты өҙөргә тура килә инде. Быға еңел ҡарағыҙ.
  25. Үҙ ҡурҡыуыңды еңеү – бик файҙалы. Ул үҙ-үҙеңә ышаныс генераторы.
  26. Беҙҙең тән – ул транспорт, ул беҙҙе хыялыбыҙға алып бара. Яратығыҙ уны, хәстәрләгеҙ. Үҙ тәнеңдә үҙеңде уңайлы тойоу бик мөһим.
  27. Туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға яратыуығыҙҙы йыш белдерегеҙ. Һүҙ менән генә ҡабатлап тороуҙы аңлатмай был. Хәстәрләйһегеҙ, бүләк бирәһегеҙ, янында булаһығыҙ икән – был үҙе ҙур һөйөү.
  28. Бөгөнгө менән йәшәгеҙ. Был беҙҙә әлеге мәлдә булған берҙән-бер нәмә. Үткәндәрегеҙҙең хатаһында өйрәнегеҙ. Күңелле мәлдәрен иҫләп кинәнегеҙ, әммә уға ныҡ йәбешмәгеҙ, үткәндәр һеҙҙе эҙәрлекләмәһен. Киләсәк хаҡында фанатизмһыҙ ғына хыялланығыҙ. Бөгөнгөнө яратығыҙ!
  29. Тормош осоштарҙан һәм ҡолауҙарҙан тора. Үҙ потенциалыбыҙҙы асыу өсөн икеһе лә кәрәк. Бары тик нығыраҡ тотоноғоҙ һәм тормош сәйәхәтенән ҡәнәғәтлек алығыҙ.
  30. Беҙ – ҙур кешелек ғаиләһе. Беребеҙ ҙә икенсебеҙҙән насар йә яҡшыраҡ түгел. Ни бары тормоштоң бер этабында кемгәлер уңыш йылмая, икенсеһендә - икенсегә.
  31. Әлеге мәлдә нимәгеҙ бар – шуның өсөн рәхмәтле булығыҙ! Шул саҡта ғына бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ янығыҙҙан китмәҫ.
  32. Һеҙҙең өсөн бәхет төшөнсәһе икенселәр фекере менән тап килмәүе ихтимал. Һеҙ мировой судья түгел, икенсе кеше өсөн ҡарар ҡабул итә алмайһығыҙ. Шуға кешеләрҙе тикшермәгеҙ, ҡыҫылмағыҙ.
  33. Һеҙ үҙегеҙ өсөн үҙегеҙ уҡытыусы. Уйлағыҙ, дөрөҫ аҙым эшләгеҙ, уңышҡа өлгәшегеҙ. Интуицияғыҙҙы тыңлағыҙ. Бәхетле булығыҙ!