АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
30 Март 2021, 19:30

ПОСТАВЬ НА МЕСТО!

--Минһеҙ кәбән ҡойоп бында, поставь күбәләрҙе на место!—тип болара икән.

Мөхтәр исемле ир бер көндө бесәнгә бармай өйҙә ҡалған. Бесәнгә киткән ҡатыны, яйы сыҡҡанда бригада техникаһын файҙаланып, кәбән ҡойҙорған, ти. Иртәгәһен бесәнгә килгән ир, үҙе булмағанда кәбәндең ҡойҙоролоп ҡуйыуына ғәрләнеп:
--Минһеҙ кәбән ҡойоп бында, поставь күбәләрҙе на место!—тип болара икән.
Хәҙер был беҙҙең ауылда лаҡап булып ҡалды. Кәбән ҡойор алдынан: “Хужа бындамы?”—тип һорайбыҙ.
Миләүшә Юлдашбаева.
Фото: vneshkolnik.ru