АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
17 Март 2021, 17:00

Ишей -- таланттарға бай төйәк

Баймаҡ районының Ишей ауылында илһөйәр, хеҙмәт яратҡан кешеләр йәшәй. Улар былтыр “Айыҡ ауыл” һәм “Сәләмәт ауыл” конкурстарында әүҙем ҡушылып, иҫ киткес ҙур күләмле эш башҡарҙы. Ижадҡа битараф булмағандар ауылдарын данлап йырҙар ҙа, шиғырҙар ҙа ижад итте. --Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән кәңәшләшеп, Хәлиҙә Ишдәүләтованың шиғырҙарын үҙебеҙсә китап итеп баҫтырҙыҡ, бик матур килеп сыҡты,-- тип яҙҙы социаль селтәрҙә Венера Ҡасҡынова. "Ишейем - йәнтөйәгем" тип аталған шиғри йыйынтыҡҡа Хәлиҙә Ишдәүләтованың 86 шиғыры ингән.Ишейҙәр был эштең башы ғына, дауамы булыр, тип өмөтләнә.Ишей шиғирәһенә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Баймаҡ районының Ишей ауылында илһөйәр, хеҙмәт яратҡан кешеләр йәшәй. Улар былтыр “Айыҡ ауыл” һәм “Сәләмәт ауыл” конкурстарында әүҙем ҡушылып, иҫ киткес ҙур күләмле эш башҡарҙы. Ижадҡа битараф булмағандар ауылдарын данлап йырҙар ҙа, шиғырҙар ҙа ижад итте.
--Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән кәңәшләшеп, Хәлиҙә Ишдәүләтованың шиғырҙарын үҙебеҙсә китап итеп баҫтырҙыҡ, бик матур килеп сыҡты,-- тип яҙҙы социаль селтәрҙә Венера Ҡасҡынова.
"Ишейем - йәнтөйәгем" тип аталған шиғри йыйынтыҡҡа Хәлиҙә Ишдәүләтованың 86 шиғыры ингән.
Ишейҙәр был эштең башы ғына, дауамы булыр, тип өмөтләнә.
Ишей шиғирәһенә ижади уңыштар теләйбеҙ!