Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
13 Март 2021, 13:25

ҠЫЙЫҠТАН ТАМҒАН КӘНФИТТӘР

- Әпәт ҡар ашаныңмы?!- Яяҡ! (кхө-ҡһө)- Атыу ништәп йүткерәң? Алдама давай, ашаның бит, күрҙем!Әсәй дөрөп алып бара. Мин аптырайым, һарай башынан үҫеп сыҡҡан боҙбармаҡты ҡытырлатып кимергәнде һыйырҙар вә һарыҡтар ғына күргәйнеләр. Үҙең әсәй булғас ҡына был "күрәҙәлек" һәләтенең ҡайҙан икәнлеген аңлайһыңАшаныҡ шул, мәктәптән ҡайтышлай кемуҙарҙан услап ҡарын ашар инек, боҙбармаҡтар ҡабаланғанда дығырлатып сәйнәр инек, кеше күрмәгәндә яйлап ҡына һурыр инек, ашап туйһаҡ ҡылысҡа ла әйләнеп китер ине ул, әй, ғәмһеҙ баласаҡ... Баҡсалағы мынау боҙбармаҡты тәҙрәнән шәйләп ҡалғайным, уй тынғы бирмәй бит, тәҙрәгә күҙ ташлаған һайын саҡырып тик тора үҙенә???? Бөгөн түҙмәнем, мин эткә ашарға биреп киләм, бәпәйҙе ҡарап тороғоҙ тинем дә шылдым тегенең эргәһенә???? Тыштааа, саф һауа, сағыу ҡояш, яҙ еҫе танауҙы ҡытыҡлай, әрәхәәәт))) Бата-сума барып еттем тегенең эргәһенә, тәүҙә, хәҙерге замандың йолаһы буйынса фото төштөк, шунааан, ҡырт иттереп ашайым тиһәм, бер тәме юҡсы???????????? Атағатаҡ! Әллә теге коронанан һуң ауыҙым тәм белмәйме лә, әллә бының тәме баласаҡта ҡалғанмы тип аптырана-уйлана батшам эргәһенә һыпырттым.))Тссс! МИНЕҢ БОҘБАРМАҠ АШАҒАНДЫ БЕРЕГЕҘ ҘӘ КҮРМӘНЕ, ЙӘМЕ????????

Гүзәл Мурзаева сәхифәһенән.