Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Март 2021, 18:17

Ҡуянтауҙар ҡышты оҙаттылар

“Ҡышты оҙатыу” байрамы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы айҡанлы уҙғарылды.

Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында депутат Римма Рәсим ҡыҙы Штромаер һәм ауылдың әүҙем халҡы күңелле һәм бик ҡыҙыҡлы сара ойошторҙо. “Ҡышты оҙатыу” байрамы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы айҡанлы уҙғарылды.
Байрамда уйындар, конкурстар ойошторолдо. Балалар ҡыш һәм яҙ тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Иң әүҙемдәргә ойоштороусыларҙан диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.