Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Март 2021, 15:00

Шашкасылар көс һынашты

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә шашка буйынса ҡала беренселеге уҙғарылды. Сара яҡынлашып килгән 8 март-Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналғанға күрә, унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына көс һынашты.

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә шашка буйынса ҡала беренселеге уҙғарылды. Сара яҡынлашып килгән 8 март-Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналғанға күрә, унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына көс һынашты.

30 йәштән өлкән ҡатнашыусылар араһында «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһынан Гөлфиә Ҡотлобирҙина беренселеккә сыҡты һәм чемпион исемен яуланы. “Көмөш” миҙалға Балалар ижады үҙәгенән Надежда Резвова, “бронза” миҙалға «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһынан Гөлнара Ниғәмәтова лайыҡ булды.
30 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында 1-cе урынға Аделина Аҙеһәмова, 2-се урынға - Зөлфиә Үтәйева, 3-сө урынға Азалия Йәнюлдашева сыҡты.
Еңеүселәрҙе ҡотайбыҙ,киләсәктә лә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!