Бесән мәле. Әхмәтовтар кәбән ҡоя. Ике кәбән бесәнде ҡойоп бөткәс, Әхмәтхажи ҡапыл партбилетын иҫенә төшөрә лә эҙләй башлай. “Ошонда ғына ята ине, ошонда ғына ята ине”, - тип түш кеҫәһен ҡапшай ул. Тирә-йүнде эҙләп бөтәләр. Тапмағас, Әхмәтхажи кәбәндәрҙе ҡутарырға була. Арыған кешеләр ҡутарырға теләмәй. “Моғайын, өйҙә ҡалғандыр партбилетың”, - тиҙәр. Шулай ҙа ай-вайына ҡуймай, ике кәбәнде лә аҡланға тарттырып ташлап, партбилетын эҙләтә. Әммә ул табылмай. Кәбәндәрҙе кире ҡойоп, ауылға ҡайтҡас, партбилетының, ысынлап та, өйҙә ҡалғаны асыҡлана.