Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
8 Февраль 2021, 18:55

ЛАҠАПТАРҘА ХАЛЫҠ АСЫЛЫ САҒЫЛА

Ғүмәрҙә йәшәүсе Ғәйнислам олатайҙың бер-бер артлы ике ейәне тыуған. Береһенә - Филүс, икенсеһенә Динис тип исем ҡушалар. Күршеләре ейәндәренең исемен һорағас, олатай:-Береһе Плюс, икенсеһе Минус, -тип яуаплаған.Хәҙер ҙә Филүс, Динис исемле малайҙарҙы Плюс, Минус тип мәрәкәләтергә яраталар.

Баймаҡ районы Ғүмәр ауылы лаҡаптары
Ғүмәрҙә йәшәүсе Ғәйнислам олатайҙың бер-бер артлы ике ейәне тыуған. Береһенә - Филүс, икенсеһенә Динис тип исем ҡушалар. Күршеләре ейәндәренең исемен һорағас, олатай:
-Береһе Плюс, икенсеһе Минус, -тип яуаплаған.
Хәҙер ҙә Филүс, Динис исемле малайҙарҙы Плюс, Минус тип мәрәкәләтергә яраталар.
* * *
Ғүмәр ауылынан ике малайҙы атаһы Баймаҡҡа сөй алырға ебәргән. Малайҙар Баймаҡҡа барып еткәнсе сөйҙөң руссаһын онотҡан. Береһе шунда ҡапыл ғына:
- Дайте килограмм гнездо, - тип һорап ҡуйған.
Хәҙер ҙә ғүмәрҙәр “магазиндан берәй килограмм гнездо барып алайым әле”, - тип мәрәкәләшә.
* * *
Бер Ғүмәр кешеһе ауылдаштарына ошондай йомаҡ ҡойған:
-Ике сите Миңле, уртаһы Биби.
(Бибикамалдың ике яҡ күршеһе Миңлеямал менән Миңлениса инәйҙәр икән).
Миләүшә Юлдашбаева.
“Атайсал”, 2008 йыл № 61.
Читайте нас: