Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
2 Февраль 2021, 22:25

ФЛАГ ТАБЫУЫ АУЫР

Ағай, бына, туй үткәреү бер ни түгел ул, флаг табыуы ауыр

Был хәл бынан 15-20 йыл элек Баймаҡ районының бер ауылында булған. Рахман иртә менән эшкә китеп барғанда ҡаршыһына шәп-шәп атлап ҡайҙалыр ҡабаланып юл тотҡан мәңге айыҡмаҫ Ғәйнислам осрай. Ауылдаштары уның көн дә иҫерек йөрөүенә, эшләмәй өйҙә ятыуына күнегеп тә бөткән.
- Рахман ағай, һаумы!-
- Һаубыҙ әле. Иртә менән ҡайҙа сабып китеп бараһың?
- Ҡыҙым кейәүгә сыға, бөгөн туй башлана. Бына ҡоҙалар килгәнсе ҡапҡа башына флаг элергә инә. Флаг табып булмай, ағай, ҡана булһа, биреп тор әле...
- Юҡ шул. Мин туй үткәргәнем юҡ бит әле, шуға флагым да юҡ.
- Әә, шулаймы... Бына минең ҡыҙҙар үтемле булғас ни, бөгөн туй. Ҡайҙан алам инде флагты? Ағай, бына, туй үткәреү бер ни түгел ул, флаг табыуы ауыр, - тип юлын дауам итә Ғәйнислам.
Хәҙер был ауылда лаҡап йәшәй. Туй үткәрер булһалар: "Һиии, туй үткәреү нимә ул, флаг табырға кәрәк", - тиҙәр.