АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
30 Ғинуар 2021, 23:00

Мин түгелме икән?

--Әсәй, ауылда кем мәрхүм булып ҡалды. Бөгөн кемде ҡуялар ул аръяҡта?—тип һорағас ағайым, әсәйем:--Күптән килеп хәлде лә белгәнегеҙ юҡ. Һәйбәтләп ҡара әле, мине ерләмәйҙәр микән?—тигән.

Өлкән ағайым автотранспорт йәмғиәтендә эшләгән саҡта Сибай-Күсей маршруты автобусын йөрөткәндә тыуған ауылы Моҡас аша үтеп барғанда зыяратта кемделер ерләүҙәрен күргән дә әсәйемә шылтыратып:
--Әсәй, ауылда кем мәрхүм булып ҡалды. Бөгөн кемде ҡуялар ул?—тип һораған.
--Күптән килеп хәлде лә белгәнегеҙ юҡ. Һәйбәтләп ҡара әле мине ерләмәйҙәр микән?—тип ағайымды ҡурҡытҡан.
Уныһы:«Кит, әсәй, юҡты һөйләмә!»--тигән ҡото осоп.
Әсәйҙәрҙең ваҡытында хәлен белеп торорға кәрәк шул. Оло кеше бала менән бер. Әйткән ваҡытынан саҡ ҡына һуңлап барһаң да, үсегеп арты менән тора, йәки һеҙҙе көттөм-көттөм дә килмәгәс, самауырҙы ҡаҡтым, ти ҙә ҡуя ул әсәй.
Читайте нас: