Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
9 Ғинуар 2021, 18:00

Йома бола булды,йәки булмаған һыйыр бәләһе

...Бер көндө ҡыҙым мәсеткә әй йома намаҙына ҡабалана. Сыҡтым да машинамды ҡабыҙыуым булды, уным ҡапыл алға ырғыны ла ҡуйҙы. Ручнигым насар эшләгәс, тиҙлектә ҡуйып ҡалдырғайным шул. Ырғып ҡына ҡалманы, алда торған газ торбаһын ҡыйшатты. Газ еҫе китте борлап, торба даңғылдағас өйҙән улым йүгереп килеп сыҡты.

Автомобиль йөрөтөүгә танытмам күптән булһа ла, быйыл ғына руль артына ултырыу форсаты тыуҙы. Иҫке машинаны теләһә нимә эшләт, тип ирем миңә тапшырғас, ултырҙым да ҡалаға сыҡтым. Машинаны әй оҫта йөрөтәмме икән, мине таныйҙармы, бөтәһе лә ҡул болғай. Иремә әйтһәм, ҡағиҙә боҙаһыңдыр, шуға тиргәйҙәрҙер, ти.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтарһа, машинаны ла йөрөтә-йөрөтә оһолланаһың икән. Бер көндө ҡыҙым мәсеткә әй йома намаҙына ҡабалана. Сыҡтым да машинамды ҡабыҙыуым булды, уным ҡапыл алға ырғыны ла ҡуйҙы. Ручнигым насар эшләгәс, тиҙлектә ҡуйып ҡалдырғайным шул. Ырғып ҡына ҡалманы, алда торған газ торбаһын ҡыйшатты. Газ еҫе китте борлап, торба даңғылдағас өйҙән улым йүгереп килеп сыҡты. Тиҙ генә авария хеҙмәтенә шылтыраттым да торбанан газ сыға тип кенә әйттем. Шул ваҡытта ҡылт итеп бер танышымдың газ торбаһына төкөүе, уға ҙур күләмдә штраф һалыуҙары иҫкә килеп төштө. Ҡурҡыштан авария бригадаһы килгәнсе, үҙемде аҡларҙай хәл уйлап сығарҙым: йәнәһе лә, был эштә минең ғәйеп бөтөнләй юҡ. Машинаны икенсе урынға шылдырҙым да, бамперҙа тороп ҡалған торбаның һары буяуын ацетон менән һөрттөм, ярай әле ҡыйшайған эҙ юҡ.
Авария хеҙмәте килде лә ер аҫтынан сыҡҡан газ торбаһын көпләне. Ике торбаны тоташтырған сгон һынған икән. Ошондай сгон һатып алығыҙ тигәс, фото төшөрөп иремә ебәрҙем.
Авария хеҙмәте белгесе минән һорау ала башланы.
--Машинам торбаға яҡын ултыра ине. Ҡыҙым мәктәптән ҡайтҡас, ҡапҡаны япмай ингән. Тәҙрәнән ҡараһам ихатам эсе тулы һыйырҙар. Сәскәләремде йыпыралар ғына. Йүгереп сығып малдарҙы ҡыуа башлағайным, береһе ҡапҡа тышына сыҡты ла торба менән машина араһынан үтте. Шунда ҡыйшайҙы торба,-- тием ауыҙымды ла ҡыйшайтмай.
--Нисәмә йыл эшләйем, бындай хәл беҙҙең практикала булғаны юҡ ине, —ти теге.
Штраф тураһында ләм-мим. Сгон һатып алһағыҙ, шылтыратығыҙ, килеп ҡуйып китәбеҙ, тине лә киттеләр.
Шул арала ир теге сгонды алып ҡайтты ла, был тоташтырыусы нәмә минең ҡулдағынан оҙон булыуын күреп, болгарка сығарып тигеҙләп бысты ла шунан ғына аңлап ҡалды: оҙон була инде, тегенең бит бер өлөшө торба эсендә һынып тороп ҡалған! Тағы китте магазинға! Ә мин сгон булды тип аварийкаға шылтыратып өлгөргәйнем. Ярай ирем яңыһын алып килде, ҡуйҙылар, хеҙмәтләндереүҙәре өсөн 500 һумға яҡын аҡса алдылар.
Шунан башыма барып етте, теге танышым эсеп иҫереп газ торбаһына төкөгән һәм хәл урынынан ҡасҡан. Шуға ла уға штраф ҙур булған. Мин ярай 500 һум менән ҡотолдом. Һыйыр йылында тыуғас, һыйыр һымаҡ ҡыланам шул ҡай саҡ. Торбаға ысын һыйыр төкөнө шул...
Читайте нас: