АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Ғинуар 2021, 18:55

ҺЫЙЫРҘАРҘЫ СТЕНАҒА ЭЛДЕК

Биш һыйыр! Бейем кешенең ҡыуанысының иге-сиге юҡ. Ҡарасәле, эш урынынан ғына биш һыйыр биргәндәр бит! Уның ниндәйерәк һыйырҙар икән, тигән һорауына, килене: “Икәүһе ҙур, өсәүһе бәләкәй”,—тип яуаплай.

Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса Һыйыр йылына аяҡ баҫтыҡ. Ошо йылға бәйле бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем әле.
Төрлө ойошмалар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренең балаларына бүләк-күстәнәстәр әҙерләй. Беҙҙең улыбыҙ эшләгән ойошма етәкселеге лә күп балалы атайҙарҙы бүләкләргә була һәм биш һыйыр уйынсығы бүлә. Шулай итеп, биш балаға ла уйынсыҡ һәм тәмлекәстәр бирелә.
Әммә ҡыҙығы... Иртәнсәк килен кеше бейеме менән шатлығын уртаҡлашып: “Беҙгә Яңы йылға бүләккә биш һыйыр бирҙеләр”,—ти.
Биш һыйыр! Бейем кешенең ҡыуанысының иге-сиге юҡ. Ҡарасәле, эш урынынан ғына биш һыйыр биргәндәр бит! Уның ниндәйерәк һыйырҙар икән, тигән һорауына, килене: “Икәүһе ҙур, өсәүһе бәләкәй”,—тип яуаплай.
Көн үтә, кис етә. Бейем кеше хәүефкә ҡала. Биш һыйыр! “Балалар үҙҙәре яңы күсеп барҙылар, һарайҙары ла юҡ бит әлегә. Бәләкәйҙәрен мунса соланына ҡуйырҙар ҙа ул, ә ике ҙурын?!”
Төн оҙоно уйланып ятҡан бейем иртәнсәк хәл белешә. “Килен, һыйырҙарҙы ҡайҙа ҡуйҙығыҙ?” Тегенеһе: “Ике ҙурын стенаға элеп ҡуйҙыҡ, өс бәләкәсен балалар уйната”,—тип яуаплай.
Был яуапты ишеткән бейем кеше телһеҙ ҡала! Вәт әй! Хәбәрҙе еткереп һөйләмәһәң, шулай ҙа була икән! Уйынсыҡ һыйыр тиһә була бит инде.
Шулай итеп, ул һыйыр йылы уңышлы, бай йыл булды. Шул ваҡиғаны әле лә иҫләп көлөшөп алабыҙ.
Рәйлә Исҡужина.