Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Ғинуар 2021, 16:10

Тырыштарға уңыш йылмайыр

2021 йыл—аҡ металл төҫөндөге Һыйыр йылы. Кемдер уны Үгеҙ йылы, кемдер Буға йылы тип тә йөрөтә. Ул быйыл үҙ көсөнә 21 февралдә инәсәк. Ҡытай календарына ярашлы, ул бик асыҡ һәм мәрхәмәтле йән эйәһе. Һыйыр тыныслыҡ, тотороҡлоҡ яҡлы. Ул шулай уҡ түҙемлелек, көс, ныҡышмаллыҡ, эшһөйәрлек билдәһе. Уҙған Сысҡан йылының ҡапма-ҡаршыһы тип әйтергә була. Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш кешеләрҙе Һыйыр яратасаҡ. Үҙ һүҙлеләнгәндәргә ул ярҙам итеп тормаясаҡ.Ай буйынса йондоҙнамәгә күҙ һалайыҡ. Һыйыр йылы уларға нимә вәғәҙә итә?

Ҡуҙы
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы көтөлмәгән хәлдәр, яҡшы яҡҡа үҙгәреш көтә. Яңы йылға аяҡ баҫыу менән яңы пландар төҙөргә мөмкин. Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш Ҡуҙыларҙы һыйыр һәр саҡ үҙ итә, ярҙам итергә тырыша. Әммә аяҡ һоноп, мәсьәләнең еңел хәл ителеүен теләгәндәрҙән йөҙ бороуы ихтимал. Ғөмүмән, Ҡуҙыны уңыш көтә. Йә эштә үрләр, йә күптән хыялланған диңгеҙ бу-йына барыр. Айырыуса ҡыш һәм яҙ аҙағы һөйөнөслө булыр. Көҙгә табан йыраҡтағы туғандарығыҙға барып, хәлен белергә тура килер.
Буға
Ҡатмарлы мәсьә-
ләләр көс һәм сабырлыҡ талап итер. Ихтыяр көсөн, оптимизмды юғалт-мағыҙ. Был юлда осраған кәртәләрҙе емереп сығырға ярҙам итер. Матди хәл еңелдән булмаҫ, уйламаған сығымдар килеп сығыр. Шәхси тормошоғоҙға иғтибарлы булығыҙ, юғиһә йән йәрегеҙҙе юғалтып ҡуйырһығыҙ. Бы-йыл был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға никахҡа инеү ҙә әллә ни кәңәш ителмәй. Март аҙағында иң ауыр мәсьәлә хәл ителеп, тормошоғоҙға сағыу һыҙат инер. Бизнеста йә табышлы эшкә тәҡдим көтөргә мөмкин. Яңы танышлыҡтар булыр.
Игеҙәктәр
Бик сағыу йыл булыр. Һеҙ әүҙем булырһығыҙ, энергияғыҙ ташып торор. Ғинуар, февраль айҙарында ҡатмарлыҡтар булыр. Был һеҙҙе сабырлыҡта һынап ҡарау өсөн ебәрелер. Дуҫтарығыҙға ышаныс та юғалтып алырһығыҙ. Ҡыш ныҡ тулҡынланырһығыҙ. Көйәләнгәнсе асыҡтан-асыҡ һөйләшеү яҡшыраҡ. Әммә пессимистик уйҙарға бирелмәгеҙ. Ҡара һыҙаттан һуң ағы башланғанын онотмағыҙ. Яҙ тормошоғоҙ көйләнер. Яңы танышлыҡтар киләсәктә файҙа килтерер. Яҙ көнө тыуған мөхәббәт никахҡа барып етеүе ихтимал. Тик иғтибарлы булығыҙ, ҡыҙғаныу хисен еңергә тура килер. Аҙым һайын үҙгәрештәр һағалап торор.
Ҡыҫала
Йыл уңышлы килә, яҡшы үҙгәрештәр көтөгөҙ. Бәхет һәм уңыш артығыҙҙан ҡалмай эйәреп йөрөр. Шәхси тормошоғоҙҙа сағыу мәлдәр күп булыр. Быға ҡәҙәр ниңәлер бәхәсләшеп, үпкәләшкән кешегеҙ менән дә ярашырһығыҙ. Ғаиләгеҙҙә лә яҡшы булыр, тик йәрегеҙҙең эшмәкәрлеге йә финанс йәһәттән проблемаһы булып, уға терәк һәм ярҙам талап итер. Эшкә бирелеп китеп, яҡындарығыҙҙы онота күрмәгеҙ.
Арыҫлан
Быйыл лидер позицияһын алып, эшегеҙҙә йә йәмәғәт тормошонда етәкселек итерһегеҙ. Әммә эшкә үтә бирелеп китмәгеҙ. Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ ҙа бар бит әле. Һәр төрлә өлкәлә әүҙем булһағыҙ, Һыйыр йылы үҙ бүләген бирмәй ҡалмаҫ. Әммә лидер булып киткәс, танауҙы юғары сөйөп, эгоистарса аҙымдар яһамағыҙ. Был йыл хужаһына оҡшамаҫ. Яҙ карьера өлкәһендә күтәрелеш көтә. Яңғыҙаҡтарға ғаилә ҡорор мәл дә етә.
Ҡыҙ
Үҫеш һәм эҙләнеүҙәр йылы. Үҙ имиджығыҙға иғтибар итегеҙ. Был стилегеҙгә генә ҡағылмай, ҡылыҡ-ҡиәфәтегеҙгә, үҙегеҙҙе тотоу тәртибенә, тышҡы йөҙөгөҙгә һәм шулай уҡ сәләмәтлегегеҙгә ваҡыт бүлергә кәрәк. Күп Ҡыҙҙар тән ауырлығын ташлау, организм таҙартыу менән булыша башлар. Быйыл һалынған нигеҙ киләһе йылдарҙы билдәләр. Азартлы уйындар менән мауыҡмағыҙ. Тормошоғоҙҙо үҙгәртеүгә теләгегеҙ, энергияғыҙ ташып торор. Уны дөрөҫ ҡулланығыҙ.
Үлсәү
Илһам биреүсе көс, энергия саманан тыш бирелер. Ваҡ ҡытыршылыҡтар осрап торор. Шулай ҙа быға тиклем хыялланып та тотона алмаған эшегеҙгә тотонорһоғоҙ. Ижад кешеләрен айырыуса уңыш, дан көтә. Тик шансты ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Яҙ дуҫтарығыҙ менән ҙур ғына конфиликтҡа инеүегеҙ ихтимал, үҙ фекерегеҙҙе кешегә көсләп тағыуҙан ситләшегеҙ. Йәй көндәре лә телегеҙҙе “теш артында” тотоғоҙ. Һөйгән йәрегеҙгә әйткән ауыр һүҙегеҙ проб-лема килтереүе бар. Иреш-талаш айырылыуға алып барып еткереүен онотмағыҙ. Көҙ һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ.
Саян
2021 йыл һеҙгә ҙур үҙгәрештәр алып килә. Күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡытығыҙ булмаҫ. Үҙгәрештәрҙе үҙ файҙағыҙға борорға тырышығыҙ. Еңмеш характерығыҙ менән боҙа күрмәгеҙ. Һәр хәлде тыныс ҡына уйлап хәл итегеҙ. Күп кенә уйҙарығыҙ, проекттарығыҙ уңышлы бойомға ашыр. Ҡыш миҙгелендә күсемһеҙ милек алыу хаҡында уйланығыҙ. Яҙ иһә эш урынығыҙҙы ҡыйыу алмаштыра алаһығыҙ.
Уҡсы
Шәп мөмкинлектәргә юл асылыр. Яңы танышлыҡтар, сәйәхәттәр өсөн ҡулайлы осор. Ялҡаулыҡ һәм ҡурҡыуҙы ситкә ҡуйығыҙ, үҙенсәлекле ҡараш менән алға атлағыҙ. Сәйәхәттәрегеҙ бик мауыҡтырғыс булыр. Эш буйынса яңы тәҡдимдәр ишетерһегеҙ. Аҡсағыҙҙы артыҡ сарыф итмәгеҙ, етәксегеҙ менән дә һүҙгә килешмәгеҙ. Берәй шөғөлөгөҙгә иғтибар арттырығыҙ, спорт залына йөрөргә мөмкин. Һәр башланғыс бик еңел бирелер.
Кәзәмөгөҙ
Ғаиләгеҙҙә, туғандар менән мөнәсәбәттә һиҙелерлек үҙгәреш булыр. Уларҙы бәхетле итер өсөн яуаплы ғына аҙымдар эшләргә тура килер. Был һеҙҙе ҡурҡытмаҫ, быны бик теләп эшләрһегеҙ. Ситтә мауығып китмәгеҙ. Миражға ышанмағыҙ, айыҡ аҡыл менән эш итегеҙ. Көҙ сәйәхәт итеүгә, ял итеүгә шанс барлыҡҡа килер. Мөмкинлектән баш тартмағыҙ.
Һыуғояр
Быға тиклем ябыҡ булған ишектәр асылыр. Яңы проекттар, идеялар эш хаҡығыҙҙы арттырырға йә иһә эштә үрләүгә ярҙам итер. Эргәләге яҡындарығыҙҙың, коллегаларығыҙҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Еңел бирелгән уңышҡа ғына өмөтләнеп ултырмағыҙ, үҙегеҙгә лә тырышырға кәрәк булыр. Йоҡоғоҙға, һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ, үҙ аллы дауаланмағыҙ, алама ғәҙәттәрегеҙҙе ташлағыҙ. Туғандарығыҙға иғтибар бүлегеҙ.
Балыҡ
Уңайлы ғына мәл килә. Февралдә үк кәйефегеҙ күтәрелер. Яңы осрашыуҙар, танышыуҙар көтә һеҙҙе. Яҙ урталарына финанс хәлегеҙ көйләнер. Көтөлмәгән премия алыуығыҙ йә лоторея отоуығыҙ бик ихтимал. Йәй тормоштан кинәнес алырһығыҙ, бәлки сәйәхәт итерһегеҙ. Көҙ иһә кире баш-көллө эшкә сумырға, тырышырға тура килер. Әммә ныҡ бирелмәгеҙ, яҡындарығыҙҙы онотмағыҙ, сәләмәтлекте нығытырға ла кәрәк.