Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
6 Июль 2020, 15:35

ҺӨЙГӘНЕҢДЕ "ӘП" ИТ...

Мәҫәлән, Боронғо Римда кешеләр яҡындарын ғына үбеп ҡалмаған, урамда осраған һәр кемде «әп» иткән. Италияла иһә егет кеше берәй ҡыҙҙы үпһә, мотлаҡ рәүештә уға өйләнергә тейеш булған

6 июлдә Бөтә донъя үбешеү көнө билдәләнә. Йола буйынса был көндө бөтә илдәрҙә лә үбешеүгә бәйле байрам саралары, конкурстар һәм ярыштар ойошторола. Әйткәндәй, Бөйөк Британия Бөтә донъя үбешеү көнөнөң тыуған ере иҫәпләнә. Тап ошо томанлы Альбион буйында XIX быуат аҙағында һөйөүҙең бер билдәһе булараҡ үбешеүҙең үҙ байрамы булырға тейеш, тип тапҡандар. Ә 20 йыл элек ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән раҫланған.
Әйткәндәй, 2012 йылда Өфөлә тәүге тапҡыр был байрам билдәләнә, бөгөн пандемия осоронда хатта үҙеңдең яҡындандырыңды ла үбеү тыйыла. Төрлө илдең үҙенә генә хас үбешеүгә бәйле ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, Боронғо Римда кешеләр яҡындарын ғына үбеп ҡалмаған, урамда осраған һәр кемде «әп» иткән. Италияла иһә егет кеше берәй ҡыҙҙы үпһә, мотлаҡ рәүештә уға өйләнергә тейеш булған. Италиянан айырмалы рәүештә, Көнсығышта үбешеү хөрмәткә ишаралай. Мәҫәлән, ҡытайҙар бәләкәй хужаһының ҡулынан үпһә, ҙурыһының аяғына ирендәрен тейҙерергә тейеш.
Шулай ҙа ниңә үбешә һуң кешеләр? Был йәһәттән, психологтар билдәләүенсә, кеше үбешкән ваҡытта ниндәйҙер тәрән мәғәнәгә эйә бер ләззәт кисерә икән. Әйтәйек, муйынды үбеү – ул мөхәббәт теләү, иренде маңлайға терәү – ҡурсалау, биттән «әп» итеү» – дуҫлыҡ, ә ҡулды үбеү– хөрмәт билдәһе, тип әйтә улар.
Табиптар ҙа үбешеүҙең файҙалы булыуын раҫлай, шуға күрә һөйгәндәрегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы “әп” итеүҙән тартынмағыҙ.