Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Июнь 2020, 16:30

Бармаҡтар ҙа характерҙы һөйләй

Ышанырғамы, юҡмы—быныһын һәр кем үҙе хәл итер. Сәтәкәй бармаҡтың оҙонлоғона ҡарап кешенең холҡон белеп була, имеш. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ.

Ышанырғамы, юҡмы—быныһын һәр кем үҙе хәл итер. Сәтәкәй бармаҡтың оҙонлоғона ҡарап кешенең холҡон белеп була, имеш. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ.
Әгәр сәтәкәй бармаҡ осо сығанаҡ бармаҡтың өҫкө һыҙығына тигеҙләшә икән, һеҙ бик мәрхәмәтле кеше. Ялғанды яратмайһығыҙ. Үҙ хис-тойғоларығыҙҙы тәү күргән кешегә асып һалмайһығыҙ. Әммә ҡайһы саҡ асылып китәһегеҙ, үҙегеҙҙе ғәҙәттән тыш көслө итеп күрһәтәһегеҙ. Күңелегеҙ киң, ахмаҡтарҙы яратмайһығыҙ. Ҡайһы саҡ кешеләргә һеҙ сәйер булып та тойолаһығыҙ. Иңегеҙгә һалынған йөкләмәне намыҫ менән башҡараһығыҙ, ул һеҙгә оҡшамаһа ла, ҡыҙыҡ булмаһа ла үтәп ҡуяһығыҙ.
Ҡыҫҡа сәтәкәй бармаҡ, йәғни сығанаҡ бармаҡтың өҫкө һыҙығына етмәй. Ҡыйын мәлдәрҙә лә тыныс һәм йыйнаҡ булып ҡалыу һеҙгә ауыр түгел. Яңы кешеләр менән тиҙ генә аралашып китә алмайһығыҙ, оялағыҙ. Күңелегеҙ бик йомшаҡ, әммә быны башҡаларға белгертә һалмайһығыҙ. Романтик мөнәсәбәттәрҙә һеҙ тоғро, һөйгәнегеҙгә бар һөйөүегеҙҙе һалаһығыҙ, уны ғына уйлайһығыҙ. Сер һаҡлай беләһегеҙ. Дөрөҫөн белә тороп та «башығыҙҙы алйотҡа» һалыуҙы хуп күрәһегеҙ, быны башҡаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн эшләйһегеҙ. Кемгәлер ҡыйын эшләүҙән ҡурҡаһығыҙ. Үҙ йәрегеҙҙе табырға хыялланһағыҙ ҙа, бер кем дә кәрәкмәгән һымаҡ ҡылана алаһығыҙ.
Сәтәкәй бармаҡ оҙон булһа, йәғни сығанаҡ бармаҡтың өҫкө һыҙын үтһә. Бындай кешеләр үс һаҡламай. Бик еңел генә яңы кеше менән таныша алалар. Башҡалар фекерен хупламаһалар ҙа ихтирам менән тыңлай алалар. Сюрприздар яратмай, артабан нимә буласағын белмәү оҡшап етмәй.
Үҙ проблемаларын үҙҙәренә йома беләләр. Был партнерҙарығыҙҙы хәүефләндерә.
Тура һүҙлеләр, ялағайланыуҙы һәм ялағайҙарҙы өнәмәйҙәр. Ғәҙел һәм ихлас кешеләрҙе яраталар. Бәхәс мәлендә тиҙ ҡыҙыусанһығыҙ. Аҙаҡ ғәфү үтенеүегеҙ ҙә ихтимал.