Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Апрель 2020, 23:55

САҠ ҠЫНА ӨЛГӨРМӘНЕЛӘР

Хәйбулла районының бер ауылында бер әкәмәт ағай йәшәгән. Уға бәйле лаҡаптарҙы төбәк халҡы әле лә онотмай. Ағай водитель булып эшләгән. Эш сәғәтенең киске 6-ла тамамланыуын иҫәпкә алып, гел ошо мәлдә өйҙә булыуҙы хуп күргән.Район үҙәгенә кискә барһа, ул йөрөткән автобуста барыусылар эшен бөтәме-юҡмы, ул сәғәт теүәл 5-тә ҡайтырға сыға икән. Сөнки ауылға тиклем бер сәғәт ҡайтырға кәрәк. Бер мәл шулай ауылға ҡайта торған халыҡты көтөп ултырған да сәғәт 5 тулыу менән ҡуҙғалып та киткән.Ҡул болғап, йүгерешкән ауылдаштарын көҙгө аша күреп: “Эх-х, саҡ ҡына өлгәрмәнеләр”,—ти икән был.

Хәйбулла районының бер ауылында бер әкәмәт ағай йәшәгән. Уға бәйле лаҡаптарҙы төбәк халҡы әле лә онотмай. Ағай водитель булып эшләгән. Эш сәғәтенең киске 6-ла тамамланыуын иҫәпкә алып, гел ошо мәлдә өйҙә булыуҙы хуп күргән.
Район үҙәгенә кискә барһа, ул йөрөткән автобуста барыусылар эшен бөтәме-юҡмы, ул сәғәт теүәл 5-тә ҡайтырға сыға икән. Сөнки ауылға тиклем бер сәғәт ҡайтырға кәрәк. Бер мәл шулай ауылға ҡайта торған халыҡты көтөп ултырған да сәғәт 5 тулыу менән ҡуҙғалып та киткән.
Ҡул болғап, йүгерешкән ауылдаштарын көҙгө аша күреп: “Эх, саҡ ҡына өлгәрмәнеләр”,—ти икән был.
Читайте нас: