Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
21 Февраль 2020, 18:10

ҺӘР КЕМГӘ - АЛТЫН МИҘАЛ!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАӘ һеҙ алтын миҙал алыуға заказ бирҙегеҙме ул? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Эй, ошо алабарманлығым алама ла инде үҙемдең! Уйламай һүҙ ысҡындырып, телде арҡыры тешләгәнем, алдын-артын уйламай, шәп кешеләй булып эш ҡыйратып, аҙаҡ яңылышыуымды аңлап үкенгәндәрем әҙ булманы әлегәсә. Бына тағы күрер күҙгә мөғжизәләй күренгән иғланға тап булып, нисек тишек кәмәгә ултыра яҙғанымды аңлап, ошо холҡомдо ташлай алмауыма үртәлеп ултырам.
"Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан юбилей миҙалдары--бушлай!"--тигән сағыу иғлан эленде күҙемә.
Ыста, буш булғас ней, ҡоро ҡалып булмаҫ, ни тиһәң дә ике олатам да фронтовик булған, береһе яуҙа ҡалһа, икенсеһе ҡайтҡас яу яраларынан үлеп ҡалған, мәйтәм, "заказать" итәйем әле мин дә! Парадта Георгиевский лента таҡҡанда миҙалды ла тағып йөрөү яҙыҡ түгелдер бит?!
Киттем һылтанма буйлап. Беренсе биттә исем-фамилияны һәм электрон почта мәғлүмәттәрен яҙырға кәрәк. Эх! Ошо электрон почта тигәнен гел яңылышам, ҡайһы тирәлә тора һуң әле? Ярҙамға улымды саҡырҙым. Һорап-нитеп тормай, уныһы ла шарт-шорт (минең һыңғарым) нимәлер яҙҙы баяғы графаға. Тәк… Икенсе биткә күстем. “Миҙалдың алтын ялатылғаны кәрәкмәйме?”--тип һорағандар. Ах, быныһы түләүле икән (һаман бушты көҫәйем әле ул). 1420 һум!
Тағы нимәләр бушлай бар икән тип тағы аҫҡараҡ төшәм. Әһә, календарь, миҙалға сертификат тигән...
Ыста! Илебеҙ президенты В.В.Путин һыны төшөрөлгәл миҙалды ла ярты хаҡҡа тәҡдим итәләр ҙә һуң бында! Ә нишләп алтын, йә иһә платина түгел икән? (үәт, ҡомһоҙ мин!)
Артабан да "кәрзинемде" әллә бар, әллә юҡ алтын-көмөш менән тултырыр инем ул мин, теге электрон почта адресын яҙып биргән улым "эшкә" ҡыҫылмаһа.
— Нимә заказать итәң ул? Ҡытайҙан түгелдер ул?
— Яа-а-ҡ ,--тигән булам эре генә.—Үҙебеҙҙеке.
Нимә, нисек икәнен экрандан күҙҙе алмай ғына аңлатып маташҡан булам үҙем.
— Әсәй, нимә башың эшләмәй мәллә? Буш бер нәмә лә юҡ хәҙер! Бесплатно тип яҙһалар ҙа, почта переводы өсөн булһа ла хаҡ алалар. Ысын бушлаймы икән һуң, ҡана ҡарайым әле,--тип ҡулымдағы гаджетты алып баяғы һылтанмамды тикшерә башланы...
Эх, мин! Өҫтә эре хәреф менән БЕСПЛАТНО тигән яҙыуҙы күргәнмен, ә иғлан аҙағында ыуа-а-аҡ ҡына итеп 299 һум +почтовые расходы тип яҙылғанын бөтөнләй шәйләмәгәнмен дә. Ярай әле заказать төймәһенә баҫмағанмын.
Бер яҡтан ҡараһаң һис "эш боҙоу" юҡ кеүек, алдан түләргә тимәгәндәр, посылка килгәс кенә иҫәпләшеү.
Аҙаҡ белеүемсә, ошондай уҡ "миҙал" (биш һумлыҡ тәңкә ҙурлығында ғына икән ул, ололап миҙал тиһәләр ҙә!) интернет магазиндарҙа ла бар икән. Ни бары 21 һум тирәһе, ти.
Тәк торғанда алдана яҙҙым!
Минең һымаҡ алабармандарҙың кеҫәһен ҡапшап, һемәйтер өсөн ҡоролғандыр был "ҡапҡан", тип уйлап ҡуйҙым.
Бушлай сыр тоҙаҡта ғына! Эй, хаҡ әйтә лә һуң халыҡ!
Ә һеҙ юбилей миҙалына заказ бирмәнегеҙме ы-случайно?
Читайте нас: