АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
16 Ғинуар 2020, 22:15

"Минзакирова из Баимова"

Уға текләп тора, әммә 36-сы һанды тапмай... Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бер ҡатын Магнитогорск ҡалаһына ҡыҙына ҡунаҡҡа бара. Инәм тиһә, ишекте аса алмай. Домофон ҡуйылған икән. Уға текләп тора, әммә 36-сы һанды тапмай. Ҡыҙы ошо йорттоң 36-сы фатирында йәшәй ине лә баһа! Икенсе подъезға бара, унда ла юҡ. Әллә өйҙө яңылыштыммы, тип йортто тағы бер ҡат урап сыға. Шул өй һымаҡ. Тамам башы ҡата. Үтеп барған бер ҡатынға хәлде аңлата. Ярҙам иткән ҡатын домофонға баҫа. Өй эсенән ҡыҙы: "Кто там?"- тиеүгә, ныҡ нервыһы ҡыҙған апай: "Минзакирова из Баимова!"--тип ҡысҡырып ебәрә.
Райхана Булатова.
Баймаҡ районы Билал ауылы.
Читайте нас: