“Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә”,—тип йыш ҡабатлай “Юлдаш” радиоһы. Беҙ ҙә уларға ҡушылып, йондоҙнамә тәҡдим итәбеҙ. Ышанырғамы, юҡмы—уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Әлбиттә, тулыһынса ышанып, кәйефте төшөрөүгә йә иһә ҡыл да ҡыбырлатмай, мөғжизә көтөү дөрөҫ булмаҫ. Шулай ҙа ҡайһы саҡ бер аҙ иғтибар итеү, ҡайһы бер кәңәштәрҙе иҫәпкә алыу ҡамасауламаҫ.
Ҡомаҡ. 2020 йыл—һеҙҙең йыл. Мөмкинлектәр күп булыр, уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, улар һеҙгә файҙа ғына килтерер. Яңылыҡҡа ынтылығыҙ, ул мотлаҡ уңышлы булыр!
Һыйыр. Башҡаларға белдермәһәгеҙ ҙә, һеҙ Ҡомаҡ менән татыу. Шуға ла был йондоҙнамә аҫтында тыуыусыларға 2020 йыл уңышлы булмаҡсы. Мөхәббәт, дуҫлыҡ, һаулыҡ, финанс хәл—барыһы ла һеҙҙе ҡыуандырыр.
Юлбарыҫ. Был йылда тыуыусылар өсөн Ҡомаҡ йылы насарҙан булмаҫ. Карьерағыҙ тотороҡло булыр, үрләүегеҙ ҙә ихтимал. Тик сәләмәтлеккә иғтибар бүлеү зарур.
Ҡуян. Һеҙгә быйыл бик һаҡ булыу ҡамасауламаҫ. Сөнки Ҡомаҡ менән һеҙ-ҙең арала дуҫлыҡ юҡ. Етмәһә, быйыл кәбисә йылы. Шуға ла уяу булыу талап ителә, бигерәк тә торлаҡ мәсьәләһендә, суд органдары менән бәйле рәсми эштәрҙә хаталана күрмәгеҙ. Интернеттағы социаль селтәрҙә лә башҡаларға “ем” булырлыҡ хәбәр һалмағыҙ. Ә бына һаулыҡ һеҙҙе ҡыуандырыр, был тәңгәлдә проблемалар булмаҫ.
Аждаһа. Тәүге ярты йыллыҡта еңел булмаҫ. Күпме генә тырышһағыҙ ҙа, уңыш яулай алмаҫһығыҙ. Әммә кәйефегеҙ төшмәһен, икенсе ярты йыллыҡта барыһы ла яҡшы булыр. Маҡсатҡа ынтылыусан булыуығыҙ уңыш килтерер. Ҙур ғына килем дә алырһығыҙ. Яңғыҙаҡтарға тормошҡа етдирәк ҡарау кәңәш ителә.
Йылан. Яңы 2020 йылда ҙур мөмкинлектәр асылыр. Айырыуса сәләмәт тормош рәүешенә күсһәгеҙ, донъяғыҙ теүәлләнер. Артыҡ кәүҙә ауырлығы булһа, уны көйләгеҙ. Был үҙгәрештәр башҡа уңыштарға булышлыҡ итер.
Йылҡы. 2020 йыл осрашыуҙар, юл йөрөүҙәр менән башланыр. Яҡындарығыҙға ярҙам кәрәк булыр, һеҙ баш тарта алмаҫһығыҙ. Һеҙгә уңайлы мөхит ҡәҙерлеме, әллә башҡалар өсөн был мөхиттән сығырһығыҙмы—быныһын үҙегеҙгә һайларға. Уйламайынса ҡапыл ғына ҡәтғи хәрәкәттәр яһамаҫҡа кәңәш ителә. Конфликттарҙан ары торорға тырышығыҙ. Сәләмәтлеккә иғтибар итегеҙ.
Ҡуй. Һеҙҙең өсөн йыл ябай булмаҫ. Һөҙөшөргә ынтылмағыҙ, хистәрегеҙҙе йүгәнләгеҙ, сама тигәнде онотмағыҙ. Һеҙ Ҡомаҡ менән дуҫ түгел, шуға яйлы мөнәсәбәт эҙләгеҙ. Эшегеҙгә яуаплы ҡарағыҙ. Аҡса менән проблема булмаҫ, әммә һаҡсыл булыу ҡамасауламаҫ, башҡаларға бурысҡа бирмәҫкә тырышығыҙ.
Маймыл. Шәхси тормошта уңыштар күп булыр. Ҡыйыу булығыҙ, торлаҡ алыуҙы уйлағыҙ, яңғыҙаҡтар ғаилә ҡорорға ынтылығыҙ. Һеҙ уйлағанса килеп сығыр.
Тауыҡ. 2020 йыл һеҙгә ябай ғына булмаҫ. Уйламағанда проблемалар килеп сығыр. Аҡылығыҙға таянып хәл итегеҙ. Һаулыҡҡа иғтибар йүнәлтеү кәңәш ителә, алкоголь менән мауыҡмағыҙ. Руль артында йөрөүселәрҙән дә һаҡлыҡ талап ителә.
Эт. Һеҙҙең өсөн яҡшы йыл килә. Яңы проекттар өҫтөндә уйланығыҙ. Эш алмаштырыу ҙа яйлы булыр. Яңғыҙаҡтарҙы ла уңыш көтә, элекке дуҫлығығыҙ мөхәббәткә әйләнеүе бик ихтимал.
Дуңғыҙ. 2019 йылдың хужаһы булған Ҡабан “йүгәнде” Ҡомаҡҡа 25 ғинуарҙа ғына тапшырыр. Үҙе өлгәшкән уңыштарҙы бермә-бер арттырыу өсөн юлдар асылыр. Мөхәббәт, уңыш, һаулыҡ, финанс именлек һеҙгә юлдаш булыр.