Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
20 Декабрь 2019, 12:00

Буш бәлеш

Был хәл 1947 йылдар тирәһендә була.

Был хәл 1947 йылдар тирәһендә була. Ауылда йәшәүсе әсә ит һәм картуфтан эслек эшләп бәлешен мейескә бешерергә ултырта ла, йомош менән сығып китә. Урамда уйнап йөрөгән уртансы улы дуҫы менән асығып ҡайтып инә. Тәмле, хуш еҫ бөркөп бешеп ултырыусы бәлеште табып, ҡапҡас яһап ҡырҡып ала малайҙар. Эсендәге телеңде йоторлоҡ ит менән картуфын ашап бөткәс, ҡапҡасын ябып, кире мейескә ултырталар ҙа уйнарға сығып китәләр.

Бәлеш менән сәй эсергә табын артына йыйылғас, әсә кеше бәлеште теләйем тиһә, уның буш икәнлеге асыҡлана. Шулай ҙа, ҡамыры менән булһа ла, көлөшә-көлөшә сәй эсә улар.

Н.Низамова.