-6 °С
Болотло
Совет заманы. Ауыл халҡының, транспорт булмау сәбәпле, ҡала баҙарына эләгеп-һағып йөрөгән мәле.
Шулай бер ваҡыт һатырын—һатып, алырын алған дүрт әхирәт йәйәүләп ҡайтыр юлға сыҡҡан. Күпме генә өмөтләнһәләр ҙә бер ниндәй ылау осрамай ти. Бүрәнә тейәгән йөк машинаһы килгәнен күреп ҡалып туҡтаталар. Шофер барыһын да ултырта. Булған ғына аҡсаларына кәрәкле әйбер алған ҡатындарҙың уға түләр өсөн бер тиндәре лә ҡалмаған булған. Араларындағы олораҡ ҡатындың бер баш һатылмай ҡалған ҡорото булып сыға. Шоферға шуны сығарып бирә. Урыҫ егете ҡоротто әйләндереп-әйләндереп ҡарай ҙа:
—Что это?—тип һорай.
Ҡатын аптырап тормай:
—Это большое яйцо,—тигән ти.
Был әле лә халыҡ араһында лаҡап булып йөрөй.