АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
24 Ноябрь 2019, 10:27

ӘСӘ. Хикәйәт.

Ул һеҙҙең һәр берегеҙҙән дә көслөрәк. Һатылыу менән Асыуҙы ла еңә, хатта. Нәфрәттән дә ҡурҡмай, ә Хыянат уға бөтөнләй таныш түгел. Үҙе менән Мөхәббәтте йөрөтә, барлыҡҡа килтереү, бүләк итеү ҙә уның хәленән килә...

Бер ваҡыт тойғолар кем иң көслөһө тип һүҙ көрәштерергә тотона.
—Мин иң көслөһө,—ти Нәфрәт.—Мин кешенән нимә теләйем шуны эшләтәм. Минең арҡала Һатылыу һәм Асыу барлыҡҡа килде.
—Юҡ, мин көслөрәк,—ти Көнләшеү.—Минең арҡала бер ниндәй ҙә хис-тойғо барлыҡҡа килмәһә лә кешене енәйәткә, хатта үлтереүгә саҡлы этәрә алам.
—Һеҙ нимә!—тигән Яңғыҙлыҡ.—Нимә ул үлтереш? Бына мин үҙ-үҙенә ҡул һалыуға
тиклем еткерәм, шуға күрә мин көслө.
—Юҡсы!—тип өндәшкән Изгелек.—Ниңә һеҙ шул хәтлем ҡурҡыныс хәлдәр тураһында һөйләйһегеҙ? Мин көслөрәк, сөнки бүлешергә, бүләк бирешергә, барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә алам.
—Һе, шунан, ҡайҙа бында көс?—тип бүлдергән Нәфрәт.—Былар барыһы ла буш нәмә! Барлыҡҡа килтереү, имеш. Әгәр бөтәһе лә бер-береһен күрә алмай башлаһа, нимәгә кәрәк һинең барлыҡҡа килтереүең?
—Талашмағыҙ. Минән дә көслөрәк юҡ,—тип һүҙгә ҡушыла Мөхәббәт.—Мин яҡшы кешене насарға, насарҙы яҡшыға әйләндерә алам. Ҡаршылыҡтарҙы үтеү ҙә көсөмдән килә.
—Хәҙерге заманда Мөхәббәтте берәү ҙә һанға һуҡмай,—тигән Хыянат.
—Эйе, Мөхәббәт күптән инде үҙ урынын ҡалдырҙы,—тигән Икеләнеү.
—Тимәк, бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ килеп сыға,—тип аптыраған Ҡәнәғәтһеҙлек.
—Юҡ, дөрөҫ түгел!—тигән Аҡыл.—Үҙ көсө тураһында ҡысҡырып йөрөмәгән бер тойғо бар. Әммә ул һеҙҙең һәр берегеҙҙән дә көслөрәк. Һатылыу менән Асыуҙы ла еңә, хатта. Нәфрәттән дә ҡурҡмай, ә Хыянат уға бөтөнләй таныш түгел. Үҙе менән Мөхәббәтте йөрөтә, барлыҡҡа килтереү, бүләк итеү ҙә уның хәленән килә. Һәр берегеҙҙе айырым алғанда ла, бергә ҡушҡан осраҡта ла, ул һеҙҙән көслө. Ҡурҡыуҙы ла белмәй.
—Булмаҫ!—тигәндәр барыһы бергә,—улай булмай! Ундай тойғо юҡ, әгәр булһа ҡайҙа ул?!
—Бәхәстә ҡатнашырға уның ваҡыты юҡ. Һәр саҡ яҡлай, һаҡлай, ә ваҡытын бушҡа сарыф итмәй. Ул Бәхет менән Тыныслыҡ һағында тора. Исеме уның—Әсә!