Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
23 Ноябрь 2019, 20:11

ҺӘР КЕМГӘ ҮҘ ӘСӘҺЕ ҠӘҘЕРЛЕ

Әсәй, сәсеңде тарап алһаң ни була, башың ялбырап киткән, яманһың,—тип әйтеп һалды.

Балалар бәләкәй саҡта ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр булып тора бит инде. Күмәк бала араһында бигерәк тә.
Фәнүргә биш йәш тирәһе булғандыр. Ишек алдында тирләп-бешеп кер йыуам. Балалар аяҡ аҫтында уралып, болғанып-болғашып йөрөмәһәләр күңелдәре булмай.
Шунан бер мәл Фәнүрем миңә ҡарап торҙо ла:
—Әсәй, сәсеңде тарап алһаң ни була, башың ялбырап киткән, яманһың,—тип әйтеп һалды.
Берәй нәмәгә йәнем көйөп йөрөгән сағым булдымы икән, ҡапыл асыуландым да ҡуйҙым.
—Яман булһам, матур әсәй алығыҙ, мин сығып китермен,—тип яуапланым. Улым ҡысҡырып илап ебәрмәһенме:
—Кәрәкмәй миңә матур әсәй, ялбыр әсәй кәрәк...
Ошондай уҡ хәл һеңлемдәрҙә лә була. Әлфирә кәүҙәле генә. Нимәлер эшләп йөрөһә, малайҙарының береһе әсәһен килеп ҡосаҡлаған да:
—Әсәй, һин өләсәйҙән дә йыуанһың, хатта ҡосаҡларға буйым етмәй,—тигән. Әсәһенең йәне көйөп:
—Йыуан әсәй оҡшамаһа, алығыҙ ябыҡ әсәй,—тигән.
—Ябыҡ әсәй кәрәкмәй, йыуан әсәйем кәрәк,—тип илаған был бала ла.
Ялбыр, йыуан булһа ла һәр кемгә үҙ әсәһе ҡәҙерле.
Миңзифа Ҡашҡарова.
Йылайыр районы
Юлдыбай ауылы.