Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Ноябрь 2019, 11:35

Ҡаҙҙар ҙа ғашиҡ була...

Йәй буйына бергә-бергә бер төркөм булып Һаҡмарға барып, кис еткәс теҙелешеп бергә генә ҡайтып йөрөгән аҡыллы ғына ҡаҙҙарымдың береһенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы бит! Башҡалары ҡайта, был юҡ. Эҙләп сыҡһаң, һаҡ ҡына, "важно" ғына баҫып, күрше Фәрхәнә апайҙың ҡаҙҙары араһында йөрөй. Ҡайтырға уйында ла юҡ. Был хәл көн дә ҡабатлана башлағас, барып етте минең башҡа: ҡаҙым ғашиҡ булған бит!

Йәй буйына бергә-бергә бер төркөм булып Һаҡмарға барып, кис еткәс теҙелешеп бергә генә ҡайтып йөрөгән аҡыллы ғына ҡаҙҙарымдың береһенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы бит! Башҡалары ҡайта, был юҡ. Эҙләп сыҡһаң, һаҡ ҡына, "важно" ғына баҫып, күрше Фәрхәнә апайҙың ҡаҙҙары араһында йөрөй. Ҡайтырға уйында ла юҡ. Был хәл көн дә ҡабатлана башлағас, барып етте минең башҡа: ҡаҙым ғашиҡ булған бит! Күршенең ҡараҡай ғына ҡаҙына! Эй, шунан күҙәтә башланым тегеләрҙе. Йөрөгән була инде минең ҡаҙ, муйынын дуғаландырып, күкрәген киреп, ҡәҙимге егетлеген күрһәтә белә! Теге ҡараҡай ҡаҙына башҡалар яҡынлай башлаһа, суҡышы менән этеп кенә ебәргән була. Әрһеҙләшкән егет ҡаҙҙарҙы муйынын оҙон итеп һуҙып, яман итеп ҡаңҡылдап, әрләп алыҫҡараҡ баҫтырып ебәрә. Ә теге һөймәлекле ҡараҡайы ҡәнәғә-ә-әт. Яҡлаулы икәнен белеп, тыныс ҡына йәшел үлән йолҡа. Һөйгәненең ҡыйыулыҡтарын хуплап, ҡанаттарын ҡағып, наҙлы ғына итеп ҡаңҡылдап ала. Фәрхәнә апай ҙа сығып ҡаҙҙарын саҡыра башлаһа, теләр-теләмәҫ кенә айырылышырға мәжбүр инде ғашиҡтарыбыҙ. Мин дә тегене һуҡрана-һуҡрана ҡыуып алып ҡайтам: "Үҙебеҙҙең ҡаҙҙар араһынан тапһаң булмаймы бер һылыуҙы, улай бик дәртле булғасың? Кеше йонсотоп..."
Бына шулай йөрөй торғас, ҡаҙҙарҙы бикләп ҡуйып һимертер ваҡыт етте. Өй хужабыҙ: "Етте һеҙгә, башҡаса йөрөмәйһегеҙ, көнө буйына ем ашап өйҙә тораһығыҙ!"--тип бикләп ҡуйҙы ла, үҙе вахта менән эшкә сығып та китте. Ем, һыу биреп ашатыу минең елкәгә ҡалды. Башҡалары ашай ҙа ул, юҡ шул, теге ҡаҙым миңә ультиматум ҡуйып бер ҡабым да ем ҡапмай. Башын ғорур күтәреп, муйынын һуҙып, ҡапҡа аша күршеләр яғына ҡарап тик тора. Теге яҡта ҡаҙҙар шаулашҡанын ишетһә, әсе итеп, йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡаңҡылдап ебәрә. Теге ҡараҡайы ла йәлләнес итеп тауыш бирә: "Ни булды һиңә, ҡайҙа юғалдың?!"--тип ишетелә ул минең хисле ҡолағыма. Шулай бер нисә көн көрәш алып барҙыҡ: ҡаҙым минең ныҡлығым менән көрәшә, мин үҙемдең хис-тойғоларым менән көрәшәм. Ем бирергә барған һайын ата ҡаҙым күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарай: "Нимә, мөхәббәт уттарында янманыңмы ла, һағыныу хистәрен кисермәнеңме әллә?"-- тип уҡыйым был шелтәле ҡарашты. Ем һалып, алыҫлаша башлаһам: "Ҡыйййғаҡҡҡ!!!"--тип өндәшә, ә миңә: "Зинһаррр!!!"- тип ишетелә. Өй хужаһының: "Ҡаҙҙарҙы сығарма!"- тигән һүҙен ҡолаҡ артынараҡ шылдырып ҡуйып, йүгереп барып ҡапҡаны асып ебәрҙем. Эй, рәхмәттәрен ҡаңғылдатып осоп сығып киттеләр ҡаҙҙарым, ҡаурыйҙары ғына туҙырашып ятып ҡалды. Арттарынан мин дә Һаҡмарға табан йүгерҙем - теге икәүҙең нисек итеп осрашҡанын күреү теләгем көслө. Төркөм-төркөм булып, йылғаның өҫтөн тотош ябып йөрөгән йөҙләгән, юҡ, меңләгән ҡаҙҙар араһына минекеләр ҙә барып ҡушылды. Һалҡын һыу эсеп, янған йөрәктәренә ял алдылар ҙа, ҡаурыйҙарын ҡабартып, аҡҡош кеүек йөҙөп киттеләр. Меңәрләгән тауыш араһынан бер-береһенең тауышын танып, теге ике ғашиҡ йән ағымды йырып бер-береһенә яҡынлай башланы. Юҡ, ҡосаҡлашманылар ҙа, үбешмәнеләр ҙә, оҙон муйындары менән бер-береһенә һарылышманылар ҙа... Баштарын һелкә-һелкә үҙ телдәрендә тыйнаҡ ҡына итеп нисек итеп бер-береһен һағынышҡандарын аңлаттылар ҙа, бергәлектәренә ҡәнәғәт булып йөҙөп киттеләр. Эй, гонаһһыҙ йәндәр! Ҡыҫҡа ғына ғүмерегеҙ эсендә лә кешеләргә күпме фәһем биреп йәшәйһегеҙ һеҙ. Ғашиҡтар! Шул ҡаҙҙарҙан үрнәк алығыҙ: бергә булыр өсөн көрәшегеҙ, күңел ҡапҡаларын асығыҙ, бергә булған мәлдәрҙең ҡәҙерен белегеҙ!
Кейек ҡаҙҙарҙың ғына түгел, йорт ҡаҙҙарының да яҙмышы йырҙарҙа йырланырлыҡ шул....
Миләүшә Ҡыҙрасова.