Балалары яңы өйгә күсеп сыҡҡас, бер мебелдәре лә юҡ тип,ата-әсә йәштәргә үҙҙәренә кәрәкмәгән бер шкафты алып барып бирә. Шул көндө кис ул менән килен ата-әсәһен мунсаға саҡыра.
--Мунсағыҙға утын юҡ ине лә һуң, ҡайҙан алдығыҙ,--ти мунса төшөргә барған әсә.
--Һеҙ ебәргән шкафты онтап яҡтым,--ти улы.
Быны ишеткән әсә ултырып илай.
--Һуң, әсәй, нишләп илайһың, шкаф кәрәк инеме әллә?—тип һорай улы.
--Беҙгә кәрәкмәй, шуға биргәйнек.
--Беҙгә лә кәрәкмәй шул, шуға яҡтыҡ…
Был булған хәл, уны бер таныш апай һөйләгәйне. Яңыраҡ беҙҙә улыбыҙға үҙебеҙгә кәрәкмәгән мебелдәрҙе бирҙек. Ярай әле мунсалары юҡ.