Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
24 Октябрь 2019, 11:28

Еңгәй, ҡайһы магазинға барабыҙ?

Ҡыуанысы ла эсенә һыймай йөрөгән мәле бит инде. Тиҙ генә мотоциклын тоҡандырып, дырылдап сығып та китә. Барып еткәс:

Атайым менән әсәйем өйләнешеп, үҙҙәренең тәүге ғаилә транспортын--мотоцикл һатып ала. Шуны ишетеп еңгәләре килеп тә етә һәм күрше ауылға магазинға алып барыуын үтенә. Кеше үтенесен кире ҡаға белмәгән атайым ризалаша. Ҡыуанысы ла эсенә һыймай йөрөгән мәле бит инде. Тиҙ генә мотоциклын тоҡандырып, дырылдап сығып та китә. Барып еткәс:
--Еңгәй, ҡайһы магазинға барабыҙ?--тип артына боролоп ҡараһа, еңгәһе юҡ икән. Аптырап, кире ҡайтып китә. Баҡтиһәң, балаһы илағанға өйгә инеп киткән еңгәһе кире сығып мотоциклға ултырып та өлгөрмәгән булған икән.